Эстәлеккә күсергә

Анатомия институты бинаһы (Санкт-Петербург)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Был мәҡәләлә Санкт-Петербург мдицина-хирургия академияһыа ҡараған анатомия институтының XIX быуаттың икенсе яртыһында төҙөлгән, әлеге ваҡытта ғәмәлдәге бинаһы тураһында һүҙ бара
Анатомия институты бинаһы
Нигеҙләү датаһы 1862
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Калинин районы
Входит в состав списка памятников культурного наследия Культурное наследие России/Санкт-Петербург/Калининский район (часть 1)[d]
Мираҫ статусы Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d]
Указания, как добраться улица Академика Лебедева, 37
Карта
 Анатомия институты бинаһы (Санкт-Петербург) Викимилектә

төбәк архитектура ҡомартҡыһы

Анатомия институты бинаһы — ике ҡатлы кирбес бина . Ул XIX быуаттың икенсе яртыһында бейек цоколе булған йорт. Бина Санкт-Петербург ҡалаһының Калинин районындағы Академик Лебедев урамында урынлашҡан. Был бина төбәк әһәмиәтендәге тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыһы булып тора. Хәҙерге ваҡытта бина С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһының уҡыу корпустары сифатында ҡулланыла.

Санкт-Петербург ҡалаһының Академик Лебедев урамында Медицина-хирургия академияһының анатомия институтының бинаһы урынлашҡан. Был бинала оҙайлы ваҡыт дауамында бик күп медицина учреждениелары өсөн белгестәр әҙерләп сығарылған.

1862 йылда институттың бинаһы төҙөөү эштәре оҫтаһы-архитектор Константин Соколов һәм хәрби инженер Генрих Войниций тарафынан ҡоролма төҙөлә башлаған. 1871 йылда бина төҙөлөп бөткән.

Бинаның бөтә йәшәү осоронда бинаң фасадында был институтты тамалап сығыусылар һәм институттың хеҙмәткәрҙәренең күбеһенең исемдәрен быуаттарға данлаусы мемориаль таҡтаташтар яҙылып ҡуйылған. БарШулар араһында Николай Аничков, Иоаким Петров һәм башҡалар тураһындағы яҙмалар бар.

2001 йылда был архитектура ҡоролмаһы тарихи, фәнни, художество һәм башҡа төр мәҙәни ҡиммәттәрҙе сағылдырыусы төбәк әһәмиәтендәге объекттар исемлегенә индерелә. Бина ҡала хакимиәтенең 2015 йылдың 12 майындағы бойороғона ярашлы төбәк әһәмиәтендәге ҡомартҡы итеп һанала башлаған.

Төп инеү урыны
Фасад күренеше

Анатомия институтының бинаһы П хәрефе кеүек итеп төҙөлгән өс ҡатлы, бейек цоколле һәм өс ҡабырғаларында ҡанаттары булған ҡоролманан ғибәрәт. Бинаға төп инеү урынында киң баҫҡыс бар. Ҡыйығы ике япмалы.

Төҙөлөштөң диуарҙары кирбестән һалынған, түбәләре йәшникле распалубкалы, цоколь этажының түбәһе сатрашлап ябылған. Куркәм баҫҡысы балюстрадалы һәм балясинлы тотҡалҡалы.

Цоколь ҡаты тәҙрәләре араһындағы диуарҙарҙа тура мөйөшлө филенка эшләнгән. Бинаның беренсе ҡатындағы тәҙрәләр тура мөйөшлө профилләнгән ҡашағалар менән уратылған. Шулай уҡ беренсе ҡаттың тәҙрәләре сандриктар менән биҙәлгән. Бинаның өс төп инеү ишектәре шулай уҡ профилләнгән ҡашағалар менән уратып ҡуйылған һәм сандриктар менән биҙәлгән. Ҡоролманың көнбайыш фасадының үҙәк ризалиты өҫтөндә шыма ҡанатлы аттиктар бар. Бинаның икенсе ҡаты эсендә мөйөшкә ҡуйылған камин тора, ул шыма аҡ кафель менән көпләп биҙәлгән, суйындан ҡойолған орнаменттар менән ҡаймаланған һәм һары төҫкә буялған. Беренсе ҡатындағы стенаның уртаһында шулай уҡ камин урынлаштырылған, ул суйындан ҡойолған үҫемлек һәм геометрик биҙәктәр менән биҙәлгән.

Әлеге ваҡытта был ҡоролма С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһының ихтыяждары өсөн ҡулланыла. Бында хирургия өлкәһенең юғары квалификациялы белгестәре тәжрибә һәм белем алыуын дауам итә.

Распоряжение Комитета по государственному контролю, использованию и охране памятников истории и культуры Правительства Санкт-Петербурга от 12.05.2015 г. № 10-199 г. Санкт-Петербург. «О включении в единый государственный реестр объектов культурного наследия (памятников истории и культуры) народов Российской Федерации».