Александр майҙаны (Таганрог)
Александр майҙаны | |
---|---|
Төйөн табылған ҡалыптар: Ҡалып:Wikidata-coords | |
Таганрог | |
Общая информация | |
Район | Үҙәк |
Прежние названия | Иерусалим, Монастырь, Банк |
на карте OpenStreetMap | |
на карте яндекс | |
на карте Google | |
Александр майҙаны Викимилектә |
Александр майҙаны — Таганрог үҙәгендәге майҙан, Александр урамы һәм Лермонтов тыҡрығы киҫешкән урында барлыҡҡа килгән, XIX быуат башында формалашҡан. Майҙандың уртаһында тергеҙелгән император Александр I һәйкәле тора, тәүгеһе 1932 йылда аҡтарып алынған һәм иретелгән була. Һәйкәлде Дәүләт банкының урындағы бүлексәһе, Таганрог таможняһы һәм торлаҡ йорттар биналары уратып алған. Майҙан яҡынса 20 а территорияны биләп тора[1].
Майҙан ансамбле
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Банк майҙанының төп архитектура идеяһын тәүҙә, 1814 йылда нигеҙ һалынған Александр-Невский исемендәге Иерусалим грек ирҙәр монастыры билдәләне, Монастырь сиркәүе грек архитекторҙары проекты буйынса Византия стилендә төҙөлгән булған[2].
1825 йылда Таганрог ҡалаһында Александр I ҡапыл вафат була. Уның бальзамланған кәүҙәһе 2 декабрҙән 29 декабргә тиклем монастырға урынлаштырыла[1]. 1831 йылда таганроглылар үтенесе буйынса монастырь алдындағы майҙанда Александр I һәйкәле урынлаштырыла. 11 октябрҙә асыу тантанаһы үтә. Һәйкәлдән уны ҡаплаусы япма төшкәндән һуң, артиллерия орудиелары залпы яңғырай. Бөтәһе 101 атыу яңғырай, өҫтәүенә, гавандә торған хәрби суднолар 31 залп менән салют бирәләр. Тантананың йомғаҡлау этабы булып Таганрог гарнизоны ғәскәрҙәре парады тора, өс тапҡыр «ура» ҡысҡырғандан һуң, оркестр тауыштары аҫтында, һәйкәл эргәһенән тантаналы марш менән үтәләр. 1837 йылда һәйкәл тирәләй суйын тумбалар ҡуйыла һәм сынйыр менән уратып алына. 1855 йылда монумент тирәһендәге сквер төҙөлә.
Майҙандың башҡа өс мөйөшөндә шәхси айырым йорттар урынлашҡан була. Һуңыраҡ уларҙың урындарында төрлө ваҡыттарҙа Ҡала Йәмәғәт банкы (1863), Петербург иҫәп-ссуда банкының Таганрог бүлексәһе (1895) һәм биржа йәмғиәте (1910 йыл) биналары төҙөлә. 1920-се йылдарҙа монастырь ябыла һәм һүтелә[3].
1932 йылда Александр I һәйкәле һүтеп алына һәм иретелә, ә уның пьедесталы иҫке ҡала зыяратында урынлаштырылған «Революция көрәшселәренә» монументы өсөн ҡулланыла. Быға тиклем скульптура оҙаҡ ваҡыт ағас йәшниктәр менән ҡапланған килеш тора. Император һәйкәлен һүтеп алғандан һуң, уның урынында граждандар һуғышында ҡатнашыусы Т. И. Дышловой ҡәбере төҙөкләндерелә, аҙаҡ ҡәбер зыяратҡа күсереп ерләнә, ә сүкеп яһалған тимер рәшәткәле сквер юҡ ителә. Ҡалған тарихи биналар хәҙерге көнгә тиклем һаҡланып ҡалған. Ике ҡатлы кирбес бинаны таможня биләй. Дәүләт банкының Таганрог бүлексәһе ҡаршылағы бинала урынлашҡан. Күршеләге бинала Таганрог Һалым полицияһы бүлеге урынлашҡан[3]. 1998 йылда, Таганрогтың 300-йыллығына, император һәйкәле ҙур булмаған үҙгәрештәр менән тергеҙелә һәм тарихи урынына ҡайтарып ҡуйыла[4].
-
Александр I Һәйкәле
-
Майҙан һәм монастырь күренеше
-
Александр-Невский грек монастыры
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Тимошенко, 2003, с. 150150
- ↑ Александровская площадь . Исторический Таганрог. Дата обращения: 4 март 2017. 2017 йыл 5 март архивланған.
- ↑ 3,0 3,1 Тимошенко, 2003, с. 151151
- ↑ Люци М.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- В. И. Тимошенко. Энциклопедия Таганрога. — Ростов-на-Дону: РостИздат, 2003. — 526 с.