Әхмәтшин Айрат Әкрәм улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Айрат Әкрәм улы Әхмәтшин битенән йүнәлтелде)
Әхмәтшин Айрат Әкрәм улы
Тыуған ваҡыты:

4 декабрь 1949({{padleft:1949|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (74 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Өфө ҡалаһы

Һөнәре:

актёр, режиссёр, педагог

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Әүҙем йылдары:

19662016

Театр:

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры

Наградалары:

Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы

Әхмәтшин Айрат Әкрәм улы (4 декабрь 1949 йыл) — ҡурсаҡ театры актёры, режиссёр, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1980 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (2004) һәм БАССР-ҙың (1985) халыҡ, Рәсәй Федерацияһының (1991) һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1978).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Айрат Әкрәм улы Әхмәтшин 1949 йылдың 4 декабрендә Өфө ҡалаһында тыуған. Атаһы, Әкрәм Әхмәтгәрәй улы, Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда Ленинград хәрби округында хеҙмәт иткән була. Әсәһе, Евдокия Яков ҡыҙы, өс бәләкәй бала менән Ленинград блокадаһында ҡамалып ҡала, һуңынан уларҙы тылға сығарыуға өлгәшә.

Мәктәптән һуң, 1966 йылдан алып Айрат Әкрәм улы Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының рус труппаһында сәхнәне монтажлаусы, һуңынан артист булып эшләй.

Режиссер булараҡ, 1984 йылда Орловтың «Алтын себеш» («Золотой цыпленок») спектакленә дебют яһай. Г. Б. Остерҙың «Кәрәгеңде алырһың» («Ключки по закоулочкам») (1990), Е. Я. Тараховскаяның «Суртан әмере буйынса» («По щучьему велению») (1997) әҫәрҙәре буйынса спектаклдәр ҡуя.

Режиссер һәм артист һөнәрҙәре буйынса эшләп йөрөүгә ҡарамаҫтан, Айрат Әкрәм улы уҡыуын да дауам итә. 1991 йылда ул Өфө дәүләт сәнғәт институтын (Ғ.Ғ. Ғиләжев класы), 1994 йылда — Рәсәй мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәрен әҙерләү институтын (Мәскәү, 1994 йыл; В. М. Штейн курсы) тамамлай.

Әхмәтшин Айрат Әкрәм улы 1991—1994 йылдарҙа һәм 2011 йылдан алып Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының баш режиссёры булып эшләй. 1987—1998 йылдарҙа сәнғәт институтында уҡыта.

1980 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы.

Әлеге ваҡытта актёрлыҡ оҫталығы һәм ҡурсаҡ йөрөтөү буйынса дәрестәр күрһәтә.

Спектаклдәрҙәге ролдәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сабир һәм Тарахан («Алтын роза», В. С. Волков; дебют, 1966), Лис Лаврентий «Өйрәктәр өйө» сере" ("Тайна «Дома утят», У. Дюла), Кощей «Батшабикә-тәлмәрйен» («Царевна лягушка», В.Гернет), король Джоль (В. Фильпоттың ошо уҡ исемле пьесаһы буйынса), Бүре («Алтын себеш», В. Н. Орлов), Ангел Д-Дьявол «Илаһи комедия», И. В. Шток); ҡурсаҡ булып (Мостай Кәримдең «Ташлама утты, Прометей!» трагедияһында Гермес); «тере» пландағы ролдәре: Ата һәм Кулубек (А. Б. Барановтың «Аҡ пароход» спектакле, С. Т. Айытматовтың ошо уҡ исемле повесы буйынса, Кинес («Лисистрата», Аристофан), Диктатор («Диктаторға ат бирегеҙ», Мостай Кәрим).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • СССР-ҙа поляк (1976) һәм венгр (1979) драматургиялары фестивалдәре дипломанты.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Самигуллина Р. А. От Петрушки к Прометею. Уфа, 1994.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]