Эстәлеккә күсергә

Мефодьев Александр Иванович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Александр Мефодьев битенән йүнәлтелде)
Мефодьев Александр Иванович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 28 ноябрь 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})[1] (85 йәш)
Тыуған урыны Батыревский район[d], Сыуаш АССР-ы[d], РСФСР, СССР
Яҙма әҫәрҙәр теле Сыуаш теле
Һөнәр төрө шағир, әҙәби тәнҡитсе, прозаик, тәржемәсе, яҙыусы
Эш урыны И. Я. Яковлев исемендәге Сыуаш дәүләт педагогия университеты
Уҡыу йорто И. Я. Яковлев исемендәге Сыуаш дәүләт педагогия университеты
Ғилми дәрәжә филология фәндәре кандидаты[d]

Мефодьев Александр Иванович (әҙәби псевдонимы Аксар Сантар; 28 ноябрь 1938 йыл) — ғалим-филолог, яҙыусыһы, әҙәби тәнҡитсе, шағир. 1992 йылдан хәҙерге И. Я. Яковлев исемендәге Сыуаш дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 1998—2004 йылдарҙа сыуаш филологияһы факультеты деканы. Филология фәндәре кандидаты (1984). 1991 йылдан Сыуаш Республикаһы, 1992 йылдан Рәсәй Федерацияһы Яҙыусылар союздары, 1969 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Сыуаш Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре (2000), Марфа Трубина исемендәге әҙәби премия лауреаты (1988).

Александр Иванович Мефодьев 1938 йылдың 28 ноябрендә Сыуаш АССР-ының Батыр районы Яншыҡ ауылында тыуған. 1953 йылда Яншыҡ ете йыллыҡ, 1956 йылда Шығырҙан урта мәктәбен тамамлай. Колхоз артеленә эшкә инә.

1957 йылда Александр Мефодьев армияға алына. Хәрби хеҙмәттән һуң Ибресин районының «Коммунизм çĕнтерĕвĕшĕн» гәзитендә эшләй, КПСС райкомы инструкторы була (1961-1962).

1962—1970 йылдарҙа «Авангард» район-ара газетаһы хеҙмәткәре.

1970—1972 йылдарҙа КПСС-тың Батыр райкомында һәм КПСС-тың Сыуаш өлкә комитетында (1972-1985) эшләй, «Хатĕр пул» («Çилçунат») журналының баш мөхәррире була (1985-1992).

1961-1967 йылдарҙа Сыуаш педагогия институтында ситтән тороп уҡый. 1972-1975 йылдарҙа — Сыуаш университеты аспиранты.

1984 йылда «филология фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай (Саранск, «Современная чувашская проза о рабочем классе» диссертацияһы темаһы).

1992 йылдан Сыуаш дәүләт педагогия институтында өлкән уҡытыусы, доцент, бер үк ваҡытта 1998-2004 йылдарҙа сыуаш филологияһы факультеты деканы.

Александр Иванович 1950-се йылдар башынан әҙәби өлкәлә. «Кхл» («Ялҡау») — уның 1954 йылда «Авангард» район гәзитендә баҫтырған беренсе шиғыры була. Һуңыраҡ очерк, мәҡәлә һәм шиғырҙары республика ваҡытлы матбуғатында донъя күрә.

Уның шиғырҙарына сыуаш композиторҙары Ф. Эриванов, Ю. Кудаков, Ю.Жуков, Н. Тимофеев, В. Романов, В. Адюков һәм Н. Заводскова 40-тан артыҡ йыр ижад иткән.

Әҙип шулай уҡ үҙенең тәржемәләре менән дә билдәле. Ул рус, татар, муҡшы авторҙарының хикәйәләрен, шиғыоҙарын сыуаш теленә тәржемә иткән.

Александр Мефодьев «Тракторстрой çути» (Тракторстрой уты) һәм «Çамрăклăхпа ăсталăх» (Йәшлек һәм оҫталыҡ) сыуаш авторҙары йыйынтыҡтарын әҙерләй. Шулай уҡ уның айырым китаптары ла баҫылған.

  • Алексей Талвир (1999);
  • Образы рабочих в чувашской литературе (2001);
  • Юхать Пăл» (2003).
  • Сантӑр Аксар [Текст]: [буклет] / Межпоселен. центр. б-ка Батырев. р-на. — Батырево, 2007. — 1 л., слож. втрое с.
  • Васильев Г. Александр Аксар. «Аван-и, ялăм» / Г. Васильев // Тантăш. — 2004. — 8 ака (№ 15). — С. 8.
  • Васильев Г. Ҫитӗнӳсемлӗ юбилей / Г. Васильев // Халӑх шкулӗ = Нар. шк. — 2008. — № 6. — С. 22.
  • Кудаков Ю. Сантăр Аксарăн сăнарлăхĕ: (А. И. Мефодьев çуралнăранпа 70 çул ҫитрĕ) / Ю. Кудаков // Хыпар. — 2008. — 2 раштав. — С. 4.
  • Кудаков Ю. Д. Сантăр Аксарӑн сăнарлăхĕ: (А. И. Мефодьев çуралнăранпа 70 çул тултарнă май) / Ю. Д. Кудаков // Чăваш чĕлхипе литератури : теори тата методика. — Шупашкар, 2009. — 9-мĕш кăларăм. — С. 8-11.
  • Метин П. Н. Вăрман та хунавран чĕрĕлет / П. Н. Метин // Хыпар. — 1998. — 25 чӳк.
  • Метин П. Н. А. И. Мефодьев (Сантӑр Аксар) пурнăçĕнчи тата пултарулăхĕнчи тĕп йĕрсем / П. Н. Метин // Чăваш чĕлхипе литератури: теори тата методика. — Шупашкар, 2009. — 9-мĕш кăларăм. — С. 3-8.
  • Осипов Н. Ҫыравҫӑ-ӑсчах / Н. Осипов // Авангард (Патӑрьел районӗ). — 2008. — 26 чӳк.
  • Степанова О. Александр Мефодьев / О. Степанова // Çилçунат. — 2002. — № 6. — С. 7.
  • Антонова З. С. Мефодьев Александр Иванович / З. С. Антонова // Чувашская энциклопедия. — Чебоксары, 2009. — Т. 3: М—Се. — С. 87.
  • Афанасьев П. Мефодьев Александр Иванович // Афанасьев, П. Писатели Чувашии / П. Афанасьев. — Чебоксары, 2006. — С. 265—266.
  • Мефодьев Александр Иванович // Батыревская энциклопедия. — Чебоксары, 2005. — С. 139—140.
  • Мефодьев Александр Иванович // Вестник Чуваш. пед. ун-та им. И. Я. Яковлева. — 2003. — № 4. — С. 154.
  • Мефодьев Александр Иванович // Ученые Чувашского государственного педагогического университета им. И. Я. Яковлева. — Чебоксары, 2005. — С. 217—218.
  • Мефодьев Александр Иванович // Ученые Чувашского государственного педагогического университета им. И. Я. Яковлева. — Чебоксары, 2010. — С. 257—258.
  • Ялгир П. Мефодьев Александр Иванович // Ялгир, П. Литературный мир Чувашии / П. Ялгир. — Чебоксары, 2005. — С. 68[2].