Эстәлеккә күсергә

Алексей Георгиевич Сергеев

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сергеев, Алексей Георгиевич
Файл:Ректор Алексей Сергеев.png
Тыуған көнө

1 апрель 1940({{padleft:1940|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})

Тыуған урыны

Курск, РСФСР, СССР

Вафат көнө

22 июль 2021({{padleft:2021|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (81 йәш)

Вафат урыны

Владимир

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

Метрология, приборостроение

Ғилми дәрәжәһе

доктор технических наук

Награда һәм премиялары
IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены
IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены
Почёт ордены

Почётный работник высшего профессионального образования Российской Федерации

Алексей Георгиевич Сергеев (1 апрель 1940 йыл, Курск, РСФСР - 22 июль 2021 йыл, Владимир, Рәсәй Федерацияһы) - совет Рәсәй ғалимы, инженер-конструктор, техник фәндәр докторы, профессор, Владимир дәүләт университеты ректоры (1987-2005)[1].

1940 йылдың 1 апрелендә РСФСР-ҙың Курск ҡалаһында тыуған.

1962 йылда Мәскәү автомеханика институтын тамамлай, һуңынан ошо уҡыу йортоноң аспирантураһына уҡырға инә[2].

Курскиҙағы авиация приборҙары йыйыу предприятиеһына инженер-конструктор вазифаһына эшкә йүнәлтелә. 1967 йылда Владимир киске политехник институтында уҡыта башлай. 1968 йылда техник фәндәр кандидаты ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай. Киске политехник институтта өлкән уҡытыусы, доцент, профессор, декан вазифаларында эшләй.

1986 йылда Владимир политехник институтының уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса проректоры итеп тәғәйенләнә. 1987 йылда Сергеев ошо уҡыу йортоноң ректоры итеп һайла. Ул эшләгән осорҙа политехник институт техник университетҡа, ә һуңынан Владимир дәүләт университетына үҙгәртелә[3].

Сергеевтың ғилми ҡыҙыҡһыныуҙары өлкәһе булыпметрология, приборҙар эшләү һәм диагностика тора. Уның уҡыусылары араһынан 21 кеше кандидат һәм бер фән докторы булды. 300-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән 18 монография яҙа. Уның ҡайһы бер ғилми эштәре сит илдәрҙә баҫылған. Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең 5 миҙалына лайыҡ була.

Юғары белем һәм фән үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн Алексей Георгиевич Сергеев «РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була. 4-се дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордендары, СССР Юғары мәғариф министрлығының «СССР-ҙың юғары белем биреү өлкәһендәге эшендәге яҡшы уңыштары өсөн» һәм «Рәсәй Федерацияһының Почетлы юғары белем биреү хеҙмәткәре» билдәләре, «Рәсәй фәнен һәм иҡтисадын тергеҙеү эшендәге ҡаҙаныштары өсөн» иҫтәлекле миҙалы менән бүләкләнгән. Владимир ҡалаһының Хеҙмәт ҡаһарманлығы китабына индерелгән.

2021 йылдың 22 июлендә Владимир ҡалаһында вафат була[4].