Атанғолов Урал Шәйәхмәт улы
Атанғолов Урал Шәйәхмәт улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған урыны | Хәйбулла районы |
Вафат булған урыны | Сибай |
Эш урыны | Башҡорт дәүләт университеты |
Ғилми дәрәжә | педагогия фәндәре кандидаты[d] |
Атанғолов Урал Шәйәхмәт улы (13 ноябрь 1936 йыл — 25 апрель 2010 йыл) — педагог. Педагогия фәндәре кандидаты (1993).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урал Шәйәхмәт улы Атанғолов 1936 йылдың 20 мартында Башҡорт АССР-ы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында тыуған.
1959 йылда Орск дәүләт педагогия институтын тамамлай.
1964 йылдан Йылайыр районы Матрай һигеҙ йыллыҡ мәктәбенең директоры булып эшләй. 1965 йылдан КПСС-тың Йылайыр район комитетының пропоганда һәм агитация бүлегенең мөдире була.
1975 йылдан Юлдыбай совхозы партия комитеты сәркәтибе вазифаһын үтәй.
1978 йылдан Сибай ҡалаһының 10-сы һанлы урта мәктәбендә уҡытыу буйынса мөдир булып эшләй. 1980 йылдан Сибай ҡалаһының 8-се һанлы урта мәктәбенең директоры була.
1990 йылдан 12-се һанлы Сибай урта мәктәбенең психология-педагогика хеҙмәтен етәкләй. 1993 йылда педагогия фәндәре буйынса кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай. Шул уҡ йылда Башҡорт мәктәптәре ассоциацияһы ойошторолоуына булышлыҡ итә.
1998—2007 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты педагогика һәм психология кафедраһы доценты булып эшләй.
Ғилми хеҙмәттәре этнопедагогикаға бағышланған. 30-ҙан ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән 2 монография авторы.
2010 йылдың 25 апрелендә Сибай ҡалаһында вафат була.
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Фиҙакәр хеҙмәте өсөн. Владимир Ильич Лениндың тыуыуына 100 йыллығын билдәләү» (1970)
- Хеҙмәт ветераны (1985)
Хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башкирская национальная школа. — Уфа, 2007.
- Мудрость веков и воспитание человека. — Уфа, 2009.
- Памятник народной педагогики // Ватандаш. — 2000. — № 9. — ISSN 1683-3554.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сибай: энциклопедия / гл. ред. Х. Х. Сулейманов. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — 560 с. — ISBN 978-5-88185-246-7.