Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Аласабыр(урыҫ. пеганка) диалектарҙа әйтәлештәре: аласыбар, алазыбар, ағалағаҙ.- ҡаҙ ғаиләһенән булған һыу ҡошо
Өйрәктән ҙурыраҡ. Башы һәм муйыны ҡара йәшел, яурындары ҡара, түше ерән. Ҡорһаҡ йөнө, ҡанат ҡауырһындары ҡара һоро. Күкрәк аҫты, арҡаһының урта өлөшө, ҡанат төптәре, ҡабырғалары, ҡойроғо аҡ. Ата өйрәктең ҡыҙыл суҡышы төбөндә ҙур ғына ҡыҙыл һөйәле бар. Башҡа өйрәктәр менән бутау мөмкин түгел.
Ата ҡош яҙғыһын һыҙғыра, башҡ ваҡытта инә өйрәк кеүек бажҡылдай. Инә ҡош бынан башҡа тоноҡ ҡына «ҡор-ҡор» тигән тауыш сығара.
Балыҡ, һыу үҫемлектәре һәм бөжәктәре менән туҡлана.
Күсмә ҡош. Һирәк осрай. Ояһы ерҙә, өңдәрҙә. Йыш ҡына төлкө һәм бурһыҡтарҙың ташландыҡ өңдәрен файҙалана. 7-12 бөртөк аҡ йомортҡаһы була. Мамығы өсөн аулайҙар. Ите ашауға яраҡһыҙ.