Эстәлеккә күсергә

АҠШ-тың Азия флоты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

АҠШ-тың Азия флоты (ингл. Asiatic Fleet) — АҠШ Хәрби-диңгеҙ көстәренең бер өлөшө. Икенсе донъя һуғышы ваҡытында флот Филиппинды һаҡлау бурысын үтәй.

Азия Эскадраһынан ярала, флот статусын 1902 йылда ала. 1907 йылда флот АҠШ-тың Тымыҡ океан флоты Беренсе Эскадраһы тип үҙгәртелә. Ләкин 1910 йылдың 28 ғинуарында был эскадра караптары яңынан Азия Флотына әйләндерелә. Шулай итеп, ойошторолоу йәһәтенән  Азия Флоты Ҡушма Штаттарҙың көнбайыш яр буйында база ҡороп урынлашҡан һәм 1940 йылда; Пёрл-Харборға күсерелгән АҠШ Тымыҡ океан флотынан бойондороҡһоҙ булып ҡала.

1904 йылда бөтә линкорҙар флот составынан сығарыла һәм метрополияға күсерелә. Уның составында тик канонер кәмәләре генә ҡала, улар Янцзы Патруле составында Янцзы йылғаһында патруллек итә.

1922 йылда, АҠШ-тың Атлантик флоты Патруль көстәре тип үҙгәртелгәс, Азия флоты Филиппин менән Гуамды һаҡларға, шулай уҡ Ҡытайҙа Асыҡ ишектәр Сәйәсәтенә булышлыҡ күрһәтеүгә оҙатыла.

Икенсе донъя һуғышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1941 йылдың уртаһында, президент Рузвельт Японияға металлолом һатыуға эмбарго индергәс, флоттың бөтә эре караптары Ҡытайҙан сығарыла, ә флоттың штабы 1940 йылдың 21 октябренән Манилаға беркетелә. Ул мәлдә флот командиры адмирал Томас Харт була, АҠШ-тың Азия флотына командалыҡ итеүҙе ул 1939 йылдың 25 июлендә, япондарҙың Ҡытайға өҙлөкһөҙ агрессияһы арҡаһында Япония менән мөнәсәбәттәр боҙола башлағас һәм йыл ярым элгәре япондар Янцзы йылғаһында  «Панай» тигән американ канонеркаһын батырғас ҡабул итә.

Флот Кавителағы хәрби-диңгеҙ базаһына һәм Olongapo хәрби-диңгеҙ станцияһына беркетелә. 22 июлдә Mariveles хәрби-диңгеҙ базаһы ла йыһазландырылып файҙаланыла башлай.

Һуғыш башланған осраҡта адмирал Харт Һинд океанына сигенеү тураһында ҡарар ҡабул итергә вәкәләтле була.