Эстәлеккә күсергә

Алфёрова Ксения Александровна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ксения Алфёрова
рус. Ксения Александровна Алфёрова
Исеме

Ксения Александровна Алфёрова

Тыуған көнө

24 май 1974({{padleft:1974|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (50 йәш)

Тыуған урыны

София, Болгария

Гражданлығы

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Һөнәре

актриса, Ҡалып:Телетапшырыуҙар алып барыусы

Карьераһы

1991Ҡалып:Хәҙерге ваҡытта

IMDb

ID 1303982

 Алфёрова Ксения Александровна Викимилектә

Алфёрова Ксения Александровна (24 май 1974 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, телевидение тапшырыуҙарын алып барыусы.

Ксения Александровна Алфёрова 1974 йылдың 24 майында Болгарияның баш ҡалаһы Софияла тыуа. Ул актриса Ирина Алферова һәм болгар дипломаты Бойко Гюровтарҙың ҡыҙы. Артабан Александр Абдулов, Ирина Алфёроваға өйләнгәс, Ксенияны үҙ ҡыҙы итеп рәсми рәүештә яҙҙыра[1].

Бероев Егор менән 2010 йылда

К. А. Алфёрова 1992 йылда Мәскәү дәүләт юридик академияһына уҡырға инә. Һуңыраҡ МХАТ-тың мәктәп-студияһын (Евгений Каменькович курсын) тамамлай. Кинокартинала төшөүҙең беренсе тәжрибәһен «Женщина в белом» фильмында төшкән саҡта ала.

2000 йылдан алып 2001 йыл буйынса РТР-ҙың «ТВ Бинго-шоу» программаһынВладимир Маркин менән бергә алып бара, ә 2014 йылдың 26 декабренән алып 2017 йылдың 1 сентябренә тиклем «Беренсе каналда (Первый канал)» «Көт мине (Жди меня)» тапшырыуҙарын алып бара (был урында Мапия Шукшинаны алмаштыра)[2].

2001 йылдан алып кино менән шөғөлләнә. Америка режиссеры Джон Дейлиҙың «Санкт-Петербург-Канны экспресс» фильмында төп ролде инглиз телендә уйнап башҡара.

20082009 йылдарҙа «Беренсе каналда (Первый канал)» «Боҙлоҡ осоро-2 (Ледниковый период-2)» проектында (фигурист Повилас Ванагас менән парҙа) һәм «Боҙлоҡ осоро-3 (Ледниковый период-3» (фигурист Петр Чернышев менән парҙа) проектында ҡатнаша. 2015 йыл «Россия» телеканалының «Йондоҙҙар менән бейеү (Танцы со звездами)» проектында (бейеүсе Тагинцев Денис менән парлап) бейеүҙә ҡатнаша.

Ире Егор Бероев менән бергә үҫеш үҙенсәлектәре айырмалы булған «Я есть» хәйриә фондын нигеҙләй. Был фонд үҙенсәлектәре айырмалы кешеләргә ҡарата йәмғиәт мөнәсәбәттәрен үҙгәртеү менән шөғөлләнә[3].

  • Ире — актёр Бероев Егор Вадимович (1977 йылдың 9 октябрендә тыуған).
    • ҡыҙы — Евдокия Егоровна Бероева[4] (2007 йылдың 4 апрелендә тыуған).
  1. Мария РЕМИЗОВА, Анна ВЕЛИГЖАНИНА. Тайна дочери Александра Абдулова. Комсомольская правда (6 октябрь 2005). Дата обращения: 8 февраль 2015.
  2. Жди меня. Выпуск 26.12.2014 (Основной). ЗАО «Телекомпания ВИD» (26 декабрь 2014). — Выпуски передачи. Дата обращения: 26 декабрь 2014.
  3. Наталья Николайчик. Егор Бероев и Ксения Алферова: «Мы есть!» 7days.ru. Дата обращения: 8 февраль 2015.
  4. Биографии звезд на Cosmo.ru: Егор Бероев. Архивировано 19 февраль 2012 года. 2012 йыл 9 май архивланған.