Эстәлеккә күсергә

Аҡ болот (йыр)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

«Аҡ болот» — башҡорт халыҡ йыры (оҙон көй).



Аҡ болотҡай менән, ай, күк болот

Ҡара болотҡайҙы күсерә.

Дармандары юҡҡа дәртле егет

Йәш ғүмерен зая кисерә.

Ал кәрәкмәй беҙгә, гөл булғас,

Ят кәрәкмәй беҙгә, һеҙ булғас.

Улисәкәй буйы, ай, улисә,

Улисәнең буйы күрнисә.

Ярлы егет йөрөй япа-яңғыҙ,

Байҙың бисәкәйе бер нисә.

Ал кәрәкмәй беҙгә, гөл булғас,

Ят кәрәкмәй беҙгә, һеҙ булғас.

  • Кирәй Мәргән Башҡорт халҡының эпик ҡомартҡылары. — Өфө, 1961;
  • Сәғитов М. М. Боронғо башҡорт ҡобайырҙары. — Өфө, 1987;
  • Галин С. Ә. Тарих һәм халыҡ поэзияһы. — Өфө, 1996.
  • Сәғитов М. М. Боронғо башҡорт ҡобайырҙары. — Өфө, 1987;
  • Киреев А. Н. Башкирский народный героический эпос. 0 Уфа, 1970;
  • Галин С. А. Башкирский народный эпос. — Уфа, 2004.
  • Юматов В. С. Древние предания у башкирцев Чубиминской волости. // Башкирия в русской литературе. Том 1. Составление, предисловие и комментарии М. Г. Рахимкулова. — Уфа, 1961. С. 250.