Эстәлеккә күсергә

Айҙаров Камал Ғимаҙи улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Камал Ғимаҙи улы Айҙаров
Камал Ғимаҙи улы Айҙаров
Флаг
Флаг
«Башкниготорг» директоры
1917 — 1940
 
Тыуған: 1891({{padleft:1891|4|0}})
Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ районы) Ҡунаҡбай ауылы
Үлгән: 1944({{padleft:1944|4|0}})
РСФСР
Ҡатыны: Ҡыуатова Шәкирә Мөхәмәтғәлим ҡыҙы
Партия: ВКП(б) (1917 йылдан)

Камал Ғимаҙи улы Айҙаров (18911944) — Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. «Башкниготорг» директоры (1930—1937).

Камал Ғимаҙи улы Айҙаров 1891 йылда Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙенең (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ районының) Ҡунаҡбай ауылында тыуған. Милләте — башҡорт[1].

1920-се йылдар уртаһынан Башҡорт АССР-ының Халыҡ мәғарифы комиссариатында мөһим вазифалар биләй. 1930-сы йылдар башынан «Башгиз» нәшриәтендә эшләй. Күп кенә башҡорт әҙиптәренә, шул иҫәптән: Мәжит Ғафуриға, Дауыт Юлтыйға, Афзал Таһировҡа, Имай Насыриға, Төхфәт Йәнәбигә, Булат Ишемғолға әҫәрҙәрен нәшер итеү буйынса әүҙем булышлыҡ күрһәтә.

Уның башланғысы һәм туранан-тура ҡатнашлығында 1936 йылда «Башгиз» нәшриәте ике үҙ аллы ойошмаға — Башҡорт АССР-ының Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт нәшриәте («Башгосиздат») һәм Халыҡ мәғарифы комиссариаты ҡарамағындағы «Башкниготорг»ҡа бүленә. Һуңынан Камал Айҙаров «Башкниготорг» директоры вазифаһын башҡара[2]. Уның булышлығы арҡаһында Өфөлә заман талаптарына тура килгән ҡорамалдар менән йыһазландырылған яңы баҫмахана (типография) сафҡа индерелә. Был сығарылған продукцияһының сифаты һәм һаны артыуына мөһим йоғонто яһай[3].

Камал Айҙаров 1937 йылдың 26 ноябрендә ҡулға алына, СССР Енәйәт кодексының 58-10 һәм 58-11 статьялары буйынса ғәйепләнеп, 5 йылға төрмәгә ябылыуға хөкөм ителә. 1956 йылдың 3 декабрендә аҡлана[1].

Ҡатыны — Шәкирә Мөхәмәтғәлим ҡыҙы (19011995) — меценат, мәғрифәтсе Мөхәмәтғәлим Ҡыуатовтың ҡыҙы.