Анпилогов Поликарп Иванович
Анпилогов Поликарп Иванович | ||||||
Файл:Anpilogov3.jpg | ||||||
Тыуған ваҡыты | ||||||
---|---|---|---|---|---|---|
Тыуған урыны |
Ырымбур өлкәһе Абдулла районы Баклановка ауылы | |||||
Үлгән ваҡыты | ||||||
Вафат урыны | ||||||
Хеҙмәт иткән урыны | ||||||
Ғәскәр төрө |
пехота | |||||
Хеҙмәт итеү йылдары |
1941—1945 | |||||
Хәрби звание | ||||||
Хәрби алыш/һуғыш | ||||||
Наградалар һәм премиялар |
|
Анпилогов Поликарп Иванович (12 март 1923 йыл — 7 июнь 2007 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугире, уҡсылар дивизияһының разведка отделение командиры, сержант. Дан орденының тулы кавалеры.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Поликарп Иванович Анпилогов 1923 йылдың 12 мартында Ырымбур өлкәһе Абдулла районының Баклановка ауылында күп балалы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.
Рус. 1933 йылда башланғыс мәктәптең өс класын тамамлай. 1935—1939 йылдарҙа колхозда ябай колхозсы булып эшләй. Комбайнсылар курсын тамамлағандан һуң 1939 йылда штурвалсы, ә аҙаҡ комбайнсы булып эшләй. Өйләнгән. 3 балаһы булған: ҡыҙы Валентина, улы Николай һәм ҡыҙы Лидия.
1942 йылдың мартында Поликарп Анпилоговты Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына саҡыралар. Унда ул миномётсылар расчеты командирына уҡып сыға. Уның расчеты Ржев ҡалаһы янында беренсе тапҡыр һуғышҡа инә.
1945 йылдың апрелендә старшина Поликарп Анпилогов демобилизациялана. Колхоз рәйесе урынбаҫары, бригадир булып эшләй. Аҙаҡ Башҡорт АССР-ының Октябрьский ҡалаһына күсеп килә. 2007 йылдың 7 июнендә ошонда вафат була.[1].
Батырлығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]463-сө айырым разведка ротаһы разведчигы (2-се Украина фронтының 7-се гвардия армияһы 409-сы уҡсылар дивизияһы) сержант Анпилогов 1944 йылдың 19 декабрендә Вац ҡалаһының (Венгрия) төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан халыҡ йәшәгән Кишполак пункты эргәһендә разведкаға бара. Дошман тураһындағы разведка мәғлүмәттәрен дивизия командалағына алып барып еткерә. Халыҡ йәшәгән пункт өсөн барған һуғышта гранаталар ташлап расчеты менән дошман пулемётын юҡ итә. 1945 йылдың 21 ғинуарында 3-сө дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә.
1945 йылдың 6 ғинуарында Штурово ҡалаһының (Словакия) төньяҡ-көнбайышында Анпилогов үҙенең төркөмө менән дошман тылына үтеп инә һәм «тел» алып ҡайтыуға өлгәшә. Яралана. 1945 йылдың 13 февралендә 3-сө дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә. 1956 йылдың 31 мартында 1-се дәрәжә Дан ордены менән алмаштырыла.
1945 йылдың 23 ғинуарына ҡарай төндә Анпилогов Нове-Замки ауылынан (Словакия) 20 км көньяҡ-көнсығышта ятҡан Нова-Ввеск халыҡ йәшәгән пункт эргәһендә төркөмө менән дошман тылына үтеп инә. Разведка төркөмө ике гитлерсынан торған дошман дозорын ҡулға төшөрә. Кире ҡайтҡанда разведка төркөмөн ҡаплап 6 немец һалдатын юҡ итә.
1945 йылдың 28 ғинуарында Антальхаз (Словакия) пунктының төньяҡ-көнсығышында төркөм менән ике «тел» ала. Төркөмдөң кире юлын ҡаплап Анпилогов 8 дошман һалдатын юҡ итә. 1945 йылдың 10 мартында 2-се дәрәжә Дан ордены менән наградлана.
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1-се дәрәжә Дан ордены
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены
- 1-се, 2-се, 3-сө дәрәжәләге Дан ордендары
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһының Октябрьский ҡалаһында Анпилогов Поликарп Иванович исеме менән аталған урам бар.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Анпилогов Поликарп Иванович . «Герои страны» сайты.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Несокрушимые. — Уфа, 1985.
- Славные сыны Башкирии. — Уфа.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт энциклопедияһы — Анпилогов Поликарп Иванович 2016 йыл 6 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 5 март 2020)
- Венский вальс сержанта Анпилогова(недоступная ссылка)