Аҡъяр һыуһаҡлағысы
Уҡыу көйләүҙәре
Аҡъяр һыуһаҡлағысы | |
Күлгә ҡойоусы йылғалар | Ташлы (Таналыҡ ҡушылдығы) |
---|---|
Күлдән аҡҡан йылғалар | Ташлы (Таналыҡ ҡушылдығы) |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы |
Аҡъяр һыуһаҡлағысы (Аҡъяр һыуһаҡлағысы — Аҡъяр ауылы исеменән) — Башҡортостандың Урал аръяғында иң ҙур һыуһаҡлағыс. Күләме — 49,4 млн м³. Хәйбулла районы, Аҡъяр ауылы.эргәһендә урынлашҡан. Ташлы йылғаһын быуыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. 2002 йылда файҙаланыуға тапшырыла.
Тәғәйенләнеүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Комплекслы:
- Ташлы йылғаһының яҙғы ағыуын көйләү өсөн;
- Аҡъяр ауылын ташҡындан һаҡлау өсөн;
- рекреацион: ял базаһы, шифахана, палаткалар ҡаласығы, һунарсы һәм балыҡсы өйө;
- балыҡ үрсетеү: табан балыҡ, ҡорман, алабуға, суртан, сабаҡ;
- һуғарыу;
- һыу менән тәьмин итеү (һыу менән тәьмин итеүҙең гарантиялы сығанағын булдырыу).
Туризм, балыҡсылыҡ үҫешкән
Һыуһаҡлағыстың төп параметрҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Майҙан йөҙө (НПУ) — 743 гектар;
- Күләме:
- тулы — 49,40 млнм³;
- файҙаһыҙ күләме — 0,207 млнм³;
- Һыуһаҡлағыстың оҙонлоғо — 9,40 км;
- Һыу тәрәнлеге:
- максималь — 16,00 м;
- уртаса — 6,60;
- Файҙаһыҙ күләменең ылымыҡланыу ваҡыты — 20 йыл;
- Иҫәпләнгән баҫымы — 15 м;
- Тупраҡ быуа:
- иҫәпләнгән бейеклеге — 17,80 м;
- һырт билдәһе — 330,30 м (БС);
- һырт буйлап оҙонлоғо — 2 282,00 м.;
- һырты буйынса киңлеге — 10,00 м;
Объектты төҙөү һәм уны эксплуатациялау — «Башмелиоводхоз».
Аҡъяр һыуһаҡлағысының грунттағы плотинаһында ҡоролмаларҙа ла, шулай уҡ нигеҙендә лә фильтрация контроленең төп элементы булып пьезометрҙар тора, улар күҙәтеү скважиналарынан пьезометр селтәрен барлыҡҡа килтерә.
Башҡалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2004 йылда бында эш сәфәре менән Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов була[1].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кутлияров Дамир Наилевич. Оценка состояния и комплексное обустройство водосбора р. Таналык Республики Башкортостан : диссертация … кандидата технических наук : 06.01.02 / Кутлияров Дамир Наилевич; [Место защиты: Моск. гос. ун-т природообустройства].- Уфа, 2009.- 176 с.: ил. РГБ ОД, 61 09-5/1652
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- [1]
- [2] 2013 йыл 3 апрель архивланған.
- [3](недоступная ссылка)
- [4] 2011 йыл 17 октябрь архивланған.
- РАСПОРЯЖЕНИЕ Кабинета Министров РБ от 03.06.2002 № 493-р «О ВВОДЕ В ЭКСПЛУАТАЦИЮ АКЪЯРСКОГО ВОДОХРАНИЛИЩА В ХАЙБУЛЛИНСКОМ РАЙОНЕ РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН»