Эстәлеккә күсергә

Аҡ күл (Гатчина)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Аҡ күл
Нигеҙләү датаһы 1790
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Гатчина
Входит в состав списка памятников культурного наследия Культурное наследие России/Ленинградская область/Гатчина (часть 1)[d]
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d][1]
Указания, как добраться Дворцовый парк
Карта
 Аҡ күл Викимилектә

Аҡ күл — Гатчина ҡала территорияһындағы яһалма күл. Яһалма күл 1760 — 1790- се йылдарҙа Теплая йылғаһына быуа төҙөү юлы менән яһала[2].

Күл Санкт-Петербург хакимиәтенә буйһонған ҡарап Гатчина музей-ҡурсаулығына территлорияһына ҡарай.

Күл Һарай паркында урынлашҡан һәм парк композицияһының үҙәге булып тора.

Гатчина паркының күле буйында күп ҡоролмалар : Венера Павильоны, Терраса-пристань, Бөркөт Павильоны- бар.

Аҡ күлдең төньяҡ-көнбайыш ярында кәмә станцияһы урынлашҡан. Йәйге осорҙа паркта кәмәләрҙе һәм катамарандарҙы прокатҡа биреү хеҙмәттәре тәҡдим ителә.

Хайуандар донъяһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Күлдә: сабаҡ, алабуға, карась, суртан, шамбы балыҡтары, хайуандарҙан — ондатра, даими йәшәргә килгән өйрәк, йәй — аҡсарлаҡ бар, йылына бер тапҡыр бер нисә көнгә аҡҡоштар килә.

Яҡындағы һыу ятҡылыҡтары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Аҡ күл Гатчинаның ике башҡа күлдәре менән тоташҡан — Серебряное һәм Черное күлдәре, шулай уҡ паркта һарайҙың яһалма һыу ятҡылыҡтары бар: Карп быуаһы, Сүмес быуаһы, Һыу лабиринты һәм «Холодные ванны» каналы.

Күлдән Ижора йылғаһының ҡушылдығы Теплая йылғаһы ағып сыға.

Күлдә бер нисә тәбиғи һәм яһалма утрауҙар бар:

    • Длинный
    • Еловый
    • Лебяжий
    • Любви
    • Пихтовый
    • Плавучий
    • Сосновый

2009 йылда Аҡ күлдең торошо бик насар була, һыу ятҡылығында эвтрофикация процесы бик әүҙем бара, һәм, эҙемтә булараҡ, күл һайығая һәм ләм менән ҡаплана .Был, бөтәһенән элек, һыу ятҡылыҡтарының бысраныуы һәм Гатчина гидросистемаһының боҙолоуы менән аңлатыла. 2003 йылда булған канализация коллекторының боҙолоуы быға төп сәбәпсе булып тора. Уның һөҙөмтәһендә Черная күленән һыу ағып сығыуын туҡтатыу өсөн ер дамба төҙөгәндәр, был Аҡ күлдең һыуын 30 %-ҡа кәметкән[3].

Күл төбөнән ләм ҡатламын сығарыу һәм яҡындағы һыу ятҡылыҡтарының һыу алмашыуын тергеҙеү талап ителә.

  1. Постановление Совета Министров РСФСР № 1327 от 30.08.1960
  2. Головина Н., Веселова Т. П., Паркалова А. Ю. Исследование Белого озера как одного из водных объектов дворцового парка музея-заповедника // Экология. Безопасность. Жизнь : Сб. — Гатчина, 2003. — Т. 14. — С. 257—278.
  3. Гидросистема Гатчинского парка в опасности. Дата обращения: 11 ғинуар 2019.