Эстәлеккә күсергә

Анчисхати сиркәүе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Анчисхати сиркәүе
груз. ანჩისხატი
Нигеҙләү датаһы VI быуат
Рәсем
Дәүләт  Грузия[1]
Административ-территориаль берәмек Тбилиси
Дата официального закрытия 1917
Карта
 Анчисхати сиркәүе Викимилектә

Анчисхата (груз. ანჩისხატი) — Ғайса бәйғәмбәр әсәһе Раштыуа байрамына арналған VI быуат сиркәүе. Һаҡланып ҡалғандарҙан Тбилиси ҡалаһындағы иң боронғо сиркәү.

Грузин йылъяҙмаларына ярашлы, сиркәүҙе Иберия батшаһы Дачи Уджармели(522—534 йй. тирәһе) төҙөгән, ул Тбилисины үҙенең баш ҡалаһы итте. Башта Ғайса бәйғәмбәр әсәһе Раштыуаһына арналған сиркәү 1675 йылда — Анчисхати тигән икенсе исем ала, был исем Анчий кафедраль соборынан (Тао-Кларджети) Ҡотҡарыусы (Анчий иконаһы) бик боронғо энкаустик икона хөрмәтенә күсерелгән. Ғосман баҫып инеүе осоронда ла, алтын тимерсе златокузнец Бек Опизари XII быуатта алтын ҡушылмалы көмөш тышлыҡ оклад эшләгән, шулай итеп иконаны һаклап ҡалырға тырышҡандар. Икона изге Мария сиркәүендә күп быуаттар дауамында һаҡланып килгән, хәҙер ул Грузия дәүләт сәнғәте музейының Алтын фондында һаҡлана.

XV быуаттан XVII быуатҡа тиклем Грузияның фарсылар һәм төрөктәр менән алып барған һуғыштарында сиркәү бер нисә тапҡыр емерелгән.

Анчисхати менән йәнәш кирбес манараны 1675 йылда католикос Доменти төҙөгән. Сиркәү планировкаһы 1870 йылдарҙа, көмбәҙ өҫтәлгәндән һуң, бик ныҡ үҙгәргән.

Совет осоронда сиркәүҙе емерелеү ҡурҡынысынан һаҡларға (әүҙем яҡлаусы булып Давид Арсенишвили сығыш яһаған) тура килә, һаҡланған бинаны һөнәрселек кәсебе тауарҙары музейы биләгән, һуңынан бында художество оҫтаханаһы урынлашҡан. 1958 йылдан 1964 йылға тиклем реставрация эштәре (архитектор Р. Гвердцители етәкселегендә) үткәрелгән, һәм уға XVII быуат ҡиәфәте ҡайтарылған. 1989 йылда сиркәү яңынан эшләй башлаған. Анчисхати сиркәү йырсылар певчих хорының иң боронғо грузин йырҙарын сағыу башҡарыуы билдәле.

Анчисхати — даға формаһындағы апсидалы өс нефлы базилика конструкцияның боронғолоғона ишаралай. Иң тәүҙә һары туф блоктарынан төҙөлгән булған, 1958—1964 йй. реставрация ваҡытында кирбес ҡулланылған. Бинаның өс сығыу урыны бар, әммә беҙҙең көндәрҙә көнбайыш сығыуы ғына ҡулланыла.

Ҡорам эсендә 1630—1638 йй. Грузин православ сиркәүен етәкләгән католикос Евдемоз I Диасамидзе ерләнгән. Бөтә иконалар ҙа, католикос Николоз VI (Амилахвари) бойороғо буйынса 1683 йылда яҙылған запрестольный образдан башҡа, XIX быуат менән билдәләнә.

  1. GeoNames (ингл.) — 2005.
  • Абашидзе И. Ред. Грузинская Энциклопедия. Vol. IX. Тбилиси, Грузия, 1985.
  • Амиранашвили Ш. История грузинского искусства. Khelovneba, Тбилиси, Грузия, 1961.
  • Rosen, Roger. Georgia: A Sovereign Country of the Caucasus. Odyssey Publications: Hong Kong, 1999. ISBN 962-217-748-4

Ҡалып:Старый Тбилиси