Алатауайыры ( Ишембай районы)
Алатауайыры | |
Алатауайыры | |
Рәсми атамаһы | Алатауайыры |
---|---|
Рәсми тел | башҡортса һәм урыҫ теле |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Ҡолғона ауыл советы (Ишембай районы) |
Сәғәт бүлкәте | UTC+05:00[d] |
Алатауайыры[1] (башҡ. Алатауайыры), Ташбүкән тип тә йөрөтөлгән— хәҙерге Ишембай районында булған, хәҙер юҡҡа сыҡҡан ауыл.Ҡолғона ауыл советына ингән.
Тарихы һәм географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл 1930-йылдарға тиклем Алатауайыры йылғаһы буйында (Еҙем йылғаһы бассейны) булған. 1865—1896 йылдар араһында Юрматы волосы Ташбүкән (Үрге Ташбүкән һәм Түбәнге Ташбүкән) ауылы кешеләре тарафынан нигеҙ һалынған . 1896 йылда 20 йортта 72 кеше ,1906 йылда— 25 кеше йәшәгән. Халыҡ малсылыҡ, умартасылыҡ менән шөғөлләнгән, ағастан төрлө кәрәк-яраҡ яһаған[2]. Алатауайыры Ташбүкәндән айырылып сыҡҡан Ҡалыу-Айыры[3], Урта-Айыры ауылдарына күрше булған. Ауылдың төп аймағы- Алатау-Айыры, Шауһөйәк, был аймаҡтың бер өлөшө Ташбүкәндә ҡалған[3].
Топонимика
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Айыры (төрки. телдәрҙә, башҡорт телендә) —армыт, тау армыты[4]. Алата́у— «ала тау» (төрлө төҫлө). Топонимдың башҡортса атамаһы башҡ. Алатауайыры) уртаҡлыҡ исемдәргә хас булмаған ике һүҙҙе ҡушып булдырылған[5].
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ишимбайская энциклопедия. Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015, С.567
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Топокарты Генштаба 2018 йыл 15 декабрь архивланған.
- ↑ Ишимбайская энциклопедия. Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015, С. 567
- ↑ 3,0 3,1 Шитова С. Н. Традиционные поселения и жилища башкир: Вторая половина XIX — первая четверть XX в.- М.: Наука , 1984. — С. 60 — 252 с.
- ↑ Корнилов Геннадий Емельянович. Топонимия республик Поволжья (Башкортостан, Коми, Марий Эл, Мордовия, Татарстан, Удмуртия, Чувашия) IX: А-анлаутные географические названия // Вестник Чувашского университета. — 2006. — № 1.
- ↑ Камалов Азат Ахмадуллович. Башкирская топонимия. — Уфа, 1997.