Андриасов Михаил Андреевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Андриасов Михаил Андреевич
Тыуған көнө

1 август 1914({{padleft:1914|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})[1]

Вафат көнө

25 апрель 1984({{padleft:1984|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (69 йәш)

Автограф

Автограф Михаила Андриасова.jpg

Андриасов Михаил Андреевич (1 август 1914 йыл — 25 апрель 1984 йыл) — рус совет яҙыусыһы, журналист һәм публицист.

Биография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Миллерово ҡалаһында әрмән ғаиләһендә тыуған .

Бик иртә яҙа һәм, иң мөһиме, баҫыла башлай: 1925 йылда яҙмалары «Ленинские внучата»[2] гәзитендә сыға. 1932 йылда, 18 йәше тулғас, профессиональ журналистика менән шөғөлләнә, «Большевистская смена», «Молот», «Красный кавалерист», «Красная звезда» гәзиттәре менән хеҙмәттәшлек итә, ә инде киләһе йыл «За индустриализацию» үҙәк гәзитенең штатына Аҙау-Ҡара диңгеҙ крайы буйынса корреспондент булып алына.

1936 йылда Ҡыҙыл Армия сафына алына, унан һуң матбуғатта хеҙмәтен дауам итә[3].

Бөйөк Ватан Һуғышы ваҡытында Андриасов «Боец РККА», фронт гәзитенең, һуңынан "Комсомольская правда"ла махсус хәбәрсе була[4], өлкән лейтенант. 1944 йылда ауыр яралана.

Һуғыштан һуң Одесса хәрби округының «Защитник родины» гәзитендә өлкән әҙәби хеҙмәткәр була[5].

1947 йылда Гукас Мадояндың ҡаһарман батальоны тураһында «Шесть дней» хикәйәһе сыға, ул артабан бик билдәле була һәм күп тапҡыр яңынан баҫтырыла. Һуңынан уның күбеһенсә очерктарҙан торған «Автомат Юры Тарасова», «Господствующая высота», «Легенда о золотом коне», «Придонская быль», «Сын солдата», «Племя отважных», «Штурм ледяного вала», «На донской земле», «Атоммаш зовет», «Молодость наша опаленная» китаптары сыға.

1958 йылда Андриасовты СССР Яҙыусылар союзына ҡабул итәләр.

1984 йылдың 25 апрелендә Дондағы Ростовта вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Почёт Билдәһе» ордены (1974)
  • «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (6.11.1947[6])
  • «Кавказды обороналау өсөн» миҙалы
  • «1941-1945 йй. Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы
  • башҡа миҙалдар
  • «Огонек» журналы премияһы (1971)

Китаптары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Фёдор Токарев / М. Андриасов, В. Ватин. — Ростов н/Д: Ростиздат, 1941. — 63 с. — 5000 экз.
  • Сын Зангезура. — Ереван: Армгиз, 1943. — 23 с. — 5000 экз.
  • Шесть дней: [Документальная повесть о стрелковом батальоне Г. Мадояна]. — Ростов н/Д: Ростиздат, 1947. — 120 с.
  • Вешенские были : [о М. А. Шолохове]. — М.: Современник, 1975. — 191 с. — 10 000 экз.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Моложавенко Владимир Семёнович Увольнению в запас не подлежит: Заметки о творческом пути // Дон. — 1982. — № 2. — С. 142—150.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Армянская советская энциклопедия (әрм.) / под ред. Վ. Համբարձումյան, Կ. Խուդավերդյան — 1974. — Т. 1. — Б. 395.
  2. Книга:Писатели Дона 1976|страницы=35
  3. Книга:Писатели Дона 1986|страницы=46
  4. Книга:Писатели Советского Дона 1966|страницы=9
  5. Представление к награждению медалью «За отвагу». ОБД «Подвиг Народа». Дата обращения: 17 февраль 2012. Архивировано 23 июль 2012 года.
  6. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]