Амёбалар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Амёбалар
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Amoeba Ehrenberg, 1930


Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  43853
NCBI  5774
EOL  62527

Амёбалар (лат. Amoeba, грек. αμοιβή — «үҙгәреү») — хәрәкәт иткәндә тән төҙөлөшөн үҙгәртә ала торған иң ябай төҙөлөшлө бер күҙәнәкле заттар[1]. Amoebidae ғаиләһендәге микроскопик бер күҙәнәкле организмдар. Уларҙың даими формаһы юҡ, хәрәкәр иткәндә тән рәүеше үҙгәреп ялған аяҡтар барлыҡҡа килә һәм юғалала.

Ялған аяҡтар (псевдоподийҙар) − цитоплазма бүлтәймәләре ярҙамында хәрәкәтләнеп аҙыҡ эләктереүсе, тән формаһы тотороҡло булмаған бер күҙәнәкле организмнарны берләштерә. Псевдоподийҙарҙың формаһы, ҙурлығы, үрсеү ысулы амёбуларҙың мөһим билдәһе булып тора. Кәүҙә ҙурлыгы 15 -тән 700 мкм -ға ҡәҙәр. Бактерияләр, ваҡ һыу үҫемлектәре, иң ябай организмдар менән туҡланалар. Нигеҙҙә енесһеҙ юл, йәғни 2 өлешкә бүленеп үрсей. Тиҫкәре шарттарҙа тышҡы мөхиттә йәшәргә һәләтле стадиялар − цисталар барлыҡҡа килтерәләр. Тамыраяҡтар аҫ синыфының ҡайһы бер ирекле тереклек итеүсе төрҙәре (ҡабырсаҡлы амёбалар) ҡаты кабырсыҡтар бүлеп сығаралар йәки, ҡом бөртөктәрен беркетеп, үҙҙәренең шәрә цитоплазмалары тирәләй һаҡлағыс ҡатлам хасил итәләр.

Һәр ерҙә киң таралған: һыуҙа (А.протей), яр буйындаға ҡомда (ҡабырсаҡлы амёбалар − арцеллалар һәм дифлюгиялар). Шулай уҡ паразит амёбалар ҙа осорай. Кеше һәм хайуан организмындағы паразит амёбалар етди ауырыуҙар (амёба дизентерияһы һәм амёба менингоэнцефалиты) китереп сығарарға мөмкин.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Русско-башкирский толковый словарь медицинских терминов (М.Т.Азнабаев, 2007)

Сығанаҡ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]