Юзыкайн Алексей Михайлович
Юзыкайн Алексей Михайлович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 20 апрель 1943 |
Тыуған урыны | Янактай, Ҡарый ауыл советы, Краснокама районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 15 май 2004 (61 йәш) |
Вафат булған урыны | Киров өлкәһе, Рәсәй |
Балалары | Эрик Юзыкайн[d] |
Һөнәр төрө | журналист, яҙыусы, йәмғиәт эшмәкәре |
Әүҙемлек урыны | Арлан ауылы, Стәрлетамаҡ, Ҡазан һәм Морки[d] |
Юзыкайн Алексей Михайлович (Алеко Юзыкайн; 20 апрель 1943 йыл — 15 май 2004 йыл) — мари яҙыусыһы, журналист, йәмәғәт эшмәкәре. СССР Журналистар союзы ағзаһы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Алексей Михайлович Юзыкайн 1943 йылдың 20 апрелендә Башҡорт АССР-ының Краснокама районы Янаҡтай ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1961 йылда Арлан урта мәктәбен тамамлағандан һуң, комсомол путевкаһы буйынса Стәрлетамаҡ ҡалаһына химия заводы төҙөргә китә. Асфальтлаусы, электрик булып эшләй.
Өс йыл матрос булып Тымыҡ океан флотында хеҙмәт итә.
1965 йылда Ҡазан дәүләт университетына уҡырға инә. Өс йыл уҡығандан һуң ситтән тороп уҡыу бүлегенә күсә.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген Морки районының «Колхозная правда» район гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр булып башлай. Юғары белем тураһында диплом алғас, 1969 йылдан «Ямде лий» («Будь готов!») пионер гәзитендә тәүҙә яуаплы секретарь, һуңынан 20 йыл самаһы баш мөхәррир булып эшләй.
Элек 1930-сы йылдарҙа нәшер ителгән «Пионер йÿк» («Пионер тауышы») журналын тергеҙеү инициаторы була. Журналдың (1996 йылдан — «Кече») баш мөхәррире булып 1998 йылға тиклем эшләй[1].
Рус телендә балалар өсөн «Родничок» гәзитен сығарыуҙы ойоштора һәм нәшер итә (1996—2002).
1992 йылда Алеко Юзыкайн башланғысы менән «Мари календарын» баҫтырыу ҡайтанан тергеҙелә (элек 1907—1913 йылдарҙа нәшер ителгән).
2004 йылдың 15 майында Киров өлкәһендә эш сәфәре ваҡытында асыҡланмаған шарттарҙа һәләк була. Башҡортостандағы тыуған ауылы зыяратында ерләнә.
Ижади эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Марий эл республикаһында һәм унан ситтә һәләтле ойоштороусы, йәмәғәт эшмәкәре, журналист һәм яҙыусы булараҡ билдәле. Бер туған ағаһы Марий эл Республикаһының халыҡ яҙыусыһы Александр Юзыкайн.
«Ямде лий» гәзитендә эшләгән осорҙа даими рәүештә йәш хәбәрселәр слеттары үткәрә, һуңынан журналистар, ғалимдар, профессиональ яҙыусылар, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре булып киткән күп йәш хәбәрселәрҙең (Г. Сабанцев, В. Абукаев, Г. Шкалина, Р. Бушков, Г. Макарова, Ю. Соловьев, В. Козлов һәм башҡалар) остазы була.
«У вий», «Марий ушем», «Мер каҥаш» йәмәғәт хәрәкәттәрен ойоштороуҙа ҡатнаша.
Алеко Юзыкайн шулай уҡ әҙәби проза яҙа. Башлыса балалар яҙыусыһы булараҡ билдәле. 1978 йылда йәш уҡыусылар өсөн «Лудыш аршаш» («Венок чтения») китабын баҫтырып сығара, аҙаҡтан тиҫтәләгән хикәйәләре, «Пушеҥге пушеҥгылан эҥерта» («Ағас ағасҡа таяна») повесы донъя күрә[2].
Бик күп нәфис, фәнни-популяр йыйынтыҡтар, мари халҡы тарихы буйынса китаптар авторы-төҙөүсеһе була.
Үҙенең публицистик материалдары аҫтында ғәҙәттә «А. Михайлов» псевдонимы менән ҡул ҡуйған.
Төп әҫәрҙәре[3]
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ошла воктене; Опке; Пурла ден шола; Юрик шолагай мурым мура: йоча-влаклан ойлымаш-влак // Ончыко. 1975. № 3. С. 98—102.
- Лудыш аршаш: ойлымаш-влак. [Хикәйәләр шәлкеме]. Йошкар-Ола 1978. С. 48
- Пушеҥге пушеҥгылан эҥерта: [Ағас ағасҡа таяна] повесы. Йошкар-Ола, 1985. 168 б.
- Марий… кö ме улына: йоча-влаклан / Алеко ден Эрик Юзыкайн. Йӱвӓскӱлӓ, 1999. 60 б.
- Чоноҥгыр: марий калык сылнымут. Йошкар-Ола, 1994. 116 б.
- Юзо тÿня = Мөғжизәле донъя: мари һәм рус телендә мари халыҡ әкиәттәре / төҙөүсе А. Юзыкайн. Йошкар-Ола, 2002. 144 с.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мари АССР-ы Юғары Советы Президиумының Маҡтау грамотаһы (1983).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Писатели Марий Эл / Сост. А. Васинкин, В. Абукаев. — Биобиблиографический справочник. — Йошкар-Ола: Марийское книжное издательство, 2008. — С. 709. — 752 с. — ISBN 978-5-7590-0966-5.
- ↑ Писатели Марий Эл / Сост. А. Васинкин, В. Абукаев. — Биобиблиографический справочник. — Йошкар-Ола: Марийское книжное издательство, 2008. — С. 710. — 752 с. — ISBN 978-5-7590-0966-5.
- ↑ Писатели Марий Эл / Сост. А. Васинкин, В. Абукаев и др.. — Биобиблиографический справочник. — Йошкар-Ола: Марийское книжное издательство, 2008. — С. 710. — 752 с. — ISBN 978-5-7590-0966-5.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Алексей Юзыкайн (Алеко) Михайлович // биографик Мари энциклопедия. Автор-төҙөүсеһе: Мочаев В. А. — Йошкар-Ола: Мари биографик үҙәге, 2007. — 415 б.