Аничков күпере

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Аничков күпере
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 1716
Дәүләт Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Санкт-Петербург
Урынлашыу Санкт-Петербург
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән кирбес
Архитектор Иван Фёдорович Буттац[d] һәм Редер, Александр Христофорович[d]
Рәсми асылған ваҡыты 1716
Өҫтөнән/аҫтынан үтә Фонтанка[d]
Число пролётов 3
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d]
Оҙонлоҡ 54,6 метр
Киңлек 37,9 метр
Commons-logo.svg Аничков күпере Викимилектә

Аничков күпере[1] — Фонтанка йылғаһы аша аркалы күпер, Санкт-Петербургтың Үҙәк районында урынлашҡан, ул Спас һәм Безымянный утрауҙарын тоташтырып тора. Санкт-Петербургтың иң биләдәле күперҙәренең береһе. Күперҙә билдәле «Укрощение коня человеком»[⇨] скульптура төркөмө тора, уны төҙөүсе — скульптор П. К. Клодт. Был скульптура ҡаланың бер символына әүерелгән[2][3]. Күләме бәләкәй генә булыуына ҡарамаҫтан, Аничков күпере — Нева проспектының төп архитектура ансамбль ҡоролмаларының береһе[4]. 2001 йылда был күпер Рәсәйҙең федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объекты исемлегенә индерелгән һәм дәүләт һаҡлауы аҫтында тора[5].

1716 йылда тәүге күпер ағастан төҙөлгән [⇨]. Ағас күпер XVIII быуат дауамында күп тапҡыр яңыртып төҙөлгән. Фонтанка аша тотороҡло таш күпер типовой проект буйынса 1784—1785 йылдарҙа манараһы менән[⇨] төҙөлә. 1841 йылда инженерҙар И. Ф. Буттац һәм А. Х. Редер проекты буйынса хәҙер торған тотороҡло аркалы күпер төҙөлә[⇨]. 1906—1908 һәм 2007—2008 йылдарҙа күпер капиталь ремонтлана.

Урынлашыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Күпер Невский күсәре буйынса урынлашҡан. Күпер янында Аничков һарайы, Белосельский-Белозерскийҙар һарайы, Фонтанный йорто урынлашҡан[6].

Ағымдан өҫтәрәк Белинский күпере, түбәндәрәк — Ломоносов күпере тора[2].

Исеме[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Күперҙең атамаһы үҙенә йәнәш торған Бөйөк Петр ваҡытындағы инженер-подполковник М. О. Аничков етәкселегендә төҙөлгән Аничков биҫтәһе исеменән алынған[7]. Аничков шулай уҡ тәүге күперҙе беренсе булып төҙөткән[8]. 1739 йылда Император указына ярашлы күпер Невский[9][1] тип атала. Әммә был атама үҙләштерелмәй, һәм 1747 йылда инде «Санкт-Петербургские ведомости» гәзитендә күперҙең яңы атамаһы барлыҡҡа килә.

XiХ — ХХ быуат башында Аничкин күпере[10][11] тигән атамаһы ла осрай. 1913 йылда М. О. Аничковтың вариҫы ҡала идаралығына хат менән мөрәжәғәт итә һәм күперҙе элеккесә Аничков мост тип атауҙы ҡалдырыуҙарын үтенә[12] Шунан һуң күпер атамаһы элеккесә ҡала[13].

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ағас күпер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Аничковты күперенең һәм Нева проспектынан күренеше, 1753 йылда

Фонтанка 1712—1714 йылдарға тиклем Исемһеҙ ҡылым тип аталған була. Һаҙ йылғаһы үҙенең ағымында утрауҙар яһап торған[14]. Баш ҡаланың Нева проспекты мөһим юлдарының береһе була, шунлыҡтан ике юл киҫешкән ерҙә даими кисеү ойошторорға кәрәк була. 1715 йылда Петр I указ сығарған: «Ҙур Нева йылғаһы артындағы Фонтанный йылғаһында киләсәктә күпер эшләргә»[15]. Фонтанка һыуы аша күпер төҙөү эштәре 1716 йылдың майында төҙөлөп бөтә. Свайлы таяныстарға оҙон бүрәнәләр һалып, ҡылым һәм һыубаҫар һаҙмат урын өҫтөнән оҙонлоғо байтаҡ булған ағас күпер һалына. Ул саҡта Фонтанканың киңлеге 200 метр тирәһе булған. Ҡайһы бер тикшеренеүселәр күперҙең оҙонлоғон 150 метр тип баһалай[16][17]. Күпер киңлеге яҡынса ни бары 6,5 метр булған, уның аша мачталы караптарҙы үткәреү өсөн күперҙә махсус щиттар булдырылған, уларҙы күтәреү һәм төшөрөү, урындарына кире ҡайтарыу ҡул көсө менән башҡаарылған[18]. Башта күпер йылға ағымынан саҡ ҡына өҫтәрәк урынлашҡан[19].

Инженер-подполковник Михаил Аничков етәкләгән инженерҙар батальоны күперҙе төҙөгән [20][21]. Батальон Фонтанка ярындағы фин ауылында урынлашҡан, шул ваҡыттан башлап был ауылды «Аничков биҫтәһе» тип атай башлағандар[22].

Шул күперҙең һыҙмаһы һаҡланмауға ҡарамаҫтан, был күпер ағас булған, ә, моғайын, уның аҫтындағы конструкциялары таҡта менән көпләнгән һәм матурыраҡ күренһен өсөн таш рустҡа оҡшатып буялған булған[19].

1721 йылда күпер яңынан төҙөлә. Проект авторы голландия инженеры Х. В. Болес һәм Доменико Трезини[13].

1737 йылда күперҙе Нева проспекты киңлегенә тиклем еткереп киңәйткәндәр[7]. . 1749 йылда яңы күперҙе архитектор Семен Волков күперҙе яңынан ағастан төҙөй.

Фонтанка xviii быуатта ҡала сиге булған, шуға күрә күпер үҙенсәлекләе үткәреү пункты булып хеҙмәт итә. Күпер янында застава урынлашҡан була, бында ҡалаға инеүселәрҙең паспорттарын тикшергәндәр[22][20].

Хәҙерге күпер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Садовников В. С. Нева проспектының панорамаһы, 1830 йыл
И. И. Шарлемань. Аничков күпере һәм Белосельский-Белозерскийҙар һарайы, 1850-се йылдар

1839 йылда Нева проспектында хәрәкәт көсәйә, транспорт йөрөү ҡатмарлана. Инженер-майор И. Ф. Буттац инженер А. Х. Редер ҡатнашлығында яңы күпер проектын төҙөй[23][24]. 1840 йылдың декабрендә проектты Николай I[25] раҫлай.

1841 йылдың 22 майында яңы күпергә нигеҙ ташы һалына. Төҙөлөш эштәре инженерҙар Н. Дершау һәм А. Соболев етәкселегендә алып барыла[26]. Ноябрь башында күпер ҡоймаларының тотҡалҡалары урынлаштырыла, ә тиҙҙән статуялар өсөн гранит пьедесталдар эшләнә[27]. 1841 йылдың 20 ноябрендә күпер хәрәкәт өсөн асыла[28]. Күперҙең дөйөм хаҡы 195 294 һум тәшкил итә[29].

Күперҙең дөйөм күренеше
Аничков күперендә капиталь ремонт. 1907 йылдағы фотоһүрәт.

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Төньяҡ-көнсығыш скульптура төркөмө. Аничкин күпере.1880 йыл

  1. 1,0 1,1 Горбачевич К. С. Почта «Русской речи» // Русская речь. — М., 1968. — № 6. — С. 107—108.
  2. 2,0 2,1 Степнов, 1991
  3. Пунин, 1971
  4. Надежин Б. М. Архитектура мостов — М.: Стройиздат, 1989. — Б. 46. — 94 б. — (Научно-популярная библиотека школьника).
  5. Постановление Правительства РФ № 527 от 10.07.2001 «О перечне объектов исторического и культурного наследия федерального (общероссийского) значения, находящихся в г.Санкт-Петербурге».
  6. Васильев, 1973, с. 35
  7. 7,0 7,1 Божерянов И. Н. Невский проспект. Культурно-исторический очерк двухвековой жизни С.-Петербурга — СПб.: издание поставщика двора его императорского величества А. И. Вильборга, 1901. — Т. 1, вып. 1-2. — Б. 17—18. —  185 б.
  8. Тумилович, Алтунин, 1963, с. 165—166
  9. Петров П. Н. История Санкт-Петербурга с основания города, до введения в действие выборного городского управления по учреждениям о губерниях. 1703-1782 — СПб., 1884. — Б. 368. — 848 б.
  10. Иодко О. С. Карманный весь Петроград. Иллюстрированный путеводитель : Справочная и адресная книжка Петрограда с приложением плана Петрограда, карты его окрестностей и путеводителя по Финляндии — изд. XVII. — Пг., 1915. — Б. 75.
  11. Путеводитель по С.-Петербургу. Репринтное воспроизведение издания 1903 года — СП «ИКАР», 1991. — Б. 184. — ISBN 5-85902-065-1.
  12. Отчёт С.-Петербургского городского общественного управления за 1913 год — Пг., 1915. — Б. 112.
  13. 13,0 13,1 Васильев, 1973
  14. Степнов, 1991, с. 10
  15. Тумилович, Алтунин, 1963, с. 165
  16. Фролов, 2002, с. 78—80
  17. Тумилович, Алтунин, 1963, с. 64
  18. Васильев, 1973, с. 9
  19. 19,0 19,1 Бунин, 1986, с. 166
  20. 20,0 20,1 Васильев, 1973, с. 7
  21. Степнов, 1991, с. 302
  22. 22,0 22,1 Пунин, 1971, с. 17
  23. Васильев, 1973, с. 16
  24. Пунин, 1971, с. 77
  25. Бунин, 1986, с. 167
  26. Васильев, 1973, с. 17
  27. Пунин, 1971, с. 80
  28. Отчёт по сооружению Санкт-Петербургского электрического трамвая, 1909, с. 239
  29. А — Арброс // Большая энциклопедия: Слов. общедоступ. сведений по всем отраслям знания /  Под ред. С. Н. Южакова — СПб.: т-во «Просвещение», 1900. — Т. 1. — Б. 654. — 800 б.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Бунин М. С. Мосты Ленинграда. Очерки истории и архитектуры мостов Петербурга — Петрограда — Ленинграда — Л.: Стройиздат, 1986. — 280 б.
  • Васильев В. В. Аничков мост — Л.: Лениздат, 1973. — 48 б. — (Туристу о Ленинграде).
  • Горбачевич К. С., Хабло Е. П. Почему так названы? О происхождении названий улиц, площадей, островов, рек и мостов Санкт-Петербурга. — 4-е изд., перераб. — СПб.: Норинт, 1996. — С. 322. — 359 с. — ISBN 5-7711-0002-1.
  • Новиков Ю. В. Мосты и набережные Ленинграда / Сост. П. П. Степнов — Л.: Лениздат, 1991. — 320 б.
  • Пунин А. Л. Повесть о ленинградских мостах — Л.: Лениздат, 1971. — 192 б.
  • Тумилович Е. В., Алтунин С. Е. Мосты и набережные Ленинграда. Альбом — М.: Издательство Министерства Коммунального Хозяйства РСФСР, 1963. — 298 б.
  • Кочедамов В. И. Мосты Ленинграда — Л.: Искусство, 1958. — 60 б.
  • Фролов А. И. Реки, каналы, острова, набережные, мосты — СПб.: Глагол, 2002. — 176 б. — ISBN 5-88729-063-3.
  • Техническое описание с приложением расчетов сооружений // Отчёт по сооружению Санкт-Петербургского городского электрического трамвая. 1905—1908 — СПб., 1909 Т. 2. —   б.
  • Самойлов А. Кони Клодта (К истории создания скульптурного ансамбля на Аничковом мосту в Ленинграде) // Художник. — Л., 1961. — № 12. — С. 29—32.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]