Алматы балалар тимер юлы
Алматы балалар тимер юлы | |
Нигеҙләү датаһы | 13 сентябрь 1952 |
---|---|
Дәүләт | Ҡаҙағстан |
Административ-территориаль берәмек | Алматы |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Алматы, Ҡаҙағстан |
Алматы балалар тимер юлы Викимилектә |
Алматы балалар тимер юлы — Алматы ҡалаһының Горький исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркындағы аттракцион.1952 йылда балалар тимер юлы булараҡ асыла, 1999 йылда профиле аттракцион тип үҙгәртелә.
Балалар тимер юлы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1952 йылдың йәйендә тимер юл пионерҙар һәм комсомол йәштәр инициативаһы буйынса ҡала үҙәк мәҙәниәт һәм ял паркында төҙөлә башлай. Уны «Кесе Турксиб тимер юлдары» тип йөрөтәләр. Был юл шул уҡ йылдың 13 сентябрендә асыла. УлҠаҙағстандың Целиноград ҡалаһында Кесе целина балалар тимер юлынан һуң төҙөлгән икенсе тимер юл[1]
Тимер юл рельстары араһы киңлеге 750 мм-ға тиң, тимер юл — оҙонлоғо 1,24 км ҡулсалы юл. Бындағы Павлик Морозов исемендәге станцияла ағас платформа һәм пассажир павильоны төҙөлгән.
1958 йылда юл идаралығында яңы бинаһы, ә ҡулсаның көньяғында ике юллы (двухпутный) Комсомол станцияһы төҙөлә.
1991 йылда Павлик Морозов исемендәге станция реконструкциялана. Ағас платформа тимер-бетонға алмаштырыла.
1993 йылда балалар тимер юлының бөтә элемтә саралары реконструкциялауға дусар була, идаралыҡ менән Комсомол һәм Павлик Морозов станциялары араһында телефон бәйләнеше булдырыла, дежур пост ойошторола. Шул уҡ йылда Павлик Морозов станцияһының исеме «Достык», ә Комсомол станцияһыныҡы — Жастар («Йәштәр») тип үҙгәртелә.
1997 йылдың 13 ғинуарында финанс ауырлығы кисергән Алматы тимер юлдары идаралығы күрһәтмәһе буйынса балалар тимер юлы Горький исемендәге паркҡа тапшырыла. Был ваҡытта парктың үҙе лә аҡсаһыҙлыҡ кисергән була.
1997 йылдың 20 июлендә балалар тимер юлы ябыла[2].
Хәрәкәт итеү паркы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1952 йылда хәрәкәт паркы ике ағас вагондан һәм 63/65 тибындағы паровоздан тора.
1958 йылда хәрәкәт итеү составы тулыһынса яңыртыла. Тимер юлда өс металл Рafawag хәрәкәтсән вагоны һәм ТУ2 тепловозы булдырыла.
1985 йылда Рafawag вагондары илдә сығарылған ПВ40 (ПВ51) вагондарына алмаштырыла.
1986 йылда ТУ2-124 ғәмәлдән сығарыла һәм Балалар тимер юлы идаралығы бинаһы янындағы постаментҡа ҡуйыла. Уға алмашҡа яңы ТУ7А-2921 тепловозы алына[2].
1997 йылда тепловоз талана, вагондар тәгәрмәстәренән төшөрөлә һәм сауҙа павильондары сифатында ҡулланыла[3].
Аттракцион
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1999 йылда Горький паркы Балалар тимер юлы менән бергә шәхси милеккә күсә һәм уның биләмәһендә «Аҡ Бобек» балалар күңел асыу паркы ойошторола. Тимер юлы тергеҙелә — юлдың бер станцияһы һәм юл ремонтлана, хәрәкәт яңынан башлана[4].
Парк хакимиәте тарафынан дизель двигателле паровоз һәм Аtlantic Рacific Тrain 2-2-0, SBF Group VISA итальян вагонеткалары һатып алына. Балалар ойошмаһы тимер юлда йөрөүҙе ойоштороуҙан тоташ туҡтатыла. Жастар станцияһында яһалма туннель төҙөлә, поезды уның аша үткән саҡта автоматик рәүештә механизацияланған ҡурсаҡтар ҡурҡыныс музыка аҫтында ҡаршылай[5].
2001 йылдың август аҙағында Достыҡ станцияһы вокзалы бинаһы янып юҡҡа сыға[2].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- На Викискладе есть медиафайлы по теме Алматинская детская железная дорога
- ↑
- ↑ 2,0 2,1 2,2
- ↑ Балалар тимер юлы алматы 2018 йыл 19 декабрь архивланған.
- ↑ Алма-ата балалар тимер юлы 2021 йыл 27 февраль архивланған.
- ↑