Антибиотиктар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бактерияларҙың төрлө антибиотиктарға һиҙеүсенлеген билдәләгән тест. Бактериялар үрсетелгән Перти чашкаһына антибиотиклы дисктар ҡуйылған. Диск тирәләй үтә күренмәле зонала бактериялар үрсеме туҡтатылған.

Антибио́тик (бор. грек. ἀντί — ҡаршы + βίος — йәшәү, тормош) — прокариоттар йәки иң ябай төҙөлөшлөләрҙең үрсеүен туҡтата торған тәбиғи йәки ярым синтетик матдәләр; ауырыу тыуҙырыусы микроорганизмдарҙы үлтереүгә һәләтле биологик сығышлы матдәләр[1]; хайуан, үҫемлек һәм микробтарҙа барлыҡҡа килеп, микробтар һәм ҡайһы бер шеш күҙәнәктәренең үҫешен туҡтатыу сифатына эйә булған матдәләр, мәҫ., пеницилин, стрептоцимин, тетерациклин һ.б.[2]; микроорганизмдар тарафынан эшләнгән һәм ҡайһы бер бактерияларҙы, микробтарҙы үлтереүгә, шеш күҙәнәктәре үҫешен туҡтатыуға һәләтле матдәләр[3].

ГОСТ 21507-81 (СТ СЭВ 1740-79) буйынса:

Антибиотик — микробтарҙа, хайуандарҙа йәки үҫемлектәрҙә барлыҡҡа килеп, билдәле бер микроорганизмдарҙың үрсемен туҡтатырға йәки үлтерергә һәләтле матдәләр.

Тәбиғи антибиотиктар актиномицет бактерияларҙа барлыҡҡа килә. Ҡайһы бер антибиотиктар бактериялар үҫешен әүҙем туҡтаталар, шул уҡ ваҡытта макроорганизмға әҙерәк йәки бөтөнләй зыян килтермәйҙәр. Был антибиотиктар дарыу итеп ҡуланыла. Ҡайһы бер антибиотиктар яман шеште дауалағанда цитостатик (яман шешкә ҡаршы дарыуҙар) сифатында ҡулланыла. Антибиотиктар вирустарға тәъҫир итмәй, шуға күрә грипп, А, В, С гепатитs, һыу сәсәге (ветреная оспа), герпес, ҡыҙамыҡ (краснуха), ҡыҙылса (корь) кеүек сирҙәрҙе дауалағанда файҙаһыҙ.

Терминология[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тәбиғи аналогтарынан айырмалы булараҡ, бактерияларҙың үрсеүен туҡтатырға һәләтле синтетик препараттарҙы антибактериаль хтитопрепараттар тип атағандар. Ул ваҡытта сульфаниламид ҡына билдәле булған. Һуңғы тиҫтә йылдарҙа яңынан-яңы синтетик антибактериаль препараттар етештерелә. «Антибиотик» тигән төшөнсә менән хәҙер барлыҡ синтетик һәм антибактериаль химиопрепараттарҙы атайҙар.

Ҡулланыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Антибиотиктар бактериялы микрофлора тыуҙырған елһенеү процестарын иҫкәртеү һәм дауалау өсөн ҡулланыла. Бактериаль организмдарға тәьҫире буйынса бактерицид ( мәҫәлән, тышҡы мембранаһын юҡ итеү юлы менән бактерияларҙы үлтерә) һәм бактериостатик (микроорганизмдың үрсеүен тотҡарлаусы) антибиотиктарға бүленә.

Антибиотиктар ҡулланыуҙың мотлаҡ шарты- табип тәғәйенләүе. Антибиотиктар менән үҙ-үҙеңде дауалау рөхсәт ителмәй һәм был хәүефле. Үҙ-үҙеңде дауалауҙың төп хәүефе булып клиник картинаның боҙолоуы (сирҙе артабан диагностикалауҙа ҡыйынлыҡтар тыуа) һәм сирҙең хроник формаға күсеүе тора. Антибиотик менән дауаланғанда бәшмәккә ҡаршы, пробиотик һәм башҡа төп препараттың тәьҫиренә ниндәйҙер йоғонто яһай торған дарыуҙар ҡулланырға ярамай. [4].

Антибиотиктар ҡулланғанда препараттың организмда концентрацияһын һаҡларға кәрәк, бының өсөн дарыуҙы тәғәйенләнгән ваҡытта ҡабул итергә кәрәк (таблеткаларҙы, ғәҙәттә, һигеҙ сәғәттән аша, көнөнә 3 тапҡыр эсергә, инъекцияны ла тигеҙ ваҡыт ҡалдырып яһарға кәрәк- 8, йәки 12 сәғәт аша). Капсулаларҙы һәм таблеткаларҙы һут менән түгел, ә һыу менән бергә эсергә кәрәк. Препаратты теләһә ниндәй ваҡытта ҡабул итергә ярамай.[4].


Дөйөм ҡағиҙә — микробтарға ҡаршы терапия 72 сәғәттән һуң һөҙөмтә бирмәй икән, тимәк дарыу дөрөҫ тәғәйенләнмәгән, был осраҡта табипҡа башҡа дарыу һорап мөрәжәғәт итергә кәрәк.[4].

Антибиотиктар малсылыҡта хайуандарҙың күпләп ауырыуын булдырмау өсөн ҡулланыла, бигерәк тә Ҡытайҙа сусҡаларға күпләп бирелә.[4].

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһын суперинфекциялар (ғәмәлдәге антибиотиктарға сыҙамлы бактериялар тыуҙырған ауырыу) артыу сәбәпле антибиотиктарҙы контролһеҙ ҡулланыу борсой. Ул Ҡытай, АҠШ, Франция, Һиндостан һәм башҡа илдәргә уларҙы ҡулланыуҙы контролдә тотоу буйынса тәҡдимдәр индерә. АҠШ, Франция һәм Рәсәй антибиотиктарҙы контролһеҙ һәм тейешенсә ҡулланмау осраҡтарын кәметеү буйынса саралар күрә[5].

Былар ҡыҙыҡлы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2011 йылғы Бөтә Рәсәй йәмәғәт фекерен өйрәнеү үҙәге мәғлүмәттәре буйынса (ВЦИОМ), Рәсәй халҡының 46 % антибиотиктар бактерияларҙы ла, вирустарҙы ла үлтерә тип уйлай (ә антибиотиктарҙы барыһы ла бер үк төр бактерияларҙы үлтерә алмай, көсө еткәнен генә үлтерә)[6].

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүәмәттәренә таянып «Студентар фәнни форумында» (2013) донъяла етештерелгән ялған дарыуҙарҙың 42 % — антибиотиктар тип әйтелде [7].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Медицинала антибиотиктарҙы уйлап табыуҙы революция менән сағыштырырға була. Беренсе антибиотиктар пенициллин һәм стрептомицин була.

Боронғо цивилизацияларҙың күбеһе, шул иҫәптән боронғо Мысыр һәм Грецияла инфекцияларҙы дауалау өсөн ҡайһы бер үҫемлектәрҙе файҙаланғандар. Мәҫәлән, боронғо Мысырҙа, Ҡытайҙа һәм Һиндостанда яраларға күгәргән икәмәкте дезинфекция өсөн ҡулланғандар, уны йәрәхәттәргә һәм эренле шештәргә япҡандар. Икмәктәге үңәҙҙе (күгәректе) кешеләрҙе дауалауҙа ҡулланыу тураһында боронғо ғалимдар һәм философтар яҙып ҡалдырған. 1963 йылда этноботаника буйынса белгес Энрике Облитас Поблете XV—XVI быуаттарҙа һинд дауалаусыларының үңәҙ ҡулланыуы тураһында яҙа.

1896 йылда Италия табибы һәм микробиологы Бартомелео Гозио Penicilliumдан микофенол кислотаһын алыуға өлгәшә, ул түләмәгә ҡаршы (сибирская язва) ҡаршы тора ала.

Пенициллинды 1897 йылда француз хәрби табибы Эрнест Дюшен тәүләп күрә. Ул ғәрәп ат ҡараусылары аттарҙың һыртындағы яраһына эйәрҙәге күгәректе һөртәкәнен күрә. Penicillium кеүек бәшмәктәр менән эшләй торғас, ул диңгеҙ сусҡаларындағы ҡорһаҡ тифы таяҡсаларын үлтерә икәнен белә. Тик ның хеҙмәте менән ҡыҙыҡһыныусы табылмай.

1904 йылда Рәсәй ғалимы М. Г. Тартаковский алтын күгәрек тауыҡ холераһын булдырыусыны үлтереүен хәбәр итә.

1913 йылда Америка ғалимы Карл Альсберг менән Отис Фишер Блек Penicillium puberulumдан микробтарға ҡаршы торорлоҡ ағыулы матдә айырып ала (1936 йылда уның химик төҙөлөшөн беләләр, ул пеницилл кислотаһы була).[8]

1928 йылда Александр Флеминг тәүге антибиотик алыуға ирешә[9].Ул сир тыуҙырыусы бактерияялар менән эшләгәндә яңғылыш ҡына асыш яһай. Стафилококктарҙың ҡайһы берҙәре күгәргән икәмәктәге йәшел Penicillium менән зарарланған икәнен күрә. Үңәҙ колониялары янында бактериялар булмай. Флеминг был бактерияларҙы үлтереүсе матдәне «пенициллин» тип атай. 1929 йылдың 13 сентябряендә Лондон университетында Медицина тикшеренеүҙәре клубында ул үҙе «пенициллин» тип атаған микробтарҙы үлтереүсе матдә тураһында һөйләй. Тик уның мәҡәләһенә лә иғтибар итеүсе табылмай, сөнки был матдә бик тиҙ таралып төшә (хатта асы мөхиттә лә).

1938 йылда ғына Оксфорд университеты ғалимдары Говард Флор менән Эрнст Чейн тиҙ таралып төшмәй торған пенициллин кислотаһы тоҙон ала. Икенсе донъя һуғышы ваҡытында дарыуҙар кәрәк булыу сәбәпле уны 1943 ылда күпләп етештерә башлайҙар. 1945 йылда Флеминг, Флори һәм Чейнға Нобель премияһы бирелә.

СССР-ҙа тәүге антибиотикты («Крустозин») микробиолог Зинаида Ермольева 1942 йылда ала.

XX быуаттың алтмышынсы йылдарынан алып, фармакологтар электән билдәле препараттарҙың төрҙәрен сығара, сөнки элекке препараттарға бактериялар ҡулайлашып өлгөрә. 2017 йылда ариломицин (инг.)баш. синтезлана(G0775), уның нигеҙендә грамтиҫкәре яңы антибиотиктар класын етештереп буласаҡ[10][11][12].

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Русско-башкирский словарь по пчеловодству (Г.Д.Зайнуллина, 2001);
  2. Русско-башкирский словарь медицинских терминов (В.З.Гумеров, 1981)
  3. Русско-башкирский толковый словарь медицинских терминов (М.Т.Азнабаев, 2007)
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 Водовозов, 2017
  5. Водовозов, 2017, 50:00−58:04
  6. Пресс-выпуск ВЦИОМ № 1684. Дата обращения: 8 февраль 2011. Архивировано из оригинала 31 ғинуар 2018 года. 2018 йыл 31 ғинуар архивланған.
  7. Скибина К. П., Ананько С. Я. Информационно-фармацевтический анализ фальсифицированных лекарственных препаратов : [арх. 7 август 2013]. — (Материалы V Международной студенческой электронной научной конференции «Студенческий научный форум»).
  8. Медицинский музей и медицинская коммуникация. Сборник материалов V Всероссийской научно-практической конференции «Медицинские музеи России: состояние и перспективы развития».
  9. Давыдов, Д. Врач назначил антибиотики: в чем различия и как принимать : Инструкция для ответственных пациентов : [арх. 7 март 2021] // Тинькофф журнал. — 2021. — 17 февраля.
  10. Анна Казнадзей. Разработан новый антибиотик для борьбы с грамотрицательными бактериями. N+1 (11 май 2017). Дата обращения: 20 сентябрь 2018.
  11. Michelle F. Richter, Bryon S. Drown, Andrew P. Riley, Alfredo Garcia, Tomohiro Shirai, Riley L. Svec, Paul J. Hergenrother Predictive compound accumulation rules yield a broad-spectrum antibiotic (инг.) // Nature : Journal. — 2017. — В. 545. — С. 299—304. — DOI:10.1038/nature22308
  12. Robert I. Higuchi, Prasuna Paraselli, Tucker C. Roberts, Jacob B. Schwarz & al Optimized arylomycins are a new class of Gram-negative antibiotics (инг.) // Nature : Journal. — 2018. — В. 561. — С. 189−194. — DOI:10.1038/s41586-018-0483-6