Эстәлеккә күсергә

Әүешкүл

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Аушкуль битенән йүнәлтелде)

Әүешкүл Викиһаҡлағыста

Әүешкүл
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Учалы районы
Карта
 Әүешкүл Викимилектә

Әүешкүл (рус. Аушкуль) — Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Иҫке Байрамғол ауылы эргәһендәге күл. Шартадма йылғаһы ҡоя. Әүешкүл күле - Уй йылғаһы бассейнында. Төньяҡ-көнбайышта 643,7 м бейеклектәге түбә бар.

Өҫкө майҙаны — 2,24 кв. км, оҙонлоғо 2,1 км, киңлеге 1,4 км, уртаса тәрәнлеге — 1,85 м, һыу күләме — 4,14 млн куб м; һыу өҫтө майҙаны — 7,54 кв. км. Әүешкүл күленең диңгеҙ кимәленән бейеклеге 413 метр.

Күл тектоник сығышлы, силур һәм девон (серпентинит, ҡомташ, балсыҡ) тоҡомдарында барлыҡҡа килгән. Сеүәтә формаһында соҡоро бар, төбө һөҙәк, ләмле.

Атмосфера яуым-төшөмө менән туҡлана, эвтрофлы (йылғаларға ағып төшкән һыу менән органик матдәләр килеп, биологик бысраныу килеп сыға. Микроорганизмдар ныҡ үрсей, һыу үҫемлектәре көслө үҫә.Уларҙың ҡулланылып өлгөрмәгәндәре сереп һыу ятҡылығын бысрата. Етештереүсе-ҡулланыусы-тарҡатыусы балансы боҙола).

Ландшафты — ташлы дала, ҡайынлы урман. Күлдең көнбайыш ярынан Әүештау тауы күтәрелә (диңгеҙ кимәленән 645 метр, күл өҫтөнән 230 метр). Күл яры буйлап йәшмә ятҡылығы бар.

Күлдә табан балыҡ, һаҙан, ҡорман, ҡарабалыҡ, алабуға, сабаҡ, суртан балыҡтары һәм ҡоштарҙан һоро торна, һуна өйрәк, ҡор һәм башҡалар тереклек итә.

Күл исеме башҡорт һүҙе «Атауҙы Әүешкүл» — кәкре күлдән килеп сыҡҡан. Әүешкүл ауылында Әүеш тауында Рамаҙан әүлиә, Уау диуана (Вәхит) тауы һәм шишмәһе бар.

  1. GEOnet Names Server — 2018.