Архангел Михаилдың ғибәҙәтханаһы (Вёшенская)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Православие ғибәҙәтханаһы
Архангел Михаил ғибәҙәтханаһы
Ил Рәсәй
Конфессия Православие
Епархия Шахты епархияһы 
Бина тибы бер башлы, тәре көмбәҙле
Бөгөнгө хәле ғәмәлдә

Архангел Михаил ғибәҙәтханаһыРәсәй православный сиркәүенең Мәскәү патриархатына ҡараған Дон митрополияһының Шахты һәм Миллерово епархияһындағы элеге көндә эшләүсе Вешенская сиркәүе.

Адресы: Рәсәй, Ростов өлкәһе, Шолохов районы, Вешенская станицаһы, Подтелков урамы, 63.

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Архангел Михаил ғибәҙәтханаһы Вешенская станицаһының үҙәгендә урынлашҡан. Ул XVIII быуаттың уртаһында төҙөлгән. 1786 йылда йорт изгеләндерелгән. Сиркәүҙә 1744 йылда сыҡҡан Евангелие, гелән ҡулланылған 1701 йылда сыҡҡан Евангелие, «Триодь Цветная» 1695 йылғы, 1707 йылдың аңлатмалы Евангелиеһы һәм көмөш потир (христиан динен үтәү өсөн ҡулланылған һауыт) менән 1777 йылдың приборы бар[1]. Йортта ике тәхет бар: уларҙың икенсеһе апостол һәм евангелист Иоанн Богослов хөрмәтенә эшләнгән.

1937 йылда станицала Троицкий сиркәүе емертелгән, Изге-Михайло-Архангельский сиркәүен ашлыҡ һаҡлағыс итеп файҙалана башлағандар. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында сиркәүгә бомба төшөп, йорт бик ныҡ зыянланған. Немец самолеты ташлаған бомба, миһрап (алтарь) менән сиркәү манараһын ватып, сиркәү эсендә һаҡланған ашлыҡ өҫтөнә төшөп, шартламайса ҡалған.

Станица хужалары бер нисә тапҡыр сиркәүҙе шартлатырға маташҡандар, бары тик Михаил Шолоховтың тырышлығы арҡаһында ғына ул һаҡланып ҡалған.

1990 йылда сиркәүҙең өлкән руханийы (священник) итеп отец Владимир тәғәйенләнгән.

1991 йылда сиркәү яңыртып төҙөлә башлаған, йорттоң төп көмбәҙенең ҡыйығы ябылған, 19921995 йылдарҙа миһрап тергеҙелгән.

Хәҙерге ваҡытта был эшләүсе сиркәү, унда йәкшәмбе мәктәбе бар. Сиркәүҙең руханийы — Владимир Александрович Поляков. Ғибәҙәтхана янында Михаил Шолоховҡа һәйкәл (бюст) ҡуйылған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]