Алфёрова Ирина Ивановна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Алфёрова Ирина Ивановна
рус. Ирина Ивановна Алфёрова
Заты ҡатын-ҡыҙ[1][2][3]
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 13 март 1951({{padleft:1951|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})[2][4][5] (69 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Новосибирск
Хәләл ефете Сергей Мартынов[d]
Балалары Алфёрова Ксения Александровна
Һөнәр төрө театр актёры, кино актёры, актёр
Уҡыу йорто Рәсәй театр сәнғәте университеты[d]
Әүҙемлек осороноң башланыуы Ошибка Lua в Модуль:Wikidata на строке 199: Функция для отображения свойства не найдена.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы Дуҫлыҡ ордены Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы Почёт ордены
Рәсми сайт irinaalferova.com

Алфёрова Ирина Ивановна (13 март 1951, Новосибирск, РСФСР, СССР) — совет һәм рәсәй актрисаһы. РФ-ның халыҡ артисы (2007)[6].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ирина Алферова 1951 йылдың 13 мартында Новосибирск ҡалаһында тыуған. Уның ата-әсәһе актёрҙар булмаған була. Атаһы — Алферов Иван Кузьмич (1981 вафат була[7]) һәм әсәһе Ксения Архиповна Алферова (тыуған февраль 1922[8]) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар һәм һуғыштан һуң, белем алғас, икеһе лә юрист-адвокат булып китә. Иринаның өлкән апаһы — Алферова Татьяна Ивановна (1950 йыл, 1 апрель — сентябрь 1997), юрист, адвокат.

Ирина Новосибирск ҡалаһының Октябрь урамының 89 а йортонда торған 29-сы урта мәктәбендә уҡый. Артабан икенсе мәктәптә уҡый һәм 170-се урта мәктәпте тамамлай[9].

Ул мәктәптең өлкән кластарында уҡыған саҡта Новосибирскиҙың Академҡаласығындағы Ғалимдар йорто янындағы театр студияһында шөғөлләнә[8].

1968 йылда урта мәктәпте тамамлау менән әсәһе менән Мәскәүгә А. В. Луначарский исемендәге Дәүләт театр сәнғәте институтына (ГИТИС-ҡа) уҡырға йүнәлә. Ҡабул итеү имтихандарының һөҙөмтәләре буйынса Дудин Владимир Федорович курсында уҡый башлай һәм уны 1972 йылда уңышлы тамамлай.

Кино һәм телевидениела эшләүе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дүртенсе курста уҡыған саҡта Ирина Алферовағаяһында Даша ролен башҡара (1977). Әммә режиссёр Василий Ордынский уға бер үк ваҡытта театрҙа уйнамаҫҡа тигән бер шарт ҡуя. Ирина ризалаша. Был ролдә уйнау яңы ғына кинемотографияға аяҡ баҫҡан актрисаның данын бөтә союзға таныта. Алферов былай тип хәтерләй: «минең бер ниндәй ҙә практик тәжрибәм булманы, профессионализмға киноға төшөрөү майҙансығында өйрәндем. Биш йыл кинолға төшкәндән һуң мин театрҙа уйнай башланым һәм ни өсөн минең күҙҙәремдән аҡҡан йәштең тамаша залында халыҡҡа күренмәгәненә башта ныҡ аптыраным»[10].

Кинолағы киләһе ҙур роле — был «Д ' Артаньян һәм өс мушкетер» мажаралы музыкаль телефильмындағы (1978) Констанция роле. Был ролгә башта режиссёр Георгий Юнгвальд-Хилькевич Симонова Евгенияны алырға теләй, Госкино етәкселеге Алферова Иринаны төшөрөргә мәжбүр итә. Режиссерға буйһонорға тура килә, ләкин ул был роль өсөн Алферованың музыкаллелеге етмәй тип һанай. Шунлыҡтан ролдең тауышын Анастасия Вертинская башҡара, сөнки был роль өсөн режиссёр Иринаның тауышын артыҡ түбән һәм тупаҫыраҡ тип таба. Юнгвальд үҙенең бер хәтирәләр китабында һәм үҙ интервьюларының береһендә актриса Алферованы төшөргәне тураһында бик ҡырҡа һүҙҙәр әйтә: "«От Ирины Алфёровой у меня оскомина до сих пор. Эта Констанция мне всю картину испортила, она же типичная кухарочка из приличного дома, хорошенькая, но вовсе не приближённая фрейлина королевы Франции. Актриса Алфёрова, по-моему, никакая. Она, например, не могла, танцуя, петь, то есть рот открывать. Пела за неё Елена Дриацкая из питерского театра оперетты. Балетмейстер фильма — великий Юлий Плахт, промучившись с Алфёровой около двух часов, написал заявление о расторжении договора и отказался от дальнейшей работы на фильме. Еле уболтали продолжать. В результате она только танцует в картине. А рот не открывает! Ну, не смогла. Плахт называл её „инвалидом 1812 года“. Может, я и стал для Боярского папой Карло, но не знаю, кем надо быть, чтобы из такого полена, как Алфёрова, что-нибудь вытесать. Говоришь ей: „Помаши, уходя, рукой д’Артаньяну, но незаметно для господина Бонасье, — она пальчиками перебирает. — Ну чего ты пальчиками-то? Ручкой помаши вот так, чуть-чуть“, — показываю как. Не может! Это тоже осталось в фильме. Ей, конечно, тяжело: не своей профессией занимается. Поэтому мне, в отличие от многих, Алфёрова красивой не кажется. И мне понятно, почему Абдулов изменял ей на всех углах.».[11][12] Әммә фильм ҙур уңыш ҡаҙана, һәм унда Алферованың уйнауы тамашасыларға ныҡ оҡшай.[11][13] Фильм тамашасыларҙа тағы ла ҙур популярлыҡ яулай

Александр Абдулов менән ул «С любимыми не расставайтесь» (1979) һәм «Предчувствие любви» (1982) мелодрамаларында төшә.

Һуңынан «Василий Буслаев» (1982) кинофильмында, «ТАСС уполномочен заявить…» (1984) сәйәси детективында, «Ночные забавы» мелодрамаһында ролдәр башҡара(1991).

1990-сы йылдарҙа Алферова эштәренә иғтибар кәмей, берҙән-бер яҡшы роле «Ермак» [1996) киносериалында күренә.

1990 йылда Ирина Александр Серовтың «Ещё раз о любви (Ты меня любишь)» клибында төшә.

Клип киң танылыу ала. «Маркиза» телетапшырыуҙарында ҡатнаша

2000 йылда «Потерянный рай» тигән украин фильмында төшә. 2002 йылда «Лиса Алиса» исемле рәсәй-француз мажаралы фильмында француз дипломаты ҡатынының ролен башҡара.

Ҡаҙаныштарын таныу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рәсәй федерацияһының дәүләт наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сит дәүләттәр наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 2016 — почет ордены «Һамар тәреһе» (Болгария) почет ордены— Рәсәй һәм Болгарияның мәҙәни һәм рухи мөнәсәбәттәре үҫешенә индергән өлөшө өсөн[17].

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. VIAF — 2012.
  2. 2,0 2,1 Немецкая национальная библиотека, Берлинская государственная библиотека, Баварская государственная библиотека и др. Record #129456799 // Общий нормативный контроль (GND) — 2012—2016.
  3. Bibliothèque nationale de France BNF танытҡысы: асыҡ мәғлүмәт платформаһы — 2011.
  4. Discogs — 2000.
  5. ČSFD — 2001.
  6. 6,0 6,1 Указ Президента Российской Федерации В. Путина от 14 февраля 2007 года № 160 «О награждении государственными наградами Российской Федерации». Официальный сайт Президента Российской Федерации // kremlin.ru
  7. Ольга Емельянова, Дмитрий Лифанцев. Хождение по мукам Ирины Алфёровой. «Экспресс-газета» // eg.ru (20 июля 2007 года)
  8. 8,0 8,1 Валерия Шпакова. Ирина Алфёрова: «Муж предлагал усыновить Сашу». — «Выйдя замуж за Сашу, я опять начала плакать. Каждый день. А после того, как расстались, перестала». Сайт журнала «7 дней» // 7days.ru (17 марта 2011 года)
  9. Ирина Ивановна Алфёрова. Народная артистка Российской Федерации. Биография. Официальный сайт Ирины Алфёровой // irinaalferova.com
  10. М. Карапетян. «Знакомьтесь: Ирина Алфёрова и Александр Абдулов». — Навстречу III Всесоюзному совещанию молодых кинематографистов. Интервью актёров журналу «Советский экран» (1980 год) на официальном сайте Московского государственного театра «Ленком» // lenkom-bilet.ru
  11. 11,0 11,1 Георгий Юнгвальд-Хилькевич. Мушкетеры и Высоцкий
  12. Георгий и Наталия Юнгвальд-Хилькевич За кадром — М.: Центрполиграф, 2000. — (Наше кино). — ISBN 5-227-00627-X.
  13. Георгий и Наталия Юнгвальд-Хилькевич За кадром — М.: Центрполиграф, 2000. — (Наше кино). — ISBN 5-227-00627-X.
  14. Указ Президента Российской Федерации Б. Ельцина от 31 декабря 1992 года № 1716 «О присвоении почётных званий Российской Федерации творческим работникам». Официальный сайт Президента Российской Федерации // kremlin.ru
  15. Указ Президента Российской Федерации Д. Медведева от 13 марта 2011 года № 296 «О награждении орденом Дружбы Алфёровой И. И.». Официальный сайт Президента Российской Федерации // kremlin.ru
  16. Указ Президента Российской Федерации В. Путина от 17 августа 2017 года № 373 «О награждении государственными наградами Российской Федерации». Официальный сайт Президента Российской Федерации // kremlin.ru
  17. Посол Болгарии наградил актрису Алфёрову почётным орденом «Самарский крест». «РИА Новости» // ria.ru (2016-12-10). 10 декабрь 2016 тикшерелгән.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]