Эстәлеккә күсергә

Пантелеев Александр Васильевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Александр Пантелеев битенән йүнәлтелде)
Пантелеев Александр Васильевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 7 апрель 1932({{padleft:1932|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})
Тыуған урыны Бөйөк Луки, Западная область[d], РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 31 июль 1990({{padleft:1990|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:31|2|0}}) (58 йәш)
Вафат булған урыны Вологда, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө рәссам
Уҡыу йорто Өфө сәнғәт училищеһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]

Пантелеев Александр Васильевич (7 апрель 1932 йыл — 31 июль 1990 йыл) — СССР рәссамы, график, монументалист, сценограф. 1956 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың (1974) һәм Башҡорт АССР-ының (1966) атҡаҙанған рәссамы.

Александр Васильевич Пантелеев 1932 йылдың 7 апрелендә Великие Луки ҡалаһында театраль ғаиләлә тыуа. 1948 йылда Өфө театр-художество училищеһына уҡырға инә һәм уны 1953 йылда тамамлай. 1976 йылда В. Н. Корбаков саҡырыуы буйынса рәссам Өфөнән Вологдаға күсә. 1977 йылдан 1983 йылға һәм 1987 йылдан 1989 йылға тиклем Александр Васильевич СССР Рәссамдар союзының Вологда ойошмаһы менән етәкселек итә.

Пантелеев Александр Васильевич 1990 йылдың 31 июлендә Вологда ҡалаһы дауаханаларының береһендә вафат була.

Ижади эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ун өс йәшлек Саша Пантелевтың беренсе ижади эштәре булып А. С. Грибоедовтың «Горе от ума» һәм Лопе де Веганың «Фуэнте Овехуна» пьесаларына декорация эскиздары тора. художество училищеһынан һуң ул Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры һәм Республика рус драма театры өсөн декорация эскиздары яҙа. Александр Васильевич барлығы 17 постановкаға декорциялар булдырыу өҫтөндә эшләй. Александр Васильевич республика (1953 йылдан), зона (1964 йылдан), Бөтә Союз һәм сит ил (1957 йылдан) художество күргәҙмәләрендә ҡатнаша. 1969 йылдан рәссамдың ун алты шәхси күргәҙмәһе үтә. Уның картиналары һәм рәсемдәре Рәсәйҙең һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәренең 40 музейында һаҡлана. Алты картинаһы Третьяков Дәүләт галереяһында урынлашҡан. Вологда картина галереяһында А. В. Пантелеевтың 136 сәнғәт әҫәрҙәре һәм 1268 рәсеме иҫәпләнә. «Март», «Бухара» картиналары М. В. Нестеров исемендәге Художество музейында урынлашҡан, «Горлицы» Пермь художество галереяһында, «Голубые минареты» Төмән һынлы сәнғәт музейында, «Зима. Скалы» һәм «Уфимская ТЭЦ» Рәсәй Федерацияһы Рәссамдары союзының художество фондында, «Уральский натюрморт» Рәсәйҙең мәҙәниәт министрлығында һаҡлана. Рәссамдың 80-дән ашыу эшен шәхси коллекционерҙар һатып алған.

Приуралье, х. м., 1954. Зимний пейзаж, х. м., 1955, Голубые снега, х. м., 1956. Индустриальный мотив, х. м., 1956. Март, х. м,, 1956. Весенняя таль 1956. Сторожевые острова, х. м., 1957—1958. Башкирский рудник, х. м, 1957. Медный рудник, х. м., 1959. Серия «Край Башкирский», 1960: Зимний путь, х. м.; Весенние пастбища, х. м.; Солнечные снега, х. м.; Зимой на речке Куркатаве, х. м.; Горы-увалы, х. м.; Пашня, х. м., 1962. Над снегами, х. м., 1962. Перед снегопадом, х. м., 1962. Ирендык. Бабье лето, х. м, 1962. В Башкирии, х. м., 1963. К геологам, х. м., 1963. Северный Урал, х. м., 1963. Огни вечерней смены, х. м., 1964. Утренние гудки, х. м, 1964. Углеразрез, х. м., 1964. Серия работ «По Средней Азии», х. м., 1966. Лаборатория пространства, х. м., 1966. Натюрморт «Агавы и кактусы», х. м., 1966. В леспромхозе, х. м., 1966. Стройучасток, х. м., 1966. Локатор, х. м., 1966. «Черные рыбы» 1967. «Март. Синие тени.» 1969. Триптих «Индустриальные ритмы», 1970—1974: Смена, х. м.; Химзавод, х. м.; Пусковой объект, х. м. «Натюрморт с апельсинами» 1971. Август в Башкирии, х. м., 1974. Красные телефоны, х. м., 1974. Интерьерҙарҙы биҙәү комплексы БАССР-ҙың Ишембай ҡалаһы нефтселәр Мәҙәниәт һарайы (етәксе), 1959.Өфө ҡалаһында Яңы-Өфө нефть эшкәртеү заводының комплекслы биҙәү эскиздары (етәксе), 1963. Стәрлетамаҡ ҡалаһында «Синтезкаучук» заводы Мәҙәниәт һарайының экстерьеры фризының мозаикаһы, 1966—1971 (Б. Я. Палех, Н. А. Русских, В. А. Юдин менән берлектә). Өфө ҡалаһында фәнни-тикшеренеү учреждениеһы бинаһының экстерьерында мозаика-панно, 1972—-1974. Эскизы декораций к опере Н. А. Римский-Корсаковтың «Снегурочка» операһына декорация эскиздары, х. м., 1953—1960. «К поэту» 1977. «Флоренция» 1982.

  • «Хованщина», М. П. Мусоргский (1953 йыл)
  • «Снегурочка», Н. Римский-Корсаков (1957)
  • «Коварство и любовь», Ф. Шиллер (1961)
  • «Руслан и Людмила», М. И. Глинка (1963)
  • «Всеми забытый», Н. Хикмет (1964)
  • «Каменный цветок», С. С. Прокофьев (1968)
  • «Бахчисарайский фонтан», Б. В. Асафьев (1970)
  • «Дон Карлос», Ф. Шиллер (1978)

Шәхси:

  • 1969, 1974 (Өфө)
  • 1973, 1984, 1989 (Мәскәү)
  • 1974 (Төмән)
  • 1974 (Омск)
  • 1974 (Бийск)
  • 1974 (Кемерово)
  • 1974 (Свердловск)
  • 1975 (Ленинград)
  • 1977, 1982, 1991, 1997, 2000 (Вологда)

Бөтә Союз:

  • «Театр һәм кино рәссамдары» (1956 йыл, Мәскәү)
  • Бөтә Союз йәштәр фестиваленә арналған (1957, Мәскәү)
  • Совет власының 50 йыллығына арналған Бөтә Рәсәй художество күргәҙмәһе, 1969.
  • «Театр һәм кино рәссамдары» Бөтә Рәсәй күргәҙмәһе, Ленинград, 1974.
  • РСФСР рәссамдары әҫәрҙәренең күргәҙмәһе , Кишинев.
  • РСФСР рәссамдары әҫәрҙәренең күргәҙмәһе, Таллин.
  • РСФСР рәссамдары әҫәрҙәренең күргәҙмәһе, Баку.

Республика:

  • «Совет Рәсәйе» (1960, 1965, 1970, 1975, Мәскәү)
  • «Башҡортостан рәссамдары» (1956, 1957, 1959, 1962, 1966, 1976, Өфө)

Зона:

  • «Социалистик Урал» — (1964)
  • «Социалистик Урал» — (1969, Силәбе)
  • «Социалистик Урал» — (974, Өфө)
  • «Совет Төньяғы» — (1979, Сыктывкар)
  • «Совет Төньяғы» — (1984, Новгород)
  • «Төньяҡ рәссамдары» — (1988, Мурманск)

Тематик:

  • XIII—XX бб. Вологда ере сәнғәте . (1990)
  • Вологда еренең сәнғәт хазинаһы. (1991, Ленинград)
  • Вологда еренең сәнғәт хазинаһы. (1993, Түбәнге Новгород)
  • Вологда өлкәһе көндәре Мәскәүҙә (1995)

Мемориаль оҫтахана

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
А. В. Пантелеевтың мемориаль оҫтаханаһы

1981 йылдан Пантелеев Александр Васильевич Козленская урамындағы XIX быуатҡа ҡараған 4-се һанлы бер ҡатлы кирбес йортта эшләй. Рәссам тере саҡта был оҫтаханала уның 100-гә яҡын картинаһы һәм 1000-ләп рәсеме һаҡланған.

1993 йылдың 7 апрелендә Вологда өлкә картина галереяһы филиалының А. В. Пантелеев Мемориаль оҫтаханаһын асыу тантанаһы үтә. Мемориаль оҫтахананың тәүге эшләү йылдарында рәссамдың ижады үҙенсәлектәрен асҡан күп һанлы тематик күргәҙмәләр үтә:

  • «Пикассо һәм Пантелеев»
  • «Пантелеевтың иртә ижады»
  • «Пушкин циклы»
  • «Театр ижадта һәм яҙмышта»
  • «Рәссамдарҙың ижадында Италия»
  • «Ижадта экологик тема»
  • «Француз юнәлештәре»

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған рәссамы (1966)
  • «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы (1971)
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған рәссамы (1974)
  • Пантелеев Александр Васильевич // Вологодская энциклопедия / Под ред. Г. В. Судакова. — Вологда: Русь, 2006. — С. 372—373. — 608 с. — ISBN 5-87822-305-8.
  • И. Б. Балашова. Северные мотивы в творчестве вологодского художника А. В. Пантелеева // Русская культура нового столетия: Проблемы изучения, сохранения и использования историко-культурного наследия / Гл. ред. Г. В. Судаков. Сост. С. А. Тихомиров. — Вологда: Книжное наследие, 2007.
  • БСЭ, т. 3, раздел «Башкирская АССР». Изд. «Советская энциклопедия», Москва, 1970.
  • Г. С. Кушнеровская: Изобразительное искусство Башкирской АССР. Изд. «Советский художник», Москва, 1974.
  • История Уфы. Сб. статей, гл. 14. Башкирское книжное изд., Уфа, 1976.
  • Э. П. Фенина: Башкирский Государственный художественный музей им. М. В. Нестерова. Путеводитель. Башкирское книжное изд., Уфа, 1974.
  • Альбом «А. Пантелеев», Изд. «Советский художник», Москва, 1976.
  • Альбом «50 лет советского искусства. Художники театра». Изд. ^Советский художник", Москва, 1969.
  • Э. Фенина: Буклет «А. Пантелеев». Башкирское книжное изд., 1969.
  • Журнал «Творчество», 1971, № 8. Ю. Нехорошев: 16 автономных.
  • Журнал «Творчество», 1972, № 9. А. Пантелеев: Когда возникает тема.
  • Журнал «Искусство», 1976, № 3. М. Киселев: Пейзажная живопись.