Ангина

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Киҫкен тонзиллит
Pos strep.JPG
Баҙам биҙҙәре (миндаоины) зарарланыу
МКБ-10 J0303.
МКБ-9 034.0034.0
DiseasesDB 12507 12507
MedlinePlus 000639 000639
eMedicine med/1811  med/1811 
Ангина

Анги́на, киҫкен тинзиллит, тамаҡ шешеү (лат. angina — буылу) — тамаҡ һәм айырыуса аңҡау миндалиналарының шешеүе менән билдәләнгән йоғошло ауырыу[1]; ҡаты йәки дауамлы йоғошло ауырыу, йотҡолоҡтоң лимфа дүңгәләге, аңкау миндальдарының ялҡынһыныуы. Уны бактериялар (В-гемолитик стрептококктар, стафилококктар һәм уларҙың төрлө ҡушылмалары), вирустар, кандида төрөндәге бәшмәктәрҙең кокктар менән берләшүе, кайһы сағында башҡа микроорганизмдар китереп сығара.

Ангинаны өйрәнеү тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ангина билдәләре Гиппократ (Б.Э.Т. 5-4 йөзләр), Цельс (1 быуат), Әбүғәлисина (11 быуат) хеҙмәттәрендә үк тасүирланған. Медицинала бактериологик тикшеренеү ысулдарын ғәмәлгә керетеү ангинаны, микробтарға һәм ауырыуҙың барлыҡҡа килеү урынына ҡарап, түбәндәге формаларга бүленү мөмкинлеге бирә: катараль, лакунар, фолликуляр, фибриноз, некротик, флегмоноз, септик һ.б. Ангина киң таралған ауырыуҙар төрөнә керә. Ангина менән балалар һәм 30-40 йәштәге кешеләр йыш ауырый. Ауырыу сығанағы булып сәләмәт, ләкин ангина бактериялары йөрөтөүсөләр һәм уның көсәйеп киткән ваҡытындағы ауырыуҙар һанала. Ауырыу килтереп сығарыусы микробтар һауа-тамсылар юлы менән тарала. Йоғошло ауырыуҙың барышы организмға ситтән кергән микробтар һанына һәм организмдың һаҡланыу механизмының активлығына бәйле. Ауырыуға ҡаршы иммунитет юҡ. Микробтар бүлеп сығарған күп һанлы токсиндар йөрәкте, бөйөрҙәрҙе, үҙәк нерв системаһын, ишетү органдарын һ.б. зарарлай.

Дауалау[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дауалау өсөн антибиотиктар, фаготерапия, гамма-глобулинотерапия, фитотерапия ысулдары ҡулланыла. Махсус профилактика —стафилококклы анатоксин, стафилококклы фага (ауыҙ һәм танау ҡуышлығын һауыҡтырыу) ысулы менән В.Е. Григорьев һәм Р.Г. Исхакова тәҡдим иткән схема буйынса алып барыла (Ҡазан медицина академияһы, 1989). Профилактикаһы үҙенсәлекле - ауырыусыларҙы уҙ ваҡытында айырып дауалау, бактерия йөрөтөүсөләрҙе асыҡлау һәм лайлалы тышсаларҙы һауыҡтырыу: танау эсен ҡорт елеме ҡушып яһалған вазелин, ауыҙ ҡыуышлығын В.Е. Григорьев, Р.Г. Исхакова методикаһы (1989) буйынса ҡорт елеменең спирттағы эремәһе менән эшкәртеү. Уларҙың методикаһы РФ Сәләмәтлек һаҡлау министрлығы приказына керетелә һәм ғәмәли медицинада ҡулланыла, был иһә ауырыуҙар һаны кәмүгә килтерә; был ысул менән дауалау-һауыҡтырыу 3-5 йылға гарантия бирә.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Турьянов М.Х., Царегородцев А.Д. Инфекционные болезни. М., 1998; Справочник-путеводитель практикующего врача: 2000 болезней от А до Я. М., 1999.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Русско-башкирский толковый словарь медицинских терминов (М.Т.Азнабаев, 2007)