Анхель шарлауығы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Анхель
исп. Salto Ángel
Angel falls.jpg
5°58′12″ с. ш. 62°32′10″ з. д.HGЯO
Страна
РегионБоливар
ЙылғаКереп 
Бейеклеге979 м
Киңлеге107 м
Һыу сығымы300 м³/с
Commons-logo.svg Анхель шарлауығы Викимилектә

А́нхель, Керепакупаи-Меру (исп. Kerepakupai Meru[1], исп. Salto Ángel, пемон телендә — Kerepakupai vena) — донъялағы иң бейек шарлауыҡ, дөйөм бейеклеге 979 метр (башҡа мәғлүмәттәр буйынса 1054 метр[2]), һыуҙың өҙлөкһөҙ ҡойолоу бейеклеге 807[3] метр. Венесуэланың Боливар штатында Кереп йылғаһында урынлашҡан.

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1933 йылда шарлауыҡ өҫтөнән осҡан летчик Джеймс Эйнджел (ингл. Angel) хөрмәтенә аталған.

Шарлауыҡ Венесуэланың Боливар штаты тропик урмандарында, Канайма милли паркы биләмәһендә урынлашҡан. Һыу венесуэла тепуиҙәренән иң ҙуры булған Ауян-Тепуи түбәһенән ағып төшә - уның рус теленә тәржемәһендәге исеме «иблис тауы» тигәнде аңлата[4].

Йығылыу бейеклеге шул тиклем ҙур, хатта ергә төшкәнсе һыу ваҡ тамсыларға һибелә һәм томанға әйләнә. Томандың бер нисә саҡрым алыҫлыҡта һиҙелеүе мөмкин. Төшкән һыу Кереп йылғаһына ҡоя.

Тарихи[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Джеймс Эйнджел шарлауыҡҡа еткән самолет

Шарлауыҡты тикшеренеүсе Эрнесто Санчес Ла Крус тапҡан, әммә Джеймс Эйнджелдың осошона тиклем киң билдәле булмай. 1933 йылда АҠШ-нан был лётчик мәғдән ятҡылыҡтарын эҙләп оса. Урындағы гидтар әйтеүенсә, ул алмас эҙләгән. Джеймс Эйнджел осорондағы аборигендарҙың бер туҡтауһыҙ алмас тип атарға мөмкин булған таштар тураһында һөйләүҙәре был осошҡа килтерә. Ысынында иһә, Анхель шарлауығы урынлашҡан яйла кварц менән мул. 1933 йылдың 16 ноябрендә Эйнджел осош барышында Ауян-Тепуи тип аталған тауҙы күреп ҡала, ул уның иғтибарын йәлеп итә лә инде. 1937 йылдың 9 октябрендә ул кире әйләнеп ҡайта һәм самолетты Ауян-Тепуиға ултыртырға тырыша, әммә ултырғанда самолёт зыян күрә, шассиҙарҙың береһе шартлай.

Һөҙөмтәлә Эйнджелға һәм уның өс компаньонына (шул иҫәптән уның ҡатыны Мариға) тауҙан йәйәү төшөргә тура килгән. Уларҙың цивилизацияға ҡайтыуы 11 көн тәшкил итә. Уларҙың мажараһы хаҡында яңылыҡтар бик тиҙ тарала, һәм шарлауыҡ уның хөрмәтенә «Анхель шарлауығы» (исп. Salto Ángel) тип атала. Испан телендә Эйнджел (исп. Ángel) фамилияһы Анхель булараҡ уҡыла, шуға күрә уның исеме тап шундай. Тимәк, шарлауыҡтың фәрештәләр менән бер ниндәй уртаҡлығы ла юҡ - был кеше фамилияһы.

Эйнджелдың «Фламинго» самолеты 33 йыл буйына, вертолет менән уны сығарғансы, шул ерҙә ҡала. Самолет Маракай ҡалаһының авиация музейында реставрациялана, һәм хәҙер Сьюдад-Боливар ҡалаһы аэропорты алдында тора.

1949 йылда шарлауыҡҡа АҠШ-тың милли география йәмғиәте экспедицияһы уҙғарыла, сәфәр йомғаҡтары буйынса уның бейеклеге билдәләнә һәм китап нәшер ителә.

1994 йылда ЮНЕСКО шарлауыҡты үҙ эсенә алған Канайма милли паркын Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерҙе[5].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Өҙөмтә хатаһы: <ref> билдәһе дөрөҫ түгел; B төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  2. Анхель // Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017.
  3. Кравчук П. А. Рекорды природы. — Л.: Эрудит, 1993. — 216 с. — 60 000 экз. — ISBN 5-7707-2044-1.
  4. Гора Ауянтепуи на карте  (рус.).
  5. Венесуэла на сайте ЮНЕСКО  (инг.).