Эстәлеккә күсергә

Абушахманов Айрат Әхтәм улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Айрат Абушахманов битенән йүнәлтелде)
Абушахманов Айрат Әхтәм улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 19 август 1974({{padleft:1974|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (50 йәш)
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө режиссёр
Уҡыу йорто Рәсәй театр сәнғәте университеты

Абушахманов Айрат Әхтәм улы (20 август 1974 йыл) — драма театры артисы, режиссёр. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының баш режиссёры (2019 йылдан 2023 йылдың авгусына ҡәҙәр). «Алтын битлек» премияһы номинанты (2008, 2016). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2012). Театр эшмәкәрҙәре союзы (2006), Рәсәйҙең театр режиссёрҙары гильдияһы (2010) ағзаһы. «Туғанлыҡ» Халыҡ‑ара төрки телле театрҙар фестивале лауреаты (2006, 2012). Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт (2020), Д. Сиразиев исемендәге театраль (2009) премиялар лауреаты.

1974 йылдың 20 авгусында Өфө ҡалаһында тыуған. Актёр Әхтәм Абушахмановтың улы.

1995 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын Исрафилов Рифҡәт Вәкил улы курсы буйынса тамамлай.

1995 йылдан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актёры.

2003 йылда Мәскәүҙәге "Яңы драма театры"нда режиссёр ярҙамсыһы булып эшләй һәм Халыҡ‑ара славяндар институтында уҡыта. 2003 йылда Рәсәй театр сәнғәте институтының (В. В. Долгачёв һәм П. О. Хомский курсы) тамамлай.

2004 йылдан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры режиссёры, 2005—2012 йылдарҙа һәм 2019 йылдан — баш режиссёр. Бер үк ваҡытта 2010 йылдан Өфө дәүләт сәнғәт институтын уҡытыусы булып эшләй.

Уйнаған спектаклдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Кәкүк ояһы» постеры
  • «Rudi — never off» постеры
  • Шамаҡай Фесте «Ун икенсе төн» — Уильям Шекспир.
  • Ул «Попугай Жако» — Виктор Славкин
  • Котов «Яралы язмыштар» — Нәжиб Асанбаев
  • Ул «Аңлашылмаусанлыҡ» — А. Камю
  • Ваһап «Ҡарлуғас» — Баязит Бикбай
  • Ғашиҡ «Законлы никах менән!» — Әнғәм Атнабаев

Ҡуйған спектаклдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Яңы драма театры (Мәскәү)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Еңеү һөнәрселәре» (Профессионалы победы) А. Гельман
  • «Шаяндар» (Шутники) А. Островский
  • «Бала табырға ваҡыт» (Время рожать) В. Ерофеев
  • «Сәйәхәтсе Синдбад» (Синдбад Мореход) Шульжик
  • «Карнавалдың һуңғы кисәләренең береһе» (Один из последних вечеров карнавала) К. Гольдони.
  • «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» Мостай Кәрим
  • «Өҙөлгән өмөттәр» Әнғәм Атнабаев
  • «Кызыл йолдыз» Мәжит Ғафури
  • «Ҡоҙаса» Баязит Бикбай
  • "Яратыу гөнаһмы? Туфан Миңнуллин
  • «Кәкүк ояһы» Кен Кизи
  • «Ҡар батшабикә» Ганс Христиан Андерсен
  • «Йырҙарҙа — йылдар тауышы» (ретро-фантазия)
  • «Мулла» Туфан Миңнуллин
  • «Шәүрәкәй» Мөхәмәтша Буранғолов
  • «Серле суйын» (Оҫта һәм өйрәнсек) Зәйнәб Биишева
  • «Ғаиләм» Тәнзилә Дәүләтбирҙина
  • «Әхмәтзәки Вәлиди Туған» Нәжиб Асанбаев
  • «Алтын асҡыс-Remake» (Буратино) Алексей Толстой
  • «Маугли» Р. Киплинг
  • «Ҡыҙыҡ был тормош» Василий Шукшин
  • «Юл ҡағиҙәләре-беҙҙең дуҫтар» (балалар өсөн)
  • «Ай тотолған төндә» Мостай Кәрим
  • «Бәхет хаҡы» Хәлисә Мөҙәрисова
  • «Rudi — never off…» Әхтәм Әбүшахманов
  • «Әрем еҫе» Илгиз Зәйниев
  • «Мәҙәк осраҡ» К. Гольдони
  • «Рядовойҙар» А. Гельман
Стәрлетамаҡ драма театры
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Ике хат» Мостай Кәрим
Салауат драма театры
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Ете ҡыҙ» Нәжиб Асанбаев

М. Сеспель театры (Чебоксар)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Кураж ана һәм балалары» Бертольд Брехт

«Алтын битлек» премияһына тәҡдим ителеүе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия театрында ҡуйылған «Кәкүк ояһы» (Пролетая над гнездом кукушки) спектакле өсөн — «Иң яҡшы режиссёр эше» номинацияһында «Алтын битлек» премияһы (2008).

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың «Ҡара йөзҙәр» әҫәре буйынса Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия театрында ҡуйылған спектакле өсөн — «Иң яҡшы режиссёр эше» номинацияһында «Алтын битлек» премияһы (2016).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Өфө, «Театр яҙы» республика фестивале — диплом (2003)
  • Ҡазан, «Науруз» халыҡ-ара театр фестивале — приз (2005)
  • Өфө, «Туғанлыҡ» төрки театрҙар фестивале — Гран-при (2006)
  • Мәскәү, «Алтын битлек» премияһы фестивале (Мәскәү) — номинант (диплом) (2008)
  • Ҡазан, «Науруз» халыҡ-ара театр фестивале — диплом (2009)
  • Санкт-Петербург, VII «Арлекин» милли театр фестивале — лауреат (2010)
  • Дамир Сиражиев премияһы лауреаты (2009).
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2012).
  • Мәмбәтов (Әзербайжан) миҙалы (2022)[1].
  • Ҡырғыҙстан Республикаһы Театр сәнғәте эшмәкәрҙәре берлегенең Йәмәғәт акаедмияһы академигы (2022)[1].
  1. 1,0 1,1 Айрат Абушахманов провозглашен академиком Общественной Академии театрального искусства Кыргызстана