Ағиҙел аша күпер ( Өфө)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Мост через реку Белая
Мост через реку Белая

Географик координаталар: 54°42′36″ с. ш. 55°57′17″ в. д.HGЯO

Файҙаланыу өлкәһе

Автомобильный
Пешеходный

Киҫешә

Белая

Урынлашыу урыны

Уфа

Конструкция
Конструкция төрө

1.Мост 1956 года - арочно-пролетное строение с полуарками и неразрезной многопролетной балкой
2. Мост 1993 года -балочный мост, статически неопределимая неразрезная балка

Дөйөм оҙонлоғо

1.Мост 1956 года - 670 м.
2. Мост 1993 года - 690 м.

Эксплуатация
Асылыу ваҡыты

1956, 1993

Ағиҙел аша күпер(Өфө), Ырымбур яғына күпер — Өфө янында Ағиҙел аша йәйәүлеләр һәм автомобилдәр өсөн күпер. Е. С. Уланов проекты буйынса 1956 йылда төҙөлгән[1]. Конструкцияһы ике күперҙән тора — улар Ағиҙел ярында, бер- береһенән 10 метр ара ҡалдырып, Воровский урамы һәм Салауата Юлаев урамдары менән киҫешкән урындағы юлдан (створ) башлана.

Күперҙәр аша хәрәкәт: ҡала үҙәгенә — 1993 йылғы биш һыҙатлы күперҙең дүрт һыҙатынан, дүртәүҙең бер һыҙаты — реверсив хәрәкәт өсөн; үҙәктән ҡала ситенә — 1956 йылғы күперҙән ике һыҙат һәм 1993 йылғы күперҙән бер һыҙат[2].

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

18 быуаттан башлап, Ырымбур юлы Өфө өсөн төп юл булып ҡала. 1865 йылда Өфө губернаһы булдырылғандан һуң да, был юл әһәмиәтен юғалтмай. Шуға күрә был йүнәлештә Ағиҙел аша күпер төҙөү, уны тейешле тәртиптә тотоу һәр саҡ күҙ уңында тотола.

Ағиҙел аша тәүге ағас күпер 1795 йылда төҙөлә, тик уны беренсе яҙғы ташҡын ағыҙып алып китә. 1808 йылдан башлап, бында быуат ярым буйы кәмәләрҙән эшләнгән плашкоут күпер тора, уны, Ағиҙелдән түбән ағып төшкән краптарҙы ары үткәреп ебәрер өсөн, өс-дүрт сәғәткә айырып торғандар[3].

Строительство деревянного моста через реку Белую. 1886 год.

1924 йылда яңы, бер тонна ярымлы автомобилдәрҙе күтәрерлек, плашкоут күпер төҙөлә. Ауыр йөк машиналары сыға башлағас, был күперҙе 1938 йылда ҙур плашкоут кәмәләргә алмаштыралар, күперҙең бер өлөшө йылғаның төбөнә ҡағылған эстакадаларға терәлеп тора.

1956 йылда Ағиҙел аша Ырымбурға плашкоут күпер ябыла, Е. С. Уланов проекты буйынса ҡорос сымдарҙан эшләнгән конструкциялы яңы күпер аша хәрәкәт асыла (Воровский урамы менән киҫешкән урындан күпергә алып барыусы юл башлана). Был күпер конструкцияһы аркалар һәм бер нисә тороҡло урҙаларҙан тора.

1993 йылда тәүге күпергә параллель итеп, Салауат Юлаев проспекты менән киҫешкән урындан ике тапҡыр киңерәк күпер төҙөлә. Оҙонлоғо — 690 м.

2018 йылдың 16 ғинуарында Ағиҙел аша 1956 йылда һалынған иҫке күперҙә ярыҡ барлыҡҡа килеү сәбәпле хәрәкәт туҡтатыла[4], ҡала хакимиәте күперҙә ремонт эштәре башланыуы тураһында хәбәр итә.

Перспективала ҡаралған[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мәскәүҙәге Гипростроймост институты Воровский урамынан башланған 1956 йылғы күперҙе реконструкциялау проектын эшләгән[5]. Реконструкция проекты буйынса 1956 һәм 1993 йылда төҙөлгән күперҙәр араһында тағы бер өс һыҙатлы күпер төҙөлөргә тейеш.

Ҡалып:Wide image

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]