Аҡ күл (Вологда өлкәһе)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Аҡ күл
Рәсем
Күлгә ҡойоусы йылғалар Ковжа[d], Кема[d], Шола, Куность, Мондома, Мегра[d], Маэкса, Водоба, Киуй, Ухтомка (йылға) һәм Пустая[d]
Күлдән аҡҡан йылғалар Шексна[d]
Илдәрҙә объекттың бассейны Рәсәй
Бассейн майҙаны 14 000 км²
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Вологда өлкәһе
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 113 метр
Оҙонлоҡ 46 km
Киңлек 46 km
Вертикаль тәрәнлеге 33 метр
Майҙан 1130 км²
Күләме 5,2 км³
Карта
 Аҡ күл Викимилектә

Аҡ күл — Рәсәйҙең Вологда өлкәһендәге күл. Каспий диңгеҙе бассейнына ҡарай

Аҡ күл майҙаны — 1290 км², күләме — 5,2 км³. Уртаса тәрәнлеге — 4,1 м[1], иң тәрән урыны — 20 м[2]. Күлгә 17 йылға ҡоя, ә унан бер Шексна йылғаһы ғына ағып сыға.

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәҙерге ваҡытта күлдең тура тәржемәһе вепсский теленән Vaugedjärv, йәки jär’Valged v' (диалекттарҙа ҡыҫҡа формаһы — Valgär', Vaugär', Volgdar', Vouktar, Vaagar'), йәғни «Аҡ-күл». Хәҙерге заман географик атамаларында ошонан финсә Valkeajärvi күл (йәки Valketjärvi) атамаһы һаҡланған. Афанасий Щекатовтың Рәсәй дәүләте географик һүҙлеге күл исеменең барлыҡҡа килеүен шулай аңлатыла: «Ул (Белоозеро) ярайһы тәрән, таҙа һәм төбө ташлы, күп өлөшө балсыҡлы. Әлеге балсыҡ аҡ һәм һай булыуы арҡаһында болғанған саҡта күл һыуына аҡ төҫ биргән»[3].

Физик-географик ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Аҡ күл тектоник сығышлы, ер ҡабығының күтәрелеүе һәм түбән төшөүе арҡаһында барлыҡҡа килә[4]

Аҡ күлдең ярҙары һөҙәк, унда бухталар һәм ҡултыҡтар юҡ, грунты башлыса ҡомло-балсыҡлы. Күл түңәрәк формала, күлдең оҙонлоғо — 43 саҡрым, киңлеге 32 километрға тиклем етә. Күлдең уртаса тәрәнлеге — 5-7 метрҙан 15 метрға тиклем ҡайһы бер ерендә соҡорҙар бар. Ул ярында бик һай, тәрәнлеге 1 метрҙан артмай[3].

Күлдең хәҙерге гидрологик режимы Крохин быуаһын реконструкциялауҙан һуң барлыҡҡа килә.1963-1964 йылдарҙа Аҡ күл Шексна йылғаһы менән бергә Шексна (Череповецкий) һыуһаҡлағысының өлөшөнә әйләнгән.Һөҙөмтәлә күлдең морфометри параметрҙары һәм гидрологик режмы үҙгәрә: күл майҙанға 1126 квадрат километрҙан 1284 квадрат километрға тиклем арта, һыу кимәле уртаса 2,2 метрҙан 4,1 метрға тиклем арта, массаһы һыу күләме — 2,8 куб километрҙан 5,0 куб километрға тиклем арта, ә һыу тоноҡлоғо 1,7 тапҡыр кәмей[5].

Күлгә яһалма һыу ҡойғандан һуң, күлдең Ковжи һәм Кема ҡушылдыҡтары араһында — Ковжинский һыу йәйелмәһе барлыҡҡа килә.[5]

Бассейны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кл бассейнына 60-тан ашыу йылға ҡоя, һыу мул йылдарҙа улар тағы ла күберәк була. Бәләкәй йылғаларҙың ҡайһы берҙәре йәй аҙағында ҡорой.

Төп ҡушылдыҡтары: Водоба, Кема, Киснемка, Киуй, Ковжа, Куность, Кустовка, Мегра, Мондом, Муньга, Слободка, Солмас, Сорка, Ухтомка, Чалекс, Шол, Юрьевка. Йылғаларҙың суднолар йөрөй торғаны-. Ковжа йылғаһы ул Волга-Балтик суднолар юлының бер өлөшө булып тора.

Аҡ күлдән берҙән-бер ағып сығыусы йылға — Шексна йылғаһы, ул Волга ҡушылдығы. Шулай итеп, күл Каспий диңгеҙе бассейнына ҡарай.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Антропоген йоғонто яһаусы иң ҙур күл Төньяҡ-Көнбайыш СССР, часть i. Гидрохимия һәм Гидрология аҡ күл. — Л., Наука, 1981 . — 250, 6 стр.
  2. 350-нән ашыу км² майҙан рәсәй күлдәре
  3. 3,0 3,1 Күл энциклопедияһы: Аҡ күл (Вологда өлкәһе)
  4. Рәсәйҙең физик географияһы (дөйөм күҙәтеү) — 5.4. КҮЛ 2015 йыл 24 сентябрь архивланған.
  5. 5,0 5,1 Н. Лена Болотов."АҠ КҮЛ ТУРАҺЫНДА ҺҮҘ ЗАМОЛВИТЬ…"

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]