Эстәлеккә күсергә

Асеева Татьяна Александровна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Асеева Татьяна Александровна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 21 ғинуар 1959({{padleft:1959|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (65 йәш)
Тыуған урыны Владивосток, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө ғалим
Уҡыу йорто Алыҫ Көнсығыш федераль университеты
Ғилми дәрәжә ауыл хужалығы фәндәре докторы[d]

Асеева Татьяна Александровна (21 ғинуар 1959 йыл) — Рәсәй ғалимы-тупраҡ фәне белгесе, үҫемлекселек, тупраҡтың уңдырышлығы һәм ашламалар ҡулланыу технологиялары өлкәһендә белгес, ауыл хужалығы фәндәре докторы (2009), профессор (2012), Рәсәй Фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы (2019).

Татьяна Александровна Асеева 1959 йылдың 21 ғинуарында Владивосток ҡалаһында тыуған.

1982 йылда Алыҫ Көнсығыш дәүләт университетын «тупраҡ фәне» белеме буйынса тамамлағандан һуң унда ғилми хеҙмәткәр сифатында ҡалдырыла.

1995 йылда «Продуктивность яровой пшеницы в зависимости от погодных условий и плодородия тяжелосуглинистых почв Среднего Приамурья» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. 2009 йылда «Агроэкологические основы формирования урожайности зерновых культур и сои в условиях Среднего Приамурья» темаһы буйынса докторлыҡ диссертацияһы яҡлай

1982 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1991 йылдан — Тупраҡ уңдырышлығы һәм ашламалар технологияһын ҡулланыу лабораторияһы мөдире, 1996 йылдан 2011 йылға тиклем — ғилми эштәр буйынса директор урынбаҫары, 2012 йылдан — директор һәм 2018 йылдан бер үк ваҡытта — Алыҫ Көнсығыш ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтында баш ғилми хеҙмәткәр, Т. А. Асеева етәкселегендә үҫемселектә халыҡ-ара фәнни хеҙмәттәшлек әүҙемләштерелә. 2017 йылда Ҡытай Халыҡ Республикаһы, Цзилинь провинцияһы ауыл хужалығы фәндәренең Ғилми-тикшеренеү академияһы үҙәге һәм Алыҫ Көнсығыш ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү үҙәге асыла[1].

2012 йылдан Тымыҡ океан дәүләт университетының геодезия һәм ер төҙөлөшө кафедраһы профессоры, тупраҡ фәне буйынса лекциялар курсын уҡый[2][3].

2003 йылдан Алыҫ Көнсығыш университеты янында диссертация советы ағзаһы, Бөтә Рәсәй игенселек һәм тупраҡты эрозиянан һаҡлау ғилми-тикшеренеү институтында һәм Органик ашламалар һәм торф бөтә Рәсәй ғилми-тикшеренеү институтында фәнни-техник советы ағзаһы, Хабаровск крайының ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек министрлығы ҡарамағындағы коллегия ағзһы[1]. Т. А. Асеева — «Дальневосточный аграрный Вестник» журналының мәхәрририәт ағзаһы, Алыҫ Көнсығыш аграр ғилми үҙәгенең ФГБНУ Президиумы ағзаһы[4].

2019 йылдың 14 ноябрендә Рәсәй Фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы, РФА Алыҫ Көнсығыш бүлегенең ағзаһы, РФА Ауыл хужалығы фәндәре бүлегенең Үҫемселек секцияһы һәм үҫемлектәр биотехнологияһы буйынса ағзаһы итеп һайлана[5].

  • Алыҫ Көнсығыштың уңайһыҙ тупраҡ-климат шарттарында иген культуралары һәм сояның адаптив сифатлы сорттарының формалашыуын тикшереү;
  • үҙгәреүсән тирә-яҡ мөхит шарттарында сорттарҙың уңышлылыҡ һәм тотороҡлоҡ буйынса адаптив потенциалының иҫәп-хисап формулаһын эшләү;
  • гидротермик һәм тупраҡ шарттарынан бәйле уңыштың һәм уның структуралы компоненттарының формалашыу законлыҡтарын асыҡлау;
  • Алыҫ Көнсығыш үҫемлекселегендә яңы фәнни йүнәлеш — продуктлылыҡтың һәм экологик тотороҡлоҡтоң юғары потенциалы менән сорттар һайлау иҫәбенә артым булдырыла;
  • тирә-яҡ мөхиттең уңайһыҙ шарттарында сәсеү структураларын камиллаштырыу һәм химиялаштырыу сараларын рациональ ҡулланыу нигеҙендә потенциаль продуктлылыҡтан иген культураларының һәм сояның сәсеү әйләнешендә сорттың 50 проценттан да кәм булмаған һәм оптималь шарттарҙа 80 % кәм булмаған продуктлыҡ сифатын тормошҡа ашырыуҙы тәьмин иткән яңы сорттарҙың инновацион технологияларын әҙерләү.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Рәсәй Фәндәр академияһының Почёт грамотаһы (17.01.2019 йылдың № 10105-30 — «Рәсәй фәне мәнфәғәтендә күп йыллыҡ емешле хеҙмәте өсөн, „Рәсәй Фәндәр академияһының Алыҫ Көнсығыш бүлеге“ федераль дәүләт бюджет учреждениеһында үткәрелгән фундаменталь һәм ғәмәли тикшеренеүҙәрҙе тәьмин итеүҙә практик өлөш индергәне һәм юбилейы менән бәйле»)
  1. 1,0 1,1 Асеева Татьяна Александровна. Дата обращения: 8 март 2020. 2020 йыл 25 март архивланған. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «Асеева Татьяна Александровна» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән
  2. Асеева Татьяна Александровна: расписание занятий ТГУ. Дата обращения: 8 март 2020.
  3. Асеева Татьяна Александровна: расписание занятий ТГУ. ТГУ. Дата обращения 8 марта 2020.
  4. Асеева Татьяна Александровна. Хабаровский край. Дата обращения: 8 март 2020. 2020 йыл 25 март архивланған. Был һылтанма биттә 2 тапҡыр ҡулланыла.
  5. Профиль Татьяна Александровна Асеева РФА рәсми сайтында
  • Профиль Татьяна Александровна Асеева РФА рәсми сайтында
  • Асеева Татьяна Александровна: направление деятельности (неопр.). РАН. Дата обращения 8 марта 2020.
  • Татьяна Асеева избрана в Российскую Академию наук (неопр.). Тихоокеанская звезда. Дата обращения 8 марта 2020.