Эстәлеккә күсергә

Архидиакон Стефан сиркәүе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Православие ғибәҙәтханаһы
Архидиакон Стефан сиркәүе
Ростов өлкәһе Ефремово-Степановка Архидиакон Стефан сиркәүе.jpg
Революцияға тиклемге сиркәү
Ил Рәсәй
Биҫтә Ефремово-Степановка
Конфессия Православие
Бина тибы ағас,
һуңғараҡ таш
Архитектура стиле Эклектика
Төҙөлөшө 17731774 йылдар
Бөгөнгө хәле емерек хәлдә

1774

Архидиакон Стефан сиркәүе (Архидиакон сиркәүе) — элекке Дон Ғәскәре өлкәһенең Ефремово-Степановка ҡасабаһында төҙөлгән православие ғибәҙәтханаһы[1].

Беренсе ағас сиркәү ауылда 1774 йылда ғәскәр атаманы Степан Данилович Ефремов тырышлығы менән төҙөлгән. Ул бер тәхетле булған һәм Архидьякон Стефан исемен йөрөткән. Һуңынан уны һүтеп Боков утарына күсергәндәр. Уның урынына 1864 йылда ғәскәр старшинаһы Александр Николаевич Ефремов һәм уның ағай-энеләре аҡсаһына таш сиркәү һалғандар. Сиркәүҙең ағас йыйылмалары булған, башы тимер менән ябылған, ғибәҙәтхана ҡыңғырауҙар манаралы һәм таш ҡоймалы булған. Сиркәү өс тәхетле, төп тәхете — Архидьякон Стефан, икенсеһе — Николай Чудотворец, өсөнсөһө —Изге Мәрйәм Инә хөрмәтенә төҙөлгән. Тәхеттәр сауҙагәр Савва Антипович Толкачев аҡсаһына төҙөлгән. Ул вафат булғас, мәрхүмдең васыятын үтәп, уның вариҫтары сиркәү файҙаһына Аҡ ҡоҙоҡ янындағы участканан 35 дисәтинә ер биргәндәр.

Сиркәү янында ҡарауыл йорто һәм бер бүлмәле мәктәп йорто торған. Улар ҙа шулай уҡ таштан төҙөлгән һәм тимер башлы булған. Сиркәүгә яҡын-тирәләге Курнаков, Калушкин, Криворожье, Поздеево, Большинская ауылдары кешеләре ғибәҙәт ҡылырға йөрөгәндәр. 1894 йылдың 26 июнендә Архидьякон Стефан сиркәүенә Лютов ауылындағы Мәрйәм Инәнең Тыуыуы сиркәүе(1886 йылда төҙөлгән) ҡараған.

Мәхәллә бағыусылығы 1894 йылдың февраль айында асылған. Был мәхәлләлә 1877 йылда ике класлы училище ойошторолған, 1877 йылда асылған белем биреү мәктәбе эшләгән. Шундай уҡ мәктәптәр Егоровский һәм Александровский ҡасабаларында ла барлыҡҡа килгән.

Граждандар һуғышынан һуң, 1924 йылда, сиркәү ябылған. 1935 йылдың июлендә уның ҡыңғырауҙарын төшөргәндәр, бинаһында ашлыҡ һаҡлағыс яһағандар. Ваҡыт үтеү менән сиркәү ташландыҡ хәлгә төшкән. 2010-сы йылдарҙа бәләкәй генә мәхәллә көсө менән сиркәү тергеҙелә башлаған. Сиркәүҙең руханийы - иерей Михаил Владимирович Вишневский[2].