Амелия Андерсдоттер

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Амелия Андерсдоттер
швед. Amelia Andersdotter
Рәсем
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of Sweden.svg Швеция
Тыуған көнө 30 август 1987({{padleft:1987|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (32 йәш)
Тыуған урыны Швеция, Уппсала[d], Энчёпинг[d]
Һөнәр төрө сәйәсмән
Биләгән вазифаһы рәйес[d], рәйес[d] һәм депутат Европейского парламента[d][1]
Уҡыу йорто Лундский университет[d]
Эш урыны Страсбург һәм Брюссель
Сәйәси фирҡә ағзаһы Пиратская партия Швеции[d]
Рәсми сайт ameliaandersdotter.eu
Commons-logo.svg Амелия Андерсдоттер Викимилектә

Андерсдоттер Анна Амелия Матильда Катарина (швед. Anna Amelia Matilda Katarina Andersdotter; 30 август 1987 йыл, Швеция, Уппсала, Энчепинг) — швед сәйәсмәнде һәм 2009 йылда Швецияның Пират партияһы исемлеге буйынса Европа парламентына һайланған депутат.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Амелия Андерсдоттер Лунда йәшәй һәм һайлауҙар мәлендә Лунд университетында иҡтисад һәм испан телен[2] өйрәнә. 2007 йылдан 2010 йылдың мартына тиклем Пират партияһының Йәш пират Юный пират (ингл. Ung Pirat) йәштәр ойошмаһында халыҡ-ара координатор була.

Андерсдоттер партия исемлегендә Кристиан Энгстремдан ҡала икенсе килә һәм алынған тауыштары 2009 йылдың июнендә мандат алыуға етмәй. Әммә парламентта Лиссабон килешеүен яҡлап яһаған сығышынан һуң, Швеция Европарламентта өҫтәт ике урын алғас мандатҡа эйә була[3][4]. Ҡайһы бер илдәр Евросоюзға өҫтәмә депутаттарҙы шунда уҡ һайламағанлыҡтан, яңы 18 депутат, шул иҫәптән Андерсдоттер шунда уҡ парламенттағы урынын биләй алмай. Вазифаһына рәсми инеүе 2011 йылдың декабренә тура килә[5][6]. Андерсдоттер 21 йәшендә иң йәш һайланған, ә 24 йәшендә — Европарламенттың ғәмәлдәге иң йәш депутаты була[7].

Лунд университеты гәзитенә биргән интервьюһында белдереүенсә, Андерсдоттер депутат булып һайланғандан һуң эш хаҡының ниндәйҙер өлөшөн альтерглобалистик Attac Attac (ингл. Attac) хәрәкәтенә һәм «Халыҡ-ара амнистия»[8] хоҡуҡ һаҡлау ойошмаһының Ordfront Ordfront нәшриәтенә күсерәсәген фаразлай.

Вазифаға инеүен көткән арала Андерсдоттер Бельгияға күсенә һәм унда Пират партияһы мәсьәләләре буйынса эшләй, Европарламент составында эшләргә әҙерләнә. Парламенттағы эшмәкәрлегендә Андерсдоттериғтибар йүнәлтәсәк мәсьәләләр араһында телекоммуникациялар өлкәһендә дәғүәселекте арттырыу мәсьәләһе лә бар. Был өлкәлә депутат төп проблемалар араһында вертикаль интеграцияланған телекоммуникацион компанияларға контроль етешмәүен билдәләй. Андерсдоттер контрафакцияға ҡаршы көрәш буйынса сауҙа килешеүенә әүҙем ҡаршы сығыш яһай[9].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]