Эстәлеккә күсергә

Ахалцихе ҡәлғәһе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ахалцихе ҡәлғәһе
груз. ახალციხის ციხე
Нигеҙләү датаһы IX быуат
Рәсем
Дәүләт  Грузия
Административ-территориаль берәмек Ахалцихе[d]
Урын Самцхе-Джавахети[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 1000 метр
Әҫәр заказсыһы Гуарам Мампали[d]
Майҙан 70 000 квадрат метр
Иң тәүге яҙма ваҡыты XVI быуат
Карта
 Ахалцихе ҡәлғәһе Викимилектә

Ахалцихе Рабат ҡәлғәһе[1] (груз.ახალციხის ციხე) — көньяҡ Грузияла, Ахалцихе ҡалаһында, тарихи Месхетия биләмәһендәге XVI-XVIII быуаттар ҡәлғәһе.

1830 йылда ҡәлғә планы

Төрөк ҡәлғәһе Джакели тоҡомонан ислам ҡабул иткән Месхетия хакимдары тарафынан XVI һәм XVII быуаттар сигендә төҙөлә башлай. Ахалцихе (Ломсия) ҡалаһын ғосман ғәскәрҙәре 1578 йылда баҫып ала һәм ярты быуаттан һуң Аъхалцихе пашалығы үҙәге була[2]. Күренекле хәрби тарихсы В. Потто, 1828-1829 йылдарҙа рус-төрөк һуғышына арналған «Кавказ һуғышы» китабының IV томында Ахалцихе ҡәлғәһен шулай һүрәтләй:


Ахалцихе ҡәлғәһе ике бүлемдән тора: таш менән уратып алынған текә яланғас ҡая цитаделде тәшкил итә, ә бер аҙ түбәнерәк бейек ҡаяла төҙөлгән һәм башнялар менән ҡапланған ике рәт стеналар менән тирәләтеп алынған Үрге ҡәлғә йәнәш тора. Ҡырҡ орудие быуаттар буйы тығыҙ массаға әйләнгән был стеналарҙы һаҡлап торған, уға ялан артиллерияһы ла көсһөҙ була. Ҡәлғәлә ҡаҙна биналары, паша йорто һәм төп Ахалцихе мәсете урынлаша. Мәсеттә мосолман Көнсығышының бай китапханаһы булған. Ҡәлғәлә тик мосолмандар ғына йәшәгән һәм шуға күрә ул ят халыҡтың хыянатынан гарантияланған[3].

1828 йылдың авгусында Ахалцихе янында генерал И.Ф.Паскевич командованиеһы аҫтында рус ғәскәрҙәре (9 мең кеше) һәм Киос-Магомет паша командованиеһы аҫтында төрөктәрҙең 30- меңлек армияһы менән ҙур алыш була. Төрөк ғәскәрҙәре ҡыйратыла һәм сигенә, ҡәлғәне рус ғәскәрҙәре яулай. 1829 йылдың февралендә төрөк ғәскәрҙәре ҡәлғәне кире яуларға тырыша. Генерал Муравьев етәкселегендәге Ахалцихе ҡәлғәһе оборонаһы 1829 йылдың 20 февраленән алып 4 мартына тиклем дауам итә. Беренсе штурмды кире ҡағып, гарнизон тағы 12 көн тора, шунан һуң өҫтәмә көстәр килә, һәм төрөктәр сигенергә мәжбүр була.

2011 йылдың майында ҡәлғәлә реконструкция башлана. Грузия хөкүмәте был маҡсатҡа дәүләт бюджетынан 34 миллион лари бүлә. Проект сиктәрендә ҡәлғә биләмәһендә Әхмәҙиә мәсете, мәсет манараһы, мәҙрәсә, Джакели замогы, мунсалар, ҡәлғә стеналары һәм православие сиркәүе яңыртыла. Поцхови йылғаһына алып барған туннель тергеҙелә. Проект сиктәрендә ҡәлғәлә шулай уҡ ике урам төҙөкләндерелә, күпер йүнәтелә, биналарҙың фасадтары һәм ҡыйыҡтары тергеҙелә[4]

2012 йылдың 16 авгуында яңыртылған Ахалцихе ҡәлғәһен асыу тантанаһында Грузия президенты Михаил Саакашвили Рабат ҡәлғәһе йылына 100 меңгә тиклем турист ҡабул итә аласаҡ тип хәбәр итә. Урындағы Ахалцихе муниципалитеты вәкилдәре мәғлүмәттәре буйынса ҡәлғәгә көн һайын 1500 алып 2000 тиклем туристар, шул иҫәптән сит ил кешеләре килә.[4]

Финанслауҙың бер өлөшөн ғосмандарҙың мәҙәни мираҫын һаҡлау буйынса ҡыҙыҡһынған Төркиә тәьмин итә. Ахалцихелағы ҡәлғә яҙмышы 2013 йылда грузин лидерының Төркиәгә визиты барышында Саакашвили һәм Төркиәнең премеьр-министры һөйләшәүҙәренең төп темаһы була. Һөйләшеү йомғаҡтары буйынса төрөк премьеры Эрдоған комплекстың төп мәсетенең көмбәҙен алтын төҫөндә ҡалдырыу буйынса Саакашвилиның тәҡдиме менән ризалаша. Элек төрөк яғы, ғалимдар фекеренә нигеҙләнеп, көмбәҙҙең ябыуын ҡурғашҡа үҙгәртергә тәҡдим иткән ине[5].

Ахалцихе ҡәлғәһенең майҙаны 7 гектар[6], ике өлөшкә бүленә: Үрге (тарихи) һәм Түбәнге (хәҙерге). Үрге ҡәлғәлә Самцхе-Джавахет төбәгенең тарих музейы, ул Джакели нәҫеле замогында урынлашҡан, Әхмәҙиә мәсете (Ахмедийе), мәҙрәсә, пашаның кәшәнәһе, IX быуат православие сиркәүе, амфитеатр һәм цитадель урынлашҡан.

Ҡәлғәнең түбәнге өлөшө биләмәһендә башлыса туристарҙы хеҙмәтләндереү объекттары: ҡунаҡханалар, ресторандар, ике кафе-бар, шарап баҙы, брендлы магазиндар, шулай уҡ никах йорто урынлашҡан. Туристарға ярҙам өсөн мәғлүмәт үҙәге булдырылған, унда ҡәлғәгә килеүселәргә брошюралар һәм грузин, инглиз һәм рус телендә белешмәләр тәҡдим итәләр[4]

  1. Крепость Рабат просят называть Ахалцихской крепостью 2013 йыл 29 октябрь архивланған.
  2. Город Ахалцихе и крепость "Рабат" 2015 йыл 24 сентябрь архивланған.
  3. 3
  4. 4,0 4,1 4,2 Крепость Рабат в ожидании туристического бума 2013 йыл 29 октябрь архивланған. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «test» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән
  5. Золотой купол как метафора прошлого Ахалцихе
  6. Закончена реставрация грузинской крепости Рабат