Антон Глушко тыҡрығы (Таганрог)
Уҡыу көйләүҙәре
Антона Глушко тыҡрығы Таганрог | |
Дөйөм мәғлүмәт | |
---|---|
Ил |
Рәсәй |
Төбәк |
Ростов өлкәһе |
Ҡала | |
Элекке исемдәре |
Полтава тыҡрығы |
Оҙонлоғо |
2040 метр |
Почта индексы |
347900 |
картала | |
Яндекс. Картала | |
Карта Google-да |
Антон Глушко тыҡрығы — Таганрогтың тарихи үҙәк өлөшөндә урынлашҡан тыҡрыҡ.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Антон Глушко тыҡрығы Грек һәм Шевченко урамдары араһында урынлашҡан. Оҙонлоғо 2040 метр[1]. Өйҙәргә номерҙар ҡуйыу Грек урамынан башлана[2].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]РСДРП(б)-ның Таганрог ҡала комитеты беренсе рәйесе, революционер-большевик А. К. Глушко хөрмәтенә 1929 йылда исеме Антон Глушко тыҡрығы тип үҙгәртелгән[3].
Башта тыҡрыҡ Етенсе арҡыры тип аталған, аҙаҡ — Полиция тыҡрығы, һуңынан — Полтава тыҡрығы.
Антон Глушко тыҡрығында урынлашҡан
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Биналар һәм ҡоролмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- № 8 — Слученко йорто. Урындағы әһәмиәткә эйә архитектура ҡомартҡыһы[4].
- № 13 — Таганрог тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы (Алфераки һарайы). Антон Глушко тыҡрығы һәм Фрунзе урамы мөйөшөндә урынлашҡан. Музей бинаһы федераль әһәмиәттәге архитектура ҡомартҡыһы статусына эйә[5].
- № 15 — Лукиндар йорто (Таганрог) торлаҡ йорт (1827 йыл). Урындағы әһәмиәткә эйә архитектура ҡомартҡыһы[6]. Был йортта 1-се атлы армияны ойоштороу буйынса идаралыҡ урынлашҡан була[7].
- № 19 — «Октябрь» кинотеатры (элекке) — Антон Глушко тыҡрығы һәм Александр урамы мөйөшө. Урындағы әһәмиәткә эйә архитектура ҡомартҡыһы[8].
- № 40 — Н П Маркевич-Евтушевский торлаҡ йорто (1861—1863 йылдар). Был йортта Чеховтар ғаиләһе йәшәгән[9]. Урындағы әһәмиәткә эйә архитектура ҡомартҡыһы[10].
- № 44 — А. А. Дуров музейы.
- № 46 — торлаҡ йорт. Урындағы әһәмиәткә эйә архитектура ҡомартҡыһы[11].
- № 66 — торлаҡ йорт (1885—1886 йылдар). Бында «Народная воля» йәшерен типографияһы урынлашҡан була. Урындағы әһәмиәткә эйә тарих ҡомартҡыһы[12].
- № 74 — торлаҡ йорт (1882—1883 йылдар). Унда ҡаланың үҙәк народоволецтар түңәрәге йыйыла торған булған. Урындағы әһәмиәткә эйә тарих ҡомартҡыһы[13].
- № 101 — торлаҡ йорт. Бында эшсе һәм һалдат депутаттары советының беренсе рәйесе А. К. Глушко йәшәгән. Урындағы әһәмиәткә эйә тарих ҡомартҡыһы[14]. Йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
Һәйкәл
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- К. А. Глушко һәйкәле (1958 йылда ҡуйылған). Антона Глушко тыҡрығы һәм Чехов урамы мөйөшөндә урынлашҡан .Урындағы әһәмиәткә эйә монументаль сәнғәт ҡомартҡыһы[15].
Юҡҡа сыҡҡан биналар һәм ҡоролмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Победа» йәйге кинотеатры (1946 йылдың 4 июлендә асылған. 1980-се йылдарға тиклем йәшәй[16].) — А. Глушко тыҡрығы, 9.
- Петр һәм Павел сиркәүе — Мясниницкая майҙаны. 1935 йылда юҡ ителгән.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Измерение расстояния по карте Яндекс
- ↑ Энциклопедия Таганрога. Таганрог: Антон, 1998. — 624 с.
- ↑ Барчугов П. В. Наследники Прометея: очерки о профессиональных революционерах Дона. — Ростовское книжное издательство, 1977. — С. 118.
- ↑ Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫ объекты № 6101185000
- ↑ Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫ объекты № 6110063000
- ↑ Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫ объекты № 6101186000
- ↑ Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫ объекты № 6101138000
- ↑ Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫ объекты № 6101187000
- ↑ Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫ объекты № 6101139000
- ↑ Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫ объекты № 6101188000
- ↑ Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫ объекты № 6101189000
- ↑ Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫ объекты № 6101140000
- ↑ Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫ объекты № 6101141000
- ↑ Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫ объекты № 6101142000
- ↑ Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫ объекты № 6101311000
- ↑ Назаренко И. В. «Победа» кинотеатр летний // Таганрог. Энциклопедия. — Таганрог: Антон, 2008. — С. 561.