Эстәлеккә күсергә

Деев Александр Тимофеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Александр Тимофеевич Деев битенән йүнәлтелде)
Деев Александр Тимофеевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
 СССР
 РСФСР
Тыуған көнө 27 ноябрь 1918({{padleft:1918|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})
Тыуған урыны Тверь өлкәһе, РСФСР
Вафат булған көнө 22 декабрь 1992({{padleft:1992|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (74 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Уҡыу йорто Алыҫ Көнсығыш дәүләт техник университеты[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Социалистик Хеҙмәт Геройы Ленин ордены Ленин ордены Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалы медаль «За отличие в охране государственной границы» «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы

Деев Александр Тимофеевич (27 ноябрь 1918 йыл — 22 декабрь 1992 йыл) — хужалыҡ эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1943 йылдан СССР-ҙың судно эшләүсеһе, 1959—1977 йылдарҙа судно эшләүсе заводтар директоры. КПСС-тың XXIV һәм XXV съездары делегаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).

Александр Тимофеевич Деев 1918 йылдың 27 ноябрендә хәҙерге Тверь өлкәһенең Болдырево ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Милләте — урыҫ.

1937 йылда мәктәпте тамамлағандан һуң, Владивостокта В. В. Куйбышев исемендәге Алыҫ Көнсығыш политехник институтына (АКПИ) уҡырға инә. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, квалификациялы кадрҙар етешмәү сәбәпле уҡыуын туҡтата һәм «Дальзаводта» слесарь булып эшләй, 1942 йылда уҡыуын дауам итә һәм бер йылдан һуң вузды тамамлай.

АКПИ-ны тамамлағандан һуң ҡабат «Дальзаводҡа» ебәрелә, бында судно эшләүсе ярҙамсыһы, судно һәм караптар эшләүсе, өлкән судно эшләүсе, механик, яуаплы тапшырыусы булып эшләй. 1953 йылдан — план-производство бүлеге начальнигы.

1958 йылдың апреленән — 602-се Владивосток суднолар эшләү заводының баш инженеры (Владивосток, хәҙер АО «Алыҫ Көнсығыш верфе»), тиҙҙән был заводтың директоры итеп тәғәйенләнә. 1960 йылда директор итеп ҡабаттан «Дальзаводҡа» ебәрелә.

1964 йылдың апрелендә Амурҙағы Комсомольск ҡалаһындағы 199-сы суднолар эшләү заводына (һуңыраҡ — Ленин комсомолы исемендәге суднолар эшләү заводы, хәҙер — Амур суднолар эшләү заводы) директор итеп тәғәйенләнә. Заводты 690-сы һәм 940-сы проектлы уртаса дизель һәм электр һыу аҫты кәмәләрен, ә һуңынан 667А, 667АУ һәм 667Б атом һыу аҫты кәмәләрен эшләүгә үҙгәртеп ҡороу менән етәкселек итә. Бынан тыш, предприятие төрлө тәғәйенләнештәге йөҙмә доктар эшләй.

1959—1965 йылдарҙың ете йыллыҡ план заданиеларын үтәүҙәге һәм яңы техниканы эшләүҙәге юғары ҡаҙаныштары өсөн СССР Юғары Совет Президиумының 1966 йылдың 25 июлендәге «ябыҡ» (матбуғатта баҫылмаған) Указына ярашлы Деев Александр Тимофеевичҡа Ленин ордены һәм «Урак һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырылып, «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

1960—1970 йылдарҙа А. Т. Деев предприятиеға етәкселек итеүе менән бер рәттән, Алыҫ Көнсығыш политехник институтында һәм Амурҙағы Комсомольск политехник институтында уҡыта, имтихан комиссияһы рәйесе була.

1977 йылда Деевты Мәскәүгә күсерәләр, унда СССР Суднолар эшләү сәнәғәте министрлығында идара начальнигы була. Ғүмеренең һуңғы йылдарында ул — хаҡлы ялда. 1992 йылдың 22 декабрендә вафат була.

Советтар Союзы Коммунистар партияһы ағзаһы, КПСС-тың XXIV һәм XXV съездары делегаты.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (25.07.1966)
  • өс Ленин ордены (25.07.1966; 26.04.1971; 25.03.1974)
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (28.04.1963)
  • СССР миҙалдары, шул иҫәптән:
    • «Хеҙмәттәге уңыштары өсөн» миҙалы (09.10.1952)
    • «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы
    • «Дәүләт сиктәрен һаҡлауҙағы уңыштары өсөн» миҙалы

2019 йылдың А. Т. Деевтың исеме Ванино — Холмск маршруты буйынса йөрөүсе ике яңы паромдың береһенә бирелә[1].

  • Доценко В. Д. Морской биографический словарь. ‒ Санкт-Петербург, 1995.
  • Машиностроители России. Биографическая энциклопедия. Москва, 2010.
  • Судостроение России: биогр. энцикл. — Москва, 2008.
  1. Двум новым паромам для линии Ванино - Холмск присвоили имя, skr.su (26 февраль 2019). 5 декабрь 2019 тикшерелгән.