Ташлы (Таналыҡ ҡушылдығы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ташлы
Ҡайҙа ҡоя Таналыҡ
Приток Тиргәмеш
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй
Оҙонлоҡ 44 километр

Ташлы — Ырымбур өлкәһе һәм Башҡортостан территориялары буйлап аҡҡан йылға. Таналыҡтың уң ҡушылдығы.

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йылғаның оҙонлоғо 44 км[1], бассейн майҙаны яҡынса 430 км2[2]. Урал аръяғы тигеҙлеге көньяғында аға. Инеше Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районындағы (төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә) Новосимбирка ауылынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 5 километр алыҫлыҡта ята. Үрге өлөшөндә Новосимбирка ауылы аша төньяҡ-көнсығыша табан аға, артабан, Башҡортостандың Хәйбулла районындағы Әбүбәкер һәм Федоровка ауылдары аша үтә һәм Аҡъяр ауылына ҡаршы Таналыҡҡа уң яҡ ярынан ҡушыла. Йылға таҙа һыулы, эргә-тирәһендә хуш еҫле сәскәле болондар.

Йылғаның түбәнге ағымында Аҡъяр һыуһаҡлағысы ҡоролған. Йылға тамағынан 3,4 км алыҫлыҫта быуылған[2]).

Төп ҡушылдыҡтары (тамағы яғынан, һул): Тиргәмеш (оҙонлоғо 25 км), Атингән, Апташҡы.

Йылға бассейнында эре тораҡ пункты Ивановка урынлашҡан, шулай уҡ — Байғусҡар, Атингән, Яковлевка (барыһы ла — Башҡортостан) ауылдары һәм Федосеевка ҡасабаһы (Ырымбур өлкәһе).

Һыу реестры мәғлүмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәттәре буйынса Яйыҡ һыу бассейны округына ҡарай, йылғаның һыу хужалығы участкаһы — Магнитогорск гидроузелынан алып тиклем Ерекле һыуһаҡлағысына тиклем Яйыҡ йылғаһы. Йылға бассейны — Яйыҡ (Рәсәй бассейны өлөшө).

Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 12010000312112200002868[1].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Видеояҙмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]