Эстәлеккә күсергә

Арғаяш башҡорт халыҡ театры

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Арғаяш башҡорт халыҡ театры
Эшләй башлаған

1989

Театр бинаһы
Урынлашҡан

Силәбе өлкәһе, Арғаяш районы, Арғаяш ауылы,

Етәкселәре
Художество етәксеһе

Солтанова Сәйҙә Мөбәрәк ҡыҙы

Арғаяш башҡорт халыҡ театры — Силәбе өлкәһе, Арғаяш районы, Арғаяш ауылында урынлашҡан башҡорт халыҡ театры. Башҡортостан Республикаһынан ситтә эшләүсе берҙән бер башҡорт театры булып тора.[1].

Театрға 1989 йылда башҡорт драма түңәрәге булараҡ нигеҙ һалына[2]. Халыҡ театрының беренсе постановкаһы «Туй бүләге» («Свадебный подарок») Поварисов, Суфиян Шәмсетдин улы.

1991 йылда театрға хәҙерге атамаһы һәм «халыҡ» исеме бирелә[1].

1992 йылда Башҡортостан Республикаһында Силәбе өлкәһенең сәнғәт Көндәрендә ҡатнаша.

1994 йылда Нефтекама ҡалаһында Ҙур Уралдың йәш театрҙарының «Театр яҙы» фестивалендә ҡатнаша.

1989—2010 йылдарҙа театрҙа 17-нән ашыу спектакль һәм 70-ләгән инсценировка ҡуйыла:

  • «Ай тотолған төндә» һәм «Ҡыҙ урлау» («Похищение девушки») М. Кәрим;
  • «Башмағым» Ибраһимов Хәбибулла Кәлимулла улы;
  • «Көнләш, Америка, көнләш!» («Завидуй, Америка, завидуй!») С. Я. Латыпов;
  • «Ҡарлуғас» («Карлугас») һәм «Салауат» («Салават») Баязит Бикбай;
  • «Ҡыр ҡаҙҙары» («Дикие гуси») Р. А. Сафин;
  • «Ул ҡайтты» («Он вернулся») Ә. К. Атнабаев;
  • «Башҡорт туйы» («Башкирская свадьба») Буранғолов Мөхәмәтша Әбдрәхман улы;
  • «Тау артында тал илай» («Плачет ива за горой») В. Жеребцов;
  • «Ике байҙың хеҙмәтсеһе» Гольдони Карло[3] һәм башҡалар.

Халыҡ театры коллективы составында төрлө йылдарҙа Л. К. Әминова, Ф. Ф. Зөлфитдинова, М. Ф. Ҡорбангалина, Р. А. Нафиҡов, Х. В. Фәйзуллин, В. Г. Хәдиева, А. Х. и А. А. Хәлиҡовтар, М. А. Шәйхисламов, Ф. Х. Шәфикова һәм башҡалар сығыш яһанылар.

Спектаклдәрҙең ҡуйыусыһы һәм музыкаль яҡтан биҙәүсеһе булып театрҙың беренсе художество етәксеһе С. М. Солтанова һәм рәссам-ҡуйыусы Ф. Ф. Зөлфитдинова торалар.

  • «Провинцияла театр осрашыуҙары» Бөтә Рәсәй ауыл театрҙары фестиваленең I дәрәжә Дипломы (Иваново ҡалаһы, 2008)[1].
  1. 1,0 1,1 1,2 20-летний юбилей отмечает Аргаяшский башкирский народный театр. ИА «Башинформ» (18 ноябрь 2009). Дата обращения: 2 декабрь 2014.
  2. Арғаяш башҡорт халыҡ театры // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  3. Аргаяшский район. На зов Мельпомены. «Южноуральская панорама» (15 ноябрь 2013). Дата обращения: 2 декабрь 2014.