Эстәлеккә күсергә

Алга Александр Егорович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Алга Александр Егорович
Тыуған көнө

27 ноябрь 1913({{padleft:1913|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) или 27 ноябрь (10 декабрь) 1913[1]

Вафат булған көнө

15 июнь 1977({{padleft:1977|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})[1] (63 йәш)

Алга Александр Егорович (1936 йылға тиклем фамилияһы — Бачков; 27 ноябрь 1913 йыл15 июнь 1977 йыл) — сыуаш шағиры, прозаик, драматург, тәржемәсе һәм әҙәби тәнҡитсе. Сыуашстандың халыҡ шағиры.

Александр Егорович Алга Сембер губернаһы Быуа өйәҙе (хәҙерге Татарстан Республикаһының Тәтеш районы) Күшкә-Яңы Тимбай ауылында 1913 йылдың 27 ноябрендә тыуған.

Башта ауыл мәктәбендә уҡый, аҙаҡ балалар йортона күсерелә. Ҡазан Сыуаш техникумында, Сыуаш педагогия институтында белем ала.

Сыуашстандың Ҡыҙыл Армия һәм Цивильск райондары мәктәптәрендә сыуаш теле һәм әҙәбиәтен уҡыта, Ядрин педагогия училищеһында эшләй.

1938 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.

1939 йылдың ноябрендә РККА-ға маҡырыла, Көнбайыш Украинала хеҙмәт итә.

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Һуғыш 1941 йылдың 22 июнендә башлана. Сик буйы оборона һуғышында ҡатнаша. 1941 йылдың 30 июнендә Львов ҡалаһы тирәһендә, баш һәм ҡулдары яраланып, госпиталгә оҙатыла. 1943 йылдың февраленән взвод командиры һәм 43-сө айырым инженер-сапер батальонында рота командиры булып хеҙмәт итә. Төньяҡ-Көнбайыш, Үҙәк, Воронеж һәм 1-се Украина фронттарында һуғыша. 1944 йылдың апрелендә Тернополь ҡалаһы янында икенсе тапҡыр яралана. Һуғышты өлкән лейтенант булып тамамлай.

Әҙәби эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һуғыштан һуң «Ялав» журналында мөхәррир булып эшләй, Сыуаш Яҙыусылар союзы рәйесе, РСФСР Яҙыусылар союзы секретары була.

1963—1967 йылдарҙа - Сыуаш АССР-ы Юғары Советы депутаты.

1977 йылдың 15 июнендә Чебоксарҙа вафат була, ҡаланың 1-се зыяратында ерләнгән.

Ижади эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Беренсе шиғырҙары матбуғатта 1931 йылда баҫыла. Әҙип шиғриәттә лә, прозала ла ижад итә, тәржемә менән шөғөлләнә һәм тәнҡит материалдары менән сығыш яһай.

  • «Хĕвеллĕ ир» (Стихи, 1940);
  • «Тăватă çулталăк» (1947);
  • «Сăвăсемпе поэмăсем» (1948);
  • «Юлташпа юнашар» ( 1955);
  • «Хамăр ялсем» (поэма, 1956);
  • «Легендăсем» (1960);
  • «Çамрăксем» (1961);
  • «Пурнăçпа вилĕм» (1966);
  • «Хĕçпе çурла» (роман, 1968, 1973);
  • «Хурама та хурăн» (повесть, 1979);
  • «Мои земляки» (Ман тăвансем, поэма, 1959);
  • «Вязы да березы» (Хурамасемпе хурăнсем, повесть 1965).
  • «Чăваш литературин антологийĕ», составители: Д. В. Гордеев, Ю. А. Силэм. Чебоксары, 2003. ISBN 5-7670-1279-2
  1. 1,0 1,1 Исаев Ю. Н. Чувашская энциклопедия (урыҫ)Чувашское книжное издательство, 2006. — 2567 с. — ISBN 978-5-7670-1471-2