Айыу емеше

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Айыу емеше
Polygonatum.JPG
Айыу емеше
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Polygonatum Mill.

Wikispecies-logo.svg
Викитөркөмдә
Систематика
Commons-logo.svg
Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS   43005
NCBI   16195
EOL   33609
GRIN   t:9709
IPNI   24672

Айыу емеше (урыҫ. Купе́на, йәки соломо́нова печа́ть, лат. Polygonátum) — Спаржа сәскәлеләр (Asparagaceae) ғаиләһенә ҡараған күп йыллыҡ үлән үҫемлек. Элекке систематика буйынса Ләлә сәскәлеләр ғәиләһенә индерәләр ине. Бейеклеге 30—65 см-ға етә. Май-июнь айҙарында аҡһыл сәскә ата.

Polygonatum multiflorum Sturm42.jpg
Айыу еләге. Якоб Штурм, «Deutschlands Flora in Abbildungen», 1796 китабынан ботаник иллюстрация

Таралыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Айыу емеше Төньяҡ ярымшарҙың уртаса һәм субтропик поясында үҫә. Рәсәйҙең Европа өлөшөндә, Алыҫ Көнсығышта һәм Кавказда үҫә. Башҡортостандың көньяҡ Урал алды райондарында осрай. Урмандарҙа, ҡыуаҡлыҡтарҙа, тау биттәрендә үҫә.

Ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тамырһабағы йыуан, тупраҡта горизонталь урынлашҡан, күп йыллыҡ.Ер өҫтө өлөшө йыл һайын үлә, ә тамырһабаҡта йоморо ьатынҡы урыны ҡала.[2]Шуға, халыҡ араһында сөләймән мөһөрө («печатями») тигән атамаһы бар.[3].

Япраҡтары сиратлап йәки 3—9 -лап суҡлап урынлашҡан. Япраҡ йәймәһе эллипс һымаҡ йәки йомортҡа формаһында[3].

Сәскәләре ике енесле. Япраҡ ҡуйынында 1—4 -ләп урынлашҡандар. Сәскә эргәлеге аҡһыл-йәшел, һирәкләр алһыу төҫтә. 6 япраҡса ҡушылып үҫеп, торба барлыҡҡа килтерә, өҫтән алты теш булып күренеп тора. 6 һеркәсе сәскә эргәлегенә ҡушылып үҫкән. Емешлектең емшәне һәм бағанасығы оҙон еп һымаҡ. Емешлек ауыҙы өс бүлкәтле (иренле).[2]. Сәскәләрен башлыса иңкештәр һеркәләндерә. Бәлки, үҙ-үҙенән дә һеркәләнләрҙер.[3].

Емеше — 1—9 Орлоҡло еләк емеш.[2].

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Флора СССР. В 30-ти томах / Главный редактор и редактор тома акад. В. Л. Комаров — М.—Л.: Издательство Академии Наук СССР, 1935. — Т. IV. — С. 456—467. — 760 с. — 5175 экз.
  • Ғүмәров В.З. Тыуған яҡтың шифалы үҫәмлектәре. —Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1996. -160 б. ISBN 5-295-01499-1

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Об условности отнесения описываемой в данной статье группы растений к классу однодольных см. раздел «Системы APG» статьи «Однодольные».
  2. 2,0 2,1 2,2 Род 292. Купена — Polygonatum // Флора СССР. В 30-ти томах / Главный редактор и редактор тома акад. В. Л. Комаров — М.—Л.: Издательство Академии Наук СССР, 1935. — Т. IV. — Б. 456—467. — 760 + XXX б. — 5175 экз.
  3. 3,0 3,1 3,2 Биологический энциклопедический словарь — Купена (Тикшерелгән 27 декабрь 2009)