Эстәлеккә күсергә

Айшә Эрзан

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Айшә Эрзан
төр. Ayşe Erzan
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Төркиә
Тыуған көнө 1949
Тыуған урыны Анкара, Төркиә
Туған тел Төрөк теле
Һөнәр төрө физик-теоретик
Эш урыны Истанбул техник университеты[d]
Ближневосточный технический университет[d]
Feza Gürsey Institute[d]
Сисса[d]
Университет Гронингена[d]
Марбургский университет[d]
Университет Порту[d]
Женевский университет[d]
Уҡыу йорто колледж Брин Мар[d]
Университет штата Нью-Йорк в Стони-Бруке[d]
Ойошма ағзаһы Европа академияһы[d][1]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Айшә Эрзан (төр. Ayşe Erzan; 1949, Анкара) — төрөк физик-теоретигы.

Айшә Эрзан 1949 йылда Төркиәнең баш ҡалаһы Анкарала тыуа. Истанбулда белем алғас, АҠШ-ҡа китә, унда 1970 йылда Брин-Мар колледжын тамамлап, бакалавр дәрәжәһен ала. Айшә Эрзан 1976 йылда Стоуни-Брукта Нью-Йорк штаты университетында физика өлкәһендә философия докторы дәрәжәһен ала[2].

Артабан Айшә Эрзан Анкараға ҡайта, бында Яҡын Көнсығыш техник университетында физика департаменты ағзаһы була. 1977 йылда Истанбул техник университетына эшкә инә. Ошо осорҙа Эрзан тыныслыҡ һәм ҡатын-ҡыҙ хоҡуҡтары өсөн хәрәкәттәрҙә ҡатнаша[3]. 1980 йылда Төркиәлә булған дәүләт түңкәрелешенән һуң тыуған иленән китә[4]. 1981—1990 йылдарҙа Эрзан төрлө тикшеренеү институттарында һәм университеттарҙа эшләй. 1981—1982 йылдарҙа Женева университетының теоретик физика департаментында эшләй. 1982—1985 йылда Эрзан Порту университетының (Португалия) саҡырылған ассистент-профессоры була. 1985—1987 йылдарҙа Эрзан — Марбург университетының теоретик физика департаментында Александр фон Гумбольдт стипендиаты. 1987—1990 йылдарҙа — Гронинген университетының ғилми хеҙмәткәре. Истанбул техник университетына ҡайтҡанға тиклем бер аҙ ваҡыт Эрзан Триестағы (Италия) Халыҡ-ара теоретик физика үҙәгендә ғилми хеҙмәткәр булып эшләп ала. Ғилми тикшеренеүҙәрен шулай уҡ Феза Гүрсей институтында ла дауам итә.

Айшә Эрзан 1995 йылда Төркиә Фәндәр академияһының берләшмә ағзаһы, ике йылдан ғәмәли ағзаһы була. Шунда саҡта Төркиәнең фәнни-техник тикшеренеүҙәр советының призына лайыҡ була. Бынан тыш Эрзан 2003 йылда Л’Ореаль — ЮНЕСКО-ның «Фәндәге ҡатын-ҡыҙҙар өсөн» премияһы һәм 2009 йылда Раммаль премияһы менән бүләкләнә. Айшә Эрзан — Бөтә донъя Фәндәр академияһы ағзаһы[5]. Шулай уҡ Journal of Statistical Physics һәм European Physical Journal B фәнни журналдарының мөхәрририәтенә индерелгән.

  1. https://www.ae-info.org/ae/User/Erzan_Ayse
  2. Ayşe Erzan. Palestine Academy for Science & Technology. Дата обращения: 2 апрель 2018. 2015 йыл 8 декабрь архивланған.
  3. Hahn-Koenig, Monica Anke Alumnae Profiles: Ayse Erzan, 'outstanding' scientist. Bryn Mawr Alumnae Bulletin. Дата обращения: 2 апрель 2018. 2017 йыл 19 октябрь архивланған.
  4. Fizikçi (Turkish), Hürriyet (9 марта 2003).
  5. Rammal Award 2009. EuroScience (10 июль 2010). 2015 йыл 8 декабрь архивланған.
  • Айше Эрзан на сайте Стамбульского технического университета