Алмағас ҡорто
Алмағас ҡорто | ||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||
Cydia pomonella L. | ||||||||||||||
|
Алмағас ҡорто йәки күбәләге [1] (лат. Cydia pomonella, рус. Яблонная плодожорка) — алмағасты зарарлаусы япраҡтөргөстәр ғаиләһенән булған күбәләк; алмағастың иң ҡурҡыныс ҡоротҡосо, шулай уҡ груша, слива һ.б. емеш культураларын зарарлай. Ҡанат йәйеме 15-19 мм, май-июльдә оса. Инә заттар күкәйҙәрен (180 -гә тиклем) япраҡтарға йәки өлгөрөп етмәгән емештәргә һала. Берәр аҙнанан күкәйҙәрҙән гусеницалар сыға, емеш йомшағы һәм орлоғо менән туҡланғанда туҡымаларҙы кимереп юлдар яһайҙар.
Емеш ҡорттары менән көрәшеү ысулдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иртә яҙҙа ағас кәүҫәләрен ҡороған ҡайырҙан таҙартыу, емеш ағастарына фосфорорганик препараттар (метатион йәки метафос) һиптерү; слива ҡорттары − баҡсала тупраҡты йәйен йомшартыу, көҙөн эшкәртеү, химик препараттар менән бөркөү; борсаҡ ҡорттары − көҙҙән ерҙе тирән итеп һуҡалау, 2 тапҡыр трихограммалар ебәреү, сәсеүлек майҙанына метафос һиптереү.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Русско-башкирский словарь сельскохозяйственных терминов (Ф. С. Мурзакаев, 2001)
Сығанаҡ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Татар энциклопедияһы. Ҡазан, 2008 2013 йыл 7 декабрь архивланған. (тат.)
- Плодожорка // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]• Кузнецов В. И. Сем. Tortricidae (Olethreutidae, Cochylidae) — Листовертки. /Насекомые и клещи — вредители сельскохозяйственных культур. Т. 3. Ч. 1. Чешуекрылые. СПб.: Наука, 1994. С.51-234.