Эстәлеккә күсергә

Аҙау (тау)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Аҙау
Рәсем
Тау һырты Урал тауҙары
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Полевской городской округ[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 588 метр
Карта
 Аҙау Викимилектә

Аҙау (тау)— Рәсәйҙең Свердловск өлкәһе Полевской ҡала округында, Полевской ҡалаһынан 8 км алыҫлыҡта , Зюзельский ( Үҙъйылға) ҡасабаһы эргәһендә урынлашҡан тау. Урта Уралдың Өпәйле һыуайырғыс һыртындағы тау түбәләренең береһе.

Был тәбиғәт ҡомартҡыһы урын туристар ағыла торған ергә әүерелгән. Шундай билдәлелек алыуы П П. Бажовтың «Дорогое имячко» әкиәтенә бәйле.

Тау массивтары базальт составлы шар лаваларынан тора. Улары вертикаль йүнәлештә аҫҡа киткән диабаз юлаҡтары менән киҫешә.Юлаҡтарҙың ҡеүәте бер нисә сантиметрҙан тиҫтәләрсә метрға тиклем үҙгәрә. Был диабаз юлаҡтар тауҙың ике түбәһенең яланғас ҡаяларын барлыҡҡа килтерә. Тап улар тауҙы Ҙур һәм Кесе Аҙау тауҙарына бүләләр. Оло Аҙау түбәһенең бейеклеге - диңгеҙ кимәленән 589 метр.

Көньяҡтараҡ Кесе Аҙауҙың ҡаялы түбәһе ята. Бейеклеге — диңгеҙ кимәленән 565 метр. Ҡаяларҙың бейеклеге 25 метрға барып етә.Урыны менән унан да күберәк. Ҡая башынан Полевской ҡалаһының һәм эргә тирәһендәге урмандарҙың панорамаһы асыла.

Тау түбәнендә ( Каменка) Железенка йылғаһы буйында заманында бик бай алтын приискылары эшләп ала[2].

Исеменең килеп сығышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Исемдәрҙең бер нисә версияһы бар.

А. К. Матвеевтың һәм Н. П. Архипованың топонимик фаразы буйынса, ҡаяларҙың торошо аҙау тешкә оҡшаған. Башҡорттарҙа ҡырҡҡыс тештәрҙең эргәһендәге теш АҘАУ (азов) теш тип атала. Русса был һүҙ "клыҡ" тигәнгә тура килә.Был тауҙың теш һымаҡ суҡайып торған ҡаяларына бәйле бирелгән тип һанала.

Шулай уҡ, ошо тауҙа ҡасып, йәшеренеп йөрөгән Аҙау тигән юлбаҫар исеменә лә бәйле булыуы бар.

Тауҙа эсендә 10 һынташ табылған мөғәрә бар[3].

Рәсәй энциклопедияһы.Тыуған илебеҙҙең 1914 йылғы Тулы географик тасуирламаһы буйынса, тауҙа хәҙерге ваҡытта емерелеп, күмелеп ҡалған мәмерйәләр булған. Тик тауҙар вулкан тоҡомдарынан торғанға күрә, бында тәбиғи мәмерйәләр булыуы мөмкин түгел. Шуға улар яһалма мәмерйәләр булған тип фараз ителә. Риүәйәттәр буйынса, был мәмерйәләрҙә юлбаҫарҙар йәшәгән.Шулай уҡ урындағы халыҡта тауҙағы хазиналарҙы һаҡлаусы Аҙау исемле ҡыҙ (Азовка)тураһында бик күп риүәйәттәр һаҡлана.

Был күпмелер ваҡыт арауығында тау аҫтында бик бай бай алтын приискы эшкәртелеүе, алтын табылыуы менән бәйле.[2] П. П. Бажов был ауыҙы емерелгән мәмерйә тураһында яҙа. Яҙмалары «Дорогое имячко» уның хикәйәтендә урын алған:

Ә төп мәмерйә Аҙау тауҙа булған. Ғәйәт ҙур — бөтөн тау эсендә таралған. Хәҙер унда юл бар, тик бер аҙ емерелгән шикелле... Иҙәне, мәҫәлән, шып - шыма, иң яҡшы мәрмәрҙән, ә уртала шишмә, һәм һыуы күҙ йәштәре кеүек. Ә бына майҙанда утын кеүек тирә-яҡта алтын әрҙәнәләре төртөп сығылған , шунда уҡ күмер өйөмөнән кәм түгел, кразелиттар түгелеп ята. Ул мәмерйәгә үтеп инергә теләүселәр күп булды. Төрлөсә тырыштылар. Өңдәр(штольня) ҡуптырып ҡаранылар – фәтүә булманы. Белһәгәҙ, хатта диомит та алмай.

Археология объекттары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1939 йылда П. П. Бажовтың китап магазиндарына сыҡҡан хикәйәләрен Уралдағы барлыҡ бала-саға йәбешеп ятып уҡый.

Был хикәйәләрҙәге төп ваҡиғалар Полевской ҡасабаһына ҡағылғанға күрә, ҡасаба балалары Аҙау тау хазиналарын мотлаҡ эҙләп табырға булып китәләр. Тау аҡтарып, таш соҡоп тикшерә торғас, 1940 йылдың сентябрендә, ярлау ситендә, таш плита аҫтындағы металл әйберҙәргә юлығалар. Ҡайһы бер әйберҙәрҙе алтын табырға өмөтләнеп ватып ҡарайҙар, ләкин таба алмайҙар.

Шулай итеп, был табыш эсендә 44 бронза һәм баҡырҙан эшләнгән боронғо әйберҙәр була. Икенсе көндө Полескиға был табыш тураһында ишетеп Бажов һәм музей хеҙмәткәре Н. Н. Бортвин килә. Бажовтың тәҡдиме менән әйберҙәрҙең күп өлөшөн Свердловск тыуған яҡты өйрәнеү музейына тапшыралар. Һуңғараҡ, мөғәрәлә йөҙҙәре көнсығышҡа йүнәлтеп һалынған 10 һынташ табыла.

Табыш эсендәге әйберҙәр Пермь йәнлек стилендә эшләнгәндәр һәм үҙ эсенә : ҡош формаһындағы һынташ, антропоморф һүрәттәр, түңәрәк айылдар, һаплы көҙгө, көмөш диск киҫәктәре, һөңгө осо, балсыҡ көршәк ватыҡтары һәм башҡалар.

Был әйберҙәр Екатеринбург һәм Полевск тыуған яҡты өйрәнеү музейҙарында һаҡлана. Улар IV-III быуаттарға ҡарай..

Археолог Е. М. Берс фекеренсә, тимер быуатта тау боронғо кешенеләрҙең изге урыны йәки ҡорбан салыу урыны булып хеҙмәт иткән.

Уралда бындай табыштар XVIII быуаттан билдәле.

Табыштарҙың составы үҙенсәлекле: төп өлөшөн ҡошҡа оҡшаған һындар тәшкил итә: Аҙау тауындағы табышта 24 һынташ һаҡланып ҡалған булһа, Ҡояш (рус. Куя́ш) күленән табылғанында 14 һынташ була. Бөтә табылған хазиналарҙа ла ҡош һымаҡ һынташтар янында мотлаҡ түңәрәк формалағы әйберҙәр була : айылдар, көҙгө, йомарланып ятҡан Аҙау тау бүреһе һыны. Антропоморф фигуралар табылған ҡайһы бер осраҡтарҙа ғына табылған. Көнбайыш-себер һәм урал яны комплексынан айырмалы ҡоралдар һирәк осрай. Фигуралар иткүл мәҙәниәтенә ҡараған бөтә башҡа әйберҙәр кеүек баҡырҙан ҡойоп эшләнгән[3].

Иткүл металлургтары металды иретеү өсөн кәрәкле "тере утты" ышҡыу юлы менән тапҡандар. Табылған әйберҙәргә ҡарағанда, ғибәҙәтхана-тимерлектә үткәрелгән йола буйынса оҙонсай түңәрәк майҙанда орсоҡбаш ярҙамында "тере ут" алыу ҡулланылған. Һуңынан усаҡҡа һауа һәм ут рухы өсөн ҡорбан аҙығы ҡуйылған. Ритуалда ҡоштарҙың баҡыр һыны был рухтарҙың йәки ата-бабалар рухының урынлашҡан көплөк булған.

Металл иретеү һәр саҡ уңышлы килеп сыҡмағанға күрә, бәлки, "рух ваҡытында" металл ярҙам итмәгәне өсөн тип ҡош фигураларын ватып ғәрипләнеп ташланғандарҙыр. Бындай изге урындар: Ҡарауыл тауындағы Төньяҡ заводының Иҫәт күленең Толстик моронондағы бик күп археологик металлургия комплекстарында булғандыр тип уйларға мөмкин.

Аҙау буйындағы ҡая тау — геология, геоморфология һәм тәбиғи-тарихи тәбиғәт ҡомартҡыһы. Һәйкәл майҙаны — 217 га.

Фольклорҙа һәм әҙәбиәт

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Аҙау тауҙа яҙыусылар Павел Бажов, Борис Рябинин, Николай Никонов күп тапҡыр булып , үҙ әҫәрҙәрендә тауҙы һүрәтләнгәндәр, тауға бәйле риүәйәттәрҙе яҙып ҡалдырғандар[4].

Композитор Алексей Муравлевтың «Аҙау-тау» симфоник поэмаһы Сталин премияһы менән бүләкләнә (1950)[5].

  • Экскурсия һуҡмағы «Легенды Азов-горы» (неопра.). «Йыл маршруты» 2016 премияһында ҡатнашыусылар . «Тере карта».
  • Елизарова Н., Федоренко А. Аҙау-тауҙар : Мәмерйә, хазиналар, юлбаҫарҙар,Аҙау ҡыҙҙың тау шәме сере (неопра.) (22 июленән 2016). Көндө-төнгә 27 октябрҙән 2016 йыл.
  • Никитенко И., Володин А. сәфәре Полевской һәм Азов-тауға (неопра.). «Беҙҙең Урал». Көндө-төнгә 27 октябрҙән 2016 йыл.
  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. 2,0 2,1 Глава VIII // Россия. Полное географическое описание нашего отечества / Семёнов-Тян-Шанский. — СПб., 1914. — Т. V (Урал и Приуралье. — С. 444.
  3. 3,0 3,1 Викторова, 2001
  4. Карпов, 2014
  5. С. Браз. Симфоническая поэма «Азов-гора» Алексея Муравлева. — М: Композитор, 2008. — 152 с. — ISBN 5-85285-813-7.