Солтанова Сәйҙә Мөбәрәк ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Солтанова Сәйҙә Мөбәрәк ҡыҙы
Тыуған көнө

4 октябрь 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы, Арғаяш кантоны, Ҡолоҡай ауылы

Вафат булған көнө

20 июнь 2021({{padleft:2021|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (95 йәш)

Гражданлығы

Рәсәй флагы

Наградалары һәм премиялары

Башҡортостандың атҡа­ҙанған мәҙә­ниәт хеҙмәткәре

Солтанова Сәйҙә Мөбәрәк ҡыҙы (4 октябрь 1925 йыл20 июнь 2021 йыл) — актриса, хореограф, режиссер, педагог. Башҡортостандың атҡа­ҙанған мәҙә­ниәт хеҙмәткәре (1993).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Солтанова Сәйҙә Мөбәрәк ҡыҙы Башҡорт АССР-ы Арғаяш кантоны (хәҙерге Силәбе өлкәһе Арғаяш районы) Ҡолоҡай ауылында тыуған.

1944 йылдан Башҡорт дәүләт филармонияһында конферансье, бейеүсе була, спектаклдәрҙә ҡатнаша.

1946—1948 йылдарҙа Будапештта Венгрияла Совет ғәскәрҙәре төркөмөнөң хәрби часы ҡарамағындағы ансамблдең хореографы булып эшләй.

1949 йылда Темәс башҡорт педагогия училищеһын тамамлаған.

1948—1969 йылдарҙа Әбйәлил һәм Баймаҡ районы мәктәптәрендә башлағыс кластарҙа уҡыта, драма түңәрәктәрен етәкләй.

1969—1980 йылдарҙа Салауат ҡалаһында «Нефтехимик» мәҙәниәт һарайы ҡарамағындағы башҡорт халыҡ театрының актрисаһы булып эшләй.

1989 йылдан — Арғаяш башҡорт халыҡ театры режиссеры.

2002 йылда Арғаяш ауылында балалар драма түңәрәген ойоштороусы һәм режиссеры була.

Наградалары һәм маҡтаулы исемдәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡортостандың атҡа­ҙанған мәҙә­ниәт хеҙмәткәре (1993);
  • Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының почет грамотаһы (1993);
  • Бөтә союз профсоюздар үҙәк советының «Үҙешмәкәр сәнғәттәге ҡаҙаныштары өсөн» билдәһе (1985);
  • Силәбе өлкәһе губернаторының почет грамотаһы (1999);
  • Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының почет грамотаһы (1999).

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]