Албан әҙәбиәте
Албан әҙәбиәте | |
Әҫәрҙең теле | албан теле |
---|---|
Албан әҙәбиәте Викимилектә |
Албан әҙәбиәте — албан телендә яҙылған әҙәбиәт. Был термин шулай уҡ албандар тарафынан яҙылған йәки Албанияла ижад ителгән әҙәбиәткә ҡарата ла ҡулланыла.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғосман хакимлығы ваҡытында (1500 йылдарҙан алып 1900 йылдар башына тиклем) албан әҙәбиәтенә төрөк һәм православ грек легенда һәм риүәйәттәре ҙур йоғонто яһай. Төрлө хикәйтәттәр быуындан-быуынға героик поэма, хикәйтә һәм легенда рәүешендә тапшырыла килгән. Ауыҙ-тел ижады телде һәм милли йолаларҙы һаҡлап ҡалырға ярҙам иткән. Албан халыҡ эпостары өсөн һигеҙ юллыҡ шиғырҙар хас, ә илдең төньяғы өсөн — ун юллыҡтар. Әҫәрҙәрҙең иң популяр геройҙары булып Скандерберг һәм төрөк солтанына ҡаршы торған ағалы-ҡустылы Муйо һәм Хәлил һанала. Бынан тыш, албан христиандары — «слав» тип йөрөтөлгән серб юнактары уларҙың дошмандары булып торалар. Айырып әйткәндә, Марко — Королевич. Бер ҡатын-ҡыҙҙың стенаға ҡуша ҡатырылғанлығы тураһындағы сюжет билдәле, балҡан фольклорындағы «Розафт ҡәлғәһе» һәм йыландар менән алыш тураһындағы «Дердь Элез Әлиә» тигән әҫәрҙәр киң таралған. Һуңғыһы буйынса шул уҡ исемде йөрөткән опера ла сәхнәгә сығарыла, уның либреттоһын Исмәғил Ҡадаре яҙа. Албан мифологияһында илаһи көстәр ҡатын-ҡыҙ сүрәтенә әүерелә алған убырҙар һәм мойрҙар һәм нимфалар ише грек персонаждары — оралар, заналар рәүешендә күҙ алдына баҫтырыла. Шулай уҡ ер Һылыуы — әкиәт һылыуҡайы ер аҫтында йәшәй, шәреҡ мәжнүнен хәтерләткән, хушһыҙ булып ғашиҡ булған егет кенә уға йәр була алған. Төркиәнән таҙ Хужа Насретдин — урыҫтарҙың иҫәр Иваны тибындағы персонаж тураһындағы көләмәстәре күскән.
Албан телендәге боронғо яҙма документтар 1462 йылдарға тура килә. Тәүге билдәлелек алған ҙур әҫәр — Марина Барлетиҙың «Скандерберг тарихы»; латин телендә яҙылған был әҫәр Европа илдәрендә, шул иҫәптән, Мәскәү батшалығында һәм Бөйөк Литва Кенәзлегендә лә киң танылыу яулай. Уның буйынса беренсе албан фильмы төшөрөлә (СССР менән берлектә төшөрөлә; Канн кинофестивалендә премияға лайыҡ була).
Кардинал Петр Будиҙың «Христианлыҡ тәғлимәте» тигән поэмаһы XVII быуатҡа ҡарай, һәм ул католик бароккоһы рухында яҙылған. Ғосмандар яулап алған осорҙан башлап төрөк, ғәрәп һәм фарсы үрнәктәре йоғонтоһонда яҙылған мосолман әҙәбиәте таралыш ала. Улар араһында күренекле Нәзим Фраҡул (1680—1760), Сөләймән Наиби (?-1772), Хәсән Зүҡо Камбери (1740-?) ише әҙиптәрҙең исемдәре билдәле. Улар шиғриәтенең темаһы — Исламды маҡтау, яҙмыш кирелектәренә ялыу, сатира, мөхәббәт.
Ғосман империяһы заманында, 1800 йылдар аҙағында, бер туғандар Наим һәм Сами Фрашери Албан милли яңырыу әҙәбиәтенең лидерҙарҙың береһе булып китәләр. Был милли хәрәкәт Гергь Фишта кеүек бик күп шағирҙарҙар өсөн тиҫтә йылдар дауамында илһамландырыу сығанағы була. Шулай уҡ Иеронима де Радуҙы ла телгә алырға була, уның ижадын Ламартин һәм Нобель премияһының тәүге лауреаттарының береһе Фредерик Мистраль үҙ итәләр. Танылыу алған милли яҙыусылар рәтенә Фан Нолиҙы ла индерергә мөмкин, ул 1920 йылдарҙа ил лидерына әйләнә (ул шулай уҡ билдәле тәржемәсе лә була). Фаиҡ Коница, Гийом Аполинерҙың дуҫы, шулай уҡ Нолиҙың арҡаҙашы була, ул албан авангардсылыҡ ижадына нигеҙ һалыусы була. Тәүге албан проза әҫәрҙәренең өлгөһө булып билдәле телсе Кристофордиҙың «Тау кешеләренең һунары» тигән әҫәре тора, ул урыҫ теленә лә тәржемә ителгән. Был хикәйәлә изге тау тип һаналған Томори культы сағылыш тапҡан. Үткән быуаттың баштарында Ғосмандарға ҡаршы көрәш тураһындағы новеллалар һәм мемуарҙар менән (фрагменттары рус теленә тәржемә ителгән) Михаль Грамено әҙәбиәткә килеп инә. Албан телендә ижад ителгән беренсе пьесаның авторы — шағир Андрон Чаюли, албан поэзияһындағы иң яҡшы сонеттар авторы Ндре Мьеды — Граменоның замандаштары була.
Һуғыштар арауығындағы албан шағирҙарының һәм яҙыусыларының иң талантлыһы булып Николош Мигени һанала, ул «ҡәһәр һуҡҡан шағир» тигән исем йөрөткән Горький һәм Ницше йоғонтоһонда ижад иткән була.
Коммунистар режимы ваҡытында цензура бик ҡаты ҡуйыла, ул илдең әҙәби тормошона бик ныҡ ҡамасаулай. Илдә бер партиялылыҡ юҡҡа сығыу менән, әҙәбиәт цензуранан ҡотола һәм үҫешеүен дауам итә. Албанияның әлеге көндә иң билдәле яҙыусыһы — ул бер нисә тапҡыр әҙәбиәт буйынса Нобель премияһына кандидат Исмәғил Кадар. Уның оппоненттары — диссидент, соцреализм тәнҡитсеһе, А. Д. Синявскийҙы һоҡландырған, албан постмодернизмына нигеҙ һалыусыҠасем Требешин. Шулай уҡ Дритеро Аголыны, Кокон Ведатты — күренекле тел белгесе, Шекспирҙы, "Анна Каренина"ны тәржемә итеүсене миҫал итеп килтерергә була. Рус теленә уның «Тормош тулҡыны буйлап» тигән романы тәржемә ителгән.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Албан әҙәбиәте Викимилектә |