Эстәлеккә күсергә

Аҙау аҫылмалы күпере

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Аҙау аҫылмалы күпере
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Аҙау
Рәсми асылыу датаһы 1967
Өҫтөнән/аҫтынан үтә Азовка[d]
Карта
 Аҙау аҫылмалы күпере Викимилектә

Аҡ аҡҡошРостов өлкәһенең Аҙау ҡалаһындағы Аҙау йылғаһы аша йәйәүлеләр өсөн аҫылмалы күпер. Ҡала яры урамын ҡала пляжы менән тоташтыра.

Беренсе күпер 1967 йылда ҡаланың 900-йыллығына төҙөлгән. Күпер өс тороҡло аҫылмалы булған. 20 быуатың 80-се йылдары уртаһында күпергә капиталь ремонт һәм реконструкция үткәрәләр, һөҙөмтәлә тростары алмаштырыла, күперҙең төп өлөшө металдан эшләнә. Бынан һуң күпергә капиталь ремонт үтмәй. 2007 йылда күпер авария хәлендә тип таныла. 2014 йылда иҫке күпер һүтеп алына һәм уның урынына ванталар менән яңы күпер төҙөлә.

Яңы күпер ванталар менән өс тороҡло. Күперҙең оҙонлоғо 112 метр, киңлеге — 2,5 м тәшкил итә. Иҫке күперҙән айырмалы рәүештә, яңы күпер бетон баҫҡыстар, коляска өсөн пандустар менән йыһазландырылған. Күпер асыу тантанаһы 2014 йылдың дың 1 сентябрендә үтә. Ҡала хакимиәте ҡарары менән күпер Аҡ аҡҡош атамаһын ала.