Алекторов Александр Ефимович
Алекторов Александр Ефимович | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Вафат көнө | |
Ил | |
Ғилми даирәһе |
шәрҡиәтсе |
Ниндәй өлкәлә танылған |
шәрҡиәтсе һәм миссионер |
Александр Ефимович Алекторов (1861 — 1918 йә 1919) — Рәсәй империяһы ғалимы, шәрҡиәтсе, миссионер[1].
Ҡаҙаҡ һәм башҡорт халыҡтарының тарихын, этнографияһын һәм мәҙәниәтен өйрәнә. Ырымбур педагогия институтын тамамлай. Ырымбурҙа һәм Орскта мәктәптә уҡытыусы булып эшләй. 1886 йылда Әстерхан губернаһының, ә 1894 йылда — Турғай өлкәһенең халыҡ училищелары инспекторы була. 1903 йылдан алып — Семипалатинск өлкәһендә халыҡ училищеһы директоры . Ҡаҙаҡтарҙың хужалығы, мәҙәниәте, көнкүреше, йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре, халыҡ медицинаһы тураһында, фольклор, йыр һәм шиғри ижады буйынса хеҙмәттәр авторы. 1896 йылда "Кобыланды" эпосын яҙып ала. 1917 йылдың октябренә тиклем Ақмола, Семипалатинск, Урал өлкәләренең ҡаҙаҡ мәктәптәрендә Ы. Алтынсариндың "Хрестоматия"һы менән бер рәттән, Александр төҙөгән уҡыу әсбаптары ла ҡулланыла ("К мудрости ступенька", М., 1891; "Ҡырғыҙ хрестоматияһы", Ырымбур, 1898). "Башҡа халыҡтарҙы руслаштырыу өсөн нимә кәрәк", "Исламизм һәм ҡырғыҙҙар" хеҙмәттәрендә ҡаҙаҡтарҙы руслаштырыу мәсьәләләре күтәрелгән.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Алекторов, Александр Ефимович // Казахстан. Национальная энциклопедия. — Алматы: «Қазақ энциклопедиясы», 2004. — Т. I. — ISBN 9965-9389-9-7.
Библиография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Алекторов, Е. А. Указатель книг, журнальных и газ. статей и заметок о киргизах. — Казань, 1900.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Алекторов, Александр Ефимович // Казахстан. Национальная энциклопедия. — Алматы: «Қазақ энциклопедиясы», 2004. — Т. I. — ISBN 9965-9389-9-7.
- Зобов Ю.С. Историки Южного Урала. Вторая половина XIX — начало ХХ века. Оренбург, 1991.
Был мәҡәләлә «Ҡаҙағстан. Милли энциклопедия» (1998—2007) материалдары ҡулланылды, барлыҡ материалды «Қазақ энциклопедиясы» редакцияһы Creative Commons BY-SA 3.0 Unported лицензияһы буйынса тәҡдим итте.