Ананенков Александр Георгиевич
Ананенков Александр Георгиевич | |
Заты | ир-ат |
---|---|
Гражданлығы |
![]() |
Тыуған көнө | 13 май 1952 (70 йәш) |
Тыуған урыны | Стәрлетамаҡ, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | предприниматель |
Эш урыны | Газпром |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | иҡтисад фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Ананенков Александр Георгиевич (13 май 1952 йыл) — 2004—2011 йылдарҙа «Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәте идараһы рәйесе урынбаҫары, 2002 йылдың 28 июненән — директорҙар советы ағзаһы[1]. Иҡтисад фәндәре докторы, профессор[1].
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Александр Георгиевич Ананенков 1952 йылдың 13 майында Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуған.
1974 йылда — Өфө нефть институтын, 1989 йылда Совмин ҡарамағындағы СССР халыҡ хужалығы академияһын тамамлай[1]. Газ сәнәғәте әлкәһендә 1969 йылдан алып эшләй.
1989-1994 йылдарҙа — «Уренгойгазпром» производство берекмәһенең (әлеге ваҡытта — яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт «Газпром добыча Уренгой») Ямбург газ промыслаһы буйынса идаралығының генераль директоры урынбаҫары;
1994-1997 йылдарҙа — «Уренгойгазпром» производство берекмәһе генераль директорының беренсе урынбаҫары, баш инженер;
1997-2001 йылдарҙа — ООО «Ямбурггаздобыча» ЯСЙ-ның (әлеге ваҡытта — «Газпром добыча Ямбург» ЯСЙ-ы) генераль директоры;
2001 йылдың 17 декабренән — «Газпром» ААЙ-ы идаралығы рәйесе урынбаҫары;
2001 йылдан алып 2011 йылдың 30 декабренә тиклем — «Газ сәнәғәте» журналының баш мөхәррире[2][1].;
2004-2011 йылдарҙа — «Газпром» ААЙ-ы идаралығы рәйесе урынбаҫары.
Ҡыҙыҡлы мәғлүмәт
Эре нефть һәм газ бизнесы менән шөғөлләнеүенән тыш, Александр Ананенков шулай уҡ фән өлкәһендә лә уңышлы эшләй. Ул Рәсәй тау фәндәре академияһы, Халыҡ-ара фәндәр һәм сәнғәт Академияһы академигы. Иҡтисад фәндәре докторы, профессор. 2 уйлап табыу авторы. Александр Ананенков Рәсәй Көнсығышында берҙәм нефть һәм газ сығарыу һәм транспортлау системаһын булдырыу яҡлы сығыш яһай[1]. «АСУ ТП промыслов газоконденсатного месторождения Крайнего Севера» (М., 1999, авторҙаш) китабы авторы[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[3].[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Дуҫлыҡ ордены (Көньяҡ Осетия, 1996)
- «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы (1986)
- «За освоение недр и развитие нефтегазового комплекса Западной Сибири» (1984)
- Почёт ордены (2007)
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Ананенков Александр Георгиевич
- ↑ Журналу «Газовая промышленность» исполнилось 55 лет 2015 йылдың 12 май көнөндә архивланған.
- ↑ 3,0 3,1 Информация 2020 йылдың 28 сентябрь көнөндә архивланған.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ананенков Александр Георгиевич
- Информация 2020 йылдың 28 сентябрь көнөндә архивланған.