АҠШ-тың хәрби-диңгеҙ обсерваторияһы
АҠШ-тың Хәрби-диңгеҙ обсерваторияһы (ингл. United States Naval Observatory, USNO) — астрономик обсерватория, 1893 йылда Вашингтонда (Колумбия округы), АҠШ-та нигеҙләнгән. 1974 йылдан алып обсерватория вице-президенттың рәсми резиденцияһы булып тора.
Обсерваторияның етәкселәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- en:Louis Goldsborough M.
- en:Taylor Pollock Edwin
- 1963—1977 — Стрэнд, Кай — обсерваторияның ғилми етәксеһе
- 1977—1993 — Вестерхут, Гарт — обсерваторияның ғилми етәксеһе
Обсерватория тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Обсерватория навигация приборҙарын ремонтлау урыны булараҡ 1830 йылдың 6 декабрендә булдырыла. 1842 йылда конгресс Милли обсерватория төҙөү өсөн 25 000 аҡш долларын бүлә. 1843 йылда АҠШ хәрби-диңгеҙ обсерваторияһының иҫке бинаһы төҙөлә, Был урында күҙәтеүҙәр 1893 йылда обсерватория өсөн заманса бина төҙөлөп бөткәнсе алып барыла. 1955 йылда Вашингтонда АҠШ хәрби-диңгеҙ обсерваторияһының Флагстафф станцияһы төҙөлә. Был обсерваторияның төп маҡсаты булып диңгеҙ караптарына һәм ил халҡы өсөн теүәл ваҡыт сигналдарын тапшырыу бурысы тора. Шулай уҡ АҠШ хәрби-диңгеҙ обсерваторияһы Андерсон-Меса күҙәтеү станцияһын төҙөү эштәрендә лә ҡатнаша. Күк йөҙөнөң көньяҡ өлөшө каталогы өсөн Аргентиналағы Феликс Агилар исемендәге АҠШ хәрби-диңгеҙ обсерваторияһының меридианаль түңәрәгенән күҙәтәләр.
Обсерватория ҡорамалдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 66 см-лы Кларк рефракторы(F=13м) — иҫке обсерваториянан күсерелгән
- 40 дюймлы Ричи телескобы(1934 йыл) — Флагстафф станцияһынан килтерелгән
- 12 дюймлы рефрактор
Тикшеренеүҙәр йүнәлеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Позицион үҙгәрештәр (астрономик навигация)
- GPS-ваҡыт
- Инерциональ системаны иҫәпләүҙе булдырыу өсөн квазарҙарҙы РСДБ аша күҙәтеү
- Ер әйләнеүенең параметрҙары
- Астрометрия
- Йондоҙҙар каталогын төҙөүҙ (USNO)
Төп ҡаҙаныштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1913 йылдың ноябрендә, Эйфель башняһын антенна итеп ҡулланып, Париж обсерваторияһы һәм Хәрби-диңгеҙ обсрваторияһы географик оҙонлоҡтар айырмаһын аныҡ билдәләү өсөн тотороҡло радио сигналдары менән алмаша.
- Астероидтарҙы асыу. Бына уларҙың ҡайһы берҙәре: (536) Мерапи, (886) Вашингтония һәм (980) Анакостия
Билдәле хеҙмәткәрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1884 (?) — 1923 — Таттл, Хорас Парнелл
- Кристи, Джеймс Вальтер
- Питерс, Джордж Генри
- Гулд, Бенджамин Апторп
- Си, Томас Джефферсон Джексон
- de:Christian de Vegt
- de:Webster Clay Ball
- en:James L. Hilton
- en:Steven J. Dick
- en:Benjamin Boss
- en:Tom Van Flandern
- en:Charles Howard Hinton
- Клеменс, Джералд
- en:George C. Day
- Уолкер, Сирс Кук
Адресы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ave Massachusetts 3450, NW, Washington, DC 20392-5420
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Станция Флагстафф военно-морской обсерватории США
- Старая военно-морская обсерватория США
- Список астрономических инструментов
- Список кодов обсерваторий
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1986 йылда обсерваториялар коды исемлеге
- Астероидтар исемлеге (архив файлдарында обсерваторияны тәүләп асыусылар күрһәтелгән)
- Кесе планеталарҙы астрометрик күҙәтеүҙәр
- Кесе планеталарҙы астрометрик күҙәтеүҙәр
- Обсерваторияның MPC мәғлүмәт базаһындағы күрһәткестәрендә астрометрик күҙәтеүҙәр
- «United States Lamont Naval» һүҙе буйынса эҙләү
- Күҙәтеүҙәр архивы, MPC